Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ҺѲНӘРЛЕЛӘР ЮҒАЛЫП ҠАЛМАЙ
Untitled document

 

Аҡъярҙағы Исмәғил Тасимов исемендәге тау колледжында үҙенсәлекле күргәҙмә эшләне. Уҡыу йортоноң директоры Рәмил Ишмѳхәмәт улы Арыҫланов уға ҡарата һоҡланыуын йәшермәй: «Был сараны ойоштороуҙа быйыл ғына эшкә килгән йәш педагогтар әүҙем ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе торғаны менән талант эйәһе. Ә бына беҙҙең уҡыу йортонда байтаҡ ҡына ваҡыт эшләгән Резеда Зѳфәр ҡыҙы Йәнбирҙинаның оҫталығын белмәй инек. Әле уның аллы-гѳллѳ шәлдәрен күреп таң ҡалдыҡ. Быйыл беҙҙә асылған декоратив-һынлы сәнғәт бүлегенең ошондай оҫталар ҡулында булыуы һѳйѳндѳрә».

Күргәҙмә «Заман һәм традициялар» тип атала. Һоҡланғыс ҡул эштәрен ҡарап сыҡҡас, оҫталарҙың үҙҙәре менән дә танышыу теләге уянды. Артем Андреевич Тимофеевты күргәҙмә залында осраттым, уҡыусыларын таш эштәре менән таныштыра, оҫталыҡ серҙәре менән бүле-шә ине. Ул Сибай политехник колледжын тамамлап, әрме сафтарында йѳрѳп ҡайтҡан. Әле ихлас күңелдән педагог эшенә тотон-ған. Ә башҡаларының дәрестәре тамамланыуын бер аҙ кѳтѳргә тура килде. Күп ваҡыт та үтмәне, ихлас йылмайып Светлана Александровна Филицкая килеп инде. Ул—оҫта рәссам, БДПУ-ның һынлы сәнғәт бүлеген тамамлаған.Әле һынлы сәнғәт һәм композиция дәрестәрен алып бара. Техник механика фәндәрен алып барыусы Зарема Шәкир ҡыҙы Таһированың күңел һалып башҡарған ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша.

Колледж директоры Рәмил Ишмѳхәмәт улы ла күргәҙмәгә үҙ ѳлѳшѳн индергән. Уның алтын ҡулдары тыуҙырған «Ғаилә башлығын һуғышҡа оҙатыу» картинаһы ағастан һырлап эшләнгән. Шахмат фигуралары, йылан һүрәтендәге аҡыл эйәһе һәм массаж яһаусы таяҡсалар ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бала карауаты, эскәмйә лә күргәҙмәне байыта. Р.И. Арыҫланов оҙаҡ йылдар ағас кәсебен үҙ итә. «Уҡыу йортобоҙҙа бүлек уңышлы эшләп китһә, бик тә кәрәкле белгестәр әҙерләп сығарасаҡбыҙ. Хеҙмәт һѳйгән һѳнәрлеләр тормошта юғалып ҡалмай»,—ти Рәмил Ишмѳхәмәт улы. Әйткәндәй, яңы асылған бүлеккә уҡыусылар йыйыу дауам итә.

Һүрәттә: Аҡъяр тау колледжының йәш уҡытыусылары.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap