Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
09.11.2012
ҺӘР БАЙРАМ ШАТЛЫҠ КИЛТЕРҺЕН
Untitled document

Земфира ҒИРФАНОВА

Илебеҙҙә билдәләнгән һәр байрамдың бай тарихы бар. Уҙған аҙнала Сибай ҡалаһында Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳнә арналған үҙенсәлекле тантана уҙғарылды. Унда ҡаланың ойошма-предприятиелары, уҡыу йорттары етәкселәре, студенттар ҡатнашты. Шулай уҡ «Күп милләтле Сибай» исемле ҡул эштәре күргәҙмәһе асылды. Унда Балалар ижады үҙәге, художество мәктәптәре, 24-се һѳнәрселек лицейы, педагогия колледжы, БДУ-ның Сибай институты оҫталарының эштәре урын алған. Кисәне БДУ-ның Сибай институты доценты, тарих фәндәре кандидаты А.З.Ярмуллина йәнле итеп алып барҙы.

Үкенескә күрә, илебеҙҙә етенсе йыл рәттән билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳ тураһында бик аҙ беләбеҙ. Йәмәғәтселек фекерен ѳйрәнеүсе Бѳтә Рәсәй үҙәгенең 2011 йылда үт-кәргән һорау алыуы һѳҙѳмтәләре буйынса респонденттарҙың 8 проценты ғына был кѳндѳң ниндәй байрам икәнен әйтә алған. Шуға күрә был байрамды ҙурлап билдәләп, уның тарихына тағы бер тапҡыр байҡау яһау ҙур әһәмиәткә эйә.

БДУ-ның Сибай институтының ѳлкән уҡытыусыһы, тарих һәм тыуған яҡты ѳйрәнеү музейы директоры Ю.Ә.Минишевтың сығышы эстәлекле булды. Юнир Әйүп улы байрамға асыҡлыҡ индереү маҡсатында XVII бы-уатта булып үткән сәйәси ваҡиғаларға байҡау яһаны. Шулай уҡ БДУ-ның Сибай институты уҡытыусыһы В.Т.Каплиндың сығышы ла сараның йѳкмәткеһен байытып ебәрҙе.

«Байрамдың киләсәге бармы, уның йәш быуында ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә роле ниндәй?» тигән һорауҙарға фекер алышыу ойошторолдо. 24-се һѳнәрселек лицейы директоры Ғ.Ә.Хәсәновтың, Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең бүлек мѳдире С.Н.Шәйхисламованың сығыштары урынлы яңғыраны.

Сибай ҡала округы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары И.Р.Хәйруллин үҙ сығышында: «Бѳгѳнгѳ дискуссияла тағы бер тапҡыр бай тарихыбыҙҙы байҡаныҡ. Бындай дискуссиялар аша дѳрѳҫлѳктѳ күрәбеҙ. Ысынлап та, тарихи ҡиммәттәрҙе һаҡлап, берҙәм булғанда ғына илебеҙ кѳслѳ, бай буласаҡ. Берҙәмлек ме-нән генә оло, файҙалы эштәр башҡарып була»,—тип билдәләне.

Байрам кисәһе Сибай сәнғәт колледжы оркестры сығышы менән башланғайны. Сибай филармонияһы солистары Баязит Байназаров, Рѳстәм Хәсәнов башҡарыуындағы моңло йырҙар, «Аҡйондоҙ», «Ынйыҡай», «Мәликә» бейеү ансамблдәренең дәртле бейеүҙәре сараға йәм ѳҫтәне.

Һүҙ юҡ, Рәсәй халҡының күпселеге байрамдарҙың тарихы тураһында белеп еткермәй. Беҙ байрамдарҙың тарихына әһәмиәт бирмәй, уларҙы сираттағы ял итеү кѳнѳ тип ҡабул итергә күнегеп барабыҙ. Ә бит һәр байрам—ул беҙҙең тарих. Улар нигеҙендә халыҡ ҡаһарманлығы, ватансылыҡ хистәре ята. Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳ лә киләсәктә күркәм байрамдарҙың береһе булараҡ билдәләнер, йәмәғәтселектә киң таралыр, йәш быуында ватансылыҡ хистәре тәрбиәләүҙә әһәмиәте ҙур булыр, тигән ѳмѳт бар.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap