Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
13.11.2012
ЭЛЬМИР ҠОЛМОХӘМӘТОВ: «МАТУР ХЫЯЛДАР МЕНӘН ЙӘШӘЙЕМ»
Untitled document

 

Земфира ҒИРФАНОВА

Бейеүҙән илһам алмаған кеше бармы икән?! Эйе, сәнғәттең был тѳрѳ кешене дәртләндерә, уға яҡшы кәйеф бүләк итә. Күптән түгел Сибай филармонияһы сәхнәһендә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ике кѳн дауамында концерт ҡуйҙы. Зал тамашасы менән шығырым тулы булды, һәр бейеү кѳслѳ алҡыштарға күмелде. Ансамблдә бейеүсе талантлы яҡташтарыбыҙҙы күреп, һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы. Шуларҙың береһе Эльмир Ҡолмѳхәмәтов—редакциябыҙ ҡунағы.

—Эльмир, бейеү һинең ѳсѳн нимә ул?

—Бейеү—бар күңелемде һалып башҡарған тѳп хеҙмәтем. Һәр яңы ҡуйылған бейеүҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ѳйрәнәм. Беҙ ансамблдең етенсе быуыны булып иҫәпләнәбеҙ. Легендар бейеүселәре менән әллә күпме илдәрҙең сәхнәһен дер һелкеткән мәшһүр ансамблдә эшләү—ул үҙе ҙур яуаплылыҡ. Әле мәшһүр бейеүсебеҙ Ф.Ғәскәровтың 100 йыллығына ҡарата баш ҡалабыҙҙа уҙасаҡ фестивалгә әҙерләнәбеҙ. Унда илебеҙҙең тѳрлѳ тѳбәктәренән билдәле бейеү ансамблдәре ҡатнашасаҡ.

—Ансамбль башҡарған бейеүҙәр араһында башҡорт бейеүҙәре сағыулығы, дәртлелеге менән айырылып тора…

—«Тѳньяҡ амурҙары», «Гѳлнәзирә», «Зарифа», «Бесәнселәр», «Самауыр менән бейеү», ғѳмүмән алғанда, репертуарҙағы 150 бейеүҙең барыһын да дәрт, рух, оҫталыҡ менән башҡарыу ѳсѳн бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Был йәһәттән, ветерандарыбыҙҙың эскерһеҙ ярҙамы, ышанысы беҙҙе үҫтерә. Уларҙың кәңәше беҙҙең ѳсѳн үтә лә ҡәҙерле. Әле үрҙә әйткән фестивалгә әҙерлек сиктәрендә репертуарҙа яңы бейеүҙәр арта бара. Сибай тамашасыһына яңы ҡуйылған ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ халыҡтарының бейеүҙәрен тәҡдим иттек. Шулай уҡ ҡыҙҙар башҡарыуында «Хорезм» композицияһын һәр ерҙә лә кѳслѳ алҡыштар менән оҙаталар.

—Эльмир, профессиональ сәхнәгә юл ҡайҙа һалынды?

—Биш йәшем тулғас, әсәйем Сибай сәнғәт мәктәбенә алып килгәйне. Ул үҙе ижади күңелле кеше, фортепьянола уйнай. Ата-әсәйем эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнә. Уларға оло рәхмәтемде белдерәм. Ә бейеү буйынса һабаҡтарҙы педагог Сания Салауат ҡыҙы Хәйбуллинанан алдым. Халыҡ бейеүҙәре күңелемә ныҡ ятты. Артабан Ѳфѳләге Р.Нуриев исемендәге хореография училищеһына барырға ҡарар иттем. Унда ете класс уҡыным. Күп кенә малай-ҡыҙҙар хыялдарында йѳрѳткән билдәле уҡыу йортонда балет, халыҡ бейеүҙәре сәнғәте йондоҙҙарынан һабаҡ алыуым менән ныҡ бәхетлемен. Училищелағы остазым Марат Әғләм улы Кәримовҡа ҙур рәхмәтлемен.

—Ф.Ғәскәров исемендәге ансабмлдә эш башлау тормошоңдоң иң бәхетле мәлелер, моғайын?..

—Училищела уҡыған саҡта ансамблдә ике йыл рәттән практика үттек. Был үҙебеҙҙе художество етәксеһенә күрһәтеү мѳмкинселеге ине. Беҙҙе, бер нисә егет һәм ҡыҙҙы, һайлап алдылар, тиһәм дә хата булмаҫ. Ныҡлы әҙерлек менән килдек. Әле ансамблдә эшләүемә биш йыл да булып китте. Эшемә бар күңелемде һалам. Ниндәй генә сәхнәгә сыҡмайыҡ, тамашасының зауығын ҡәнәғәтләндерергә, уны дәртләндерергә тырышабыҙ. Бейеүҙәребеҙҙе сит ил сәхнәләренә әҙерләү оло хеҙмәт талап итә. Бына әле Бразилияла уҙғарылған халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашып, яңы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ.

—Ансамблдә яҡташтарыбыҙҙы, талантлы ҡыҙҙар-егеттәребеҙҙе күреп ҡыуандыҡ.

—Сибайҙан бишәүбеҙ. Эльмира Байбулова, Регина Мостафиналар менән хореография училищеһында бергә уҡыныҡ. Шулай уҡ Айгѳл Ғәбитова, Гѳлназ һәм Эдуард Байегетовтар кеүек оҫта бейеүсе йәштәре менән сибайҙар хаҡлы ғорурлана ала.

—Хәрби хеҙмәттә лә булғанһың...

—Эйе, Питерҙа «Йыр һәм бейеү» хәрби ансамблендә хеҙмәт иттем. Унда ла гастролдәргә йыш сыҡтыҡ. Әлбиттә, бейеп кенә йѳрѳмәнек. Әрме һурпаһы эселде, тип әйтә алам. Был үҙенә күрә тормош мәктәбе булды.

—Яҡташтарыңа теләктәрең?

—Зал тултырып концерттарға килгәндәре ѳсѳн ҡалалаштарыма шатмын. Бейеү сәнғәтен аңлаған халыҡ йәшәй беҙҙә. Быны коллегаларым да әйткәне бар. Сығыштарыбыҙҙы алҡыштарға күмеүҙәре—беҙҙең ѳсѳн ҙур бүләк. Яҡташтарыма һәр ваҡыт шулай тормошто яратып, унан йәм табып йәшәүҙәрен теләйем.

—Киләсәккә хыялдарың...

—Матур хыялдар менән йәшәйем. Әле ситтән тороп БДУ-ның Сибай институтының иҡтисад факультетында белем алам. Бѳгѳнгѳ заман йәштәре маҡсатлы булырға, бер кимәлдә туҡтап ҡалмаҫҡа, белемен камиллаштырырға ынтылырға тейеш.

—Эльмир, беҙ ҙә һиңә ошондай матур уй-ниәттәреңдең тормошҡа ашыуын һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap