Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
30.10.2012
«ҒӘЙФИ АҒАЙ, ѲЙЛӘН ДАВАЙ!»―СИБАЙ СӘХНӘҺЕНДӘ
Untitled document

 

Һѳйѳнсѳ! 6 ноябрҙә Сибай дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сығыш яһаясаҡ. Барлыҡ театр һѳйѳүселәрҙе 19.00 сәғәттә Гѳлшат Зәйнәшеваның «Ғәйфи ағай, ѳйлән давай!» спектаклен ҡарарға саҡырабыҙ. Спектаклдә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Сәлимгәрәева, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альбина Кашанова, Нәғим Нурғәлин, Илсур Хәбиров, Зилә Сәйетова, артистар Гѳлшат Ғайсина, Илгизә Ғилманова, Әнүәр Фәйзуллиндар ҡатнаша.

Кескәй дуҫтарыбыҙға иһә 6-7 ноябрҙә Ульрих Хуб әҫәре буйынса ҡуйылған «Нух кәмәһе» исемле тамаша тәҡдим ителә.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙенең 23-сѳ ижад миҙгелен асты. Башҡорт һәм рус труппалары булған был театр йылдан-йыл үҫә, театр һѳйѳүселәргә хәҙерге заман драматургияһынан да, классик әҫәрҙәрҙән дә үҙенсәлекле спектаклдәр тәҡдим итә, заман менән бергә ҡыйыу атлап, шул уҡ ваҡытта һалынған традицияларға һаҡсыл ҡарап алға бара.

Ошо кѳндәрҙә Гѳлшат Зәйнәшеваның «Ғәйфи ағай, ѳйлән давай!» комедияһының премьераһы бара. Спектакль Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илсур Хәбировтың юбилейына бағышлана.

Илсур Хәбиров бына инде 23 йыл Милли йәштәр театры сәхнәһенә тоғро хеҙмәт итә. Бынан күп йылдар элек Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев Йәш тамашасылар театры ѳсѳн (Милли йәштәр театры элек шулай аталды) студенттар ҡабул итә. Улар араһында Илсур Хәбиров та була. 4-се курсты тамамлағас, был курсҡа театр-студия статусы бирелә. Шул саҡта, 1989 йылда, бѳтә сығарылыш тѳркѳмѳ менән яңы театрға нигеҙ булыусыларҙан бѳгѳн Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илсур Хәбиров менән Зифа Дәүләтбаева ғына ҡалды.

«Ғәйфи ағай, ѳйлән давай!» комедияһының режиссеры—Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов. Был спектаклдә режиссерҙың оҫта ҡулы, тормош мәктәбе, тәжрибәһе, ә иң мѳһиме—артистарҙы үҙенең артынан әйҙәй белеүе айырыуса асыҡ сағыла. Тамашасы хѳкѳмѳнә бер-береһенә үрелеп килгән характерҙар, оҫта итеп тупланған линиялар теҙмәһе, ғѳмүмән, бер бѳтѳн спектакль тәҡдим ителә. Режиссер Азат Нәҙерғолов ѳсѳн сәхнәлә күп һүҙ мѳһим түгел, уның артистары һәр ваҡыт хәрәкәттә, уйында. Ҡайһы бер ваҡытта буш һүҙ урынына бер ҡараш та етә.

Спектаклдең композиторы—Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов. Ул ижад иткән музыка спектакль менән йәнәшә барып, атмосфераны кѳсәйтә. Спектаклдең сценографияһын рәссам Юлиә Ғиләжева тәҡдим итә. Ҡаршы ѳйҙә йѳҙәрләгән фатир, йѳҙәрләгән яҙмыш. Шул яҙмыштарҙың уй-кисерештәре, һыҙланыу-табыштары тәҙрәләрендә сағыла. Кемдер ҡараңғы тәҙрәләрҙән үҙ яртыһын кѳтә, кемдеңдер бысраҡ тәҙрәләре хужаһының хәсрәтле тормошо хаҡында һѳйләй, кемдер кѳтә-кѳтә түҙемлеге бѳтѳп, тәҙрә япмаларын ҡаплап, шәмен һүндергән, кемдеңдер заманса тәҙрәһенән яҡты ут бѳркѳлә. Тѳрлѳ тәҙрәләр, тѳрлѳ яҙмыштар…

Мәҡәләнең дауамын гәзитебеҙҙең 87-се һанында уҡый алаһығыҙ.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap