Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
04.05.2012
«Һәр саҡ бәхеткә ынтылам…»
Untitled document

 

—Нурзиә Әхмәт ҡыҙы, юбилейығыҙ һәм дәрәжәле исем алыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Халыҡ исеме алыу күңелдә ниндәй тойғолар уятты?

—Тыныс ҡына ҡабул иттем. Беҙ, артист халҡы, бар ғүмеребеҙҙе халыҡҡа бағышлайбыҙ, уның күҙ алдында эшләйбеҙ. Ижадыбыҙҙы яратып ҡабул итәләр икән, беҙ былай ҙа халыҡтыҡы. Ниндәйҙер документтар, исемдәр менән быны нығытып ҡуйыу, бәлки, артыҡтыр ҙа. Шулай ҙа хеҙмәтемде күреп, шул рәүешле баһаларға кәрәк тип тапҡандар икән, рәхмәтлемен. Әммә эш маҡтаулы исемдәрҙә түгел. Ғѳмүмән, миңә дан да, шау-шыу ҙа кәрәкмәй. Ниндәйҙер уңыш яуланһа, тарихҡа, үткәнгә бағам. Театрға күпмелер ѳлѳшѳм ингән икән—ул минеке генә түгел. Коллегаларымдан уңдым. Хәмзә Ҡурсаев, Ҡәйүм Хѳсәйенов, Мәрйәм Ямалетдиновалар, йәшлек партнерҙарым Хисмәтулла Дәүләтов, Әсҡәт Йәнбәков, Рәсүл Баһауетдинов, хәҙергеләр... Айырыуса йәш актер Венер Сѳнәғәтовҡа ихтирамым ҙур. Бына ул ысын артист, ѳлгѳрѳп еткән йәш актер.

—Дан-шѳһрәткә ынтылмайым, тиһегеҙ. Шулай ҙа был исемдәр һәр кемгә бирелмәй. Халыҡ артисы булыу ѳсѳн ниндәй булыу кәрәк?

—Илеңдең тарихын, уның һәр бер үткән һуҡмағын белеү кәрәктер. Ниндәйҙер образ тыуҙырыр алдынан таянырлыҡ мәғлүмәт булһын. Беҙ шул ролдәребеҙ менән кѳндән-кѳн үҫәбеҙ.

—Һеҙ бар ижади ғүмерегеҙҙе А.Мѳбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына бағышлағанһығыҙ. Йәш Нурзиә нимәләр кисерә ине лә, бѳгѳн 55 йәшен билдәләүсе ханым ниҙәр хаҡында уйлана?

—Мин сәхнәлә торғанда быуындар алмашыныуын күңелем менән тоям. Тамашасыларым араһында күпме яҙмыш. Кемеһелер киткән, кемеһелер килгән. Уйҙарымда—әрнеү ҙә, шатлыҡ та, халҡым ѳсѳн ғорурлыҡ та. Беҙҙең халыҡ тәбиғәте менән бай, ул тыумыштан фәйләсүф.

—Театр һеҙҙең ѳсѳн нимә ул?

—Театр—ул ҙур ғаилә. Барыһы ла ҡәҙерле. Киткәндәре—йѳрәгемдә, ҡалғандары—үҙемдеке.

—Ысынлап та, актер халҡы театрҙы икенсе ғаиләгә тиңләй. Ә үҙ ғаиләгеҙ хаҡында ни әй- терһегеҙ?

—Ғаиләбеҙ менән ошо театрҙа эшләйбеҙ. Ирем—Риза Әбдрәшитов, театр водителе. Беҙ уның менән класташ булдыҡ, аҙаҡ ѳйләнештек. Ѳлкән улыбыҙ Илгиз—актер. Кесе улыбыҙ Илнур атаһы кеүек водитель. Шѳкѳр, улдарыбыҙҙың үҙ ғаиләһе бар. Ейәнсәребеҙ Әлинә—ѳйѳбѳҙ нуры.

—Һеҙ кәүҙәләндергән ролдәр бик күп. Мәҫәлән, «Айһылыуҙың айлы кистәрен»- дә—Хәнифә, «Ай тотолған тѳндә»лә—Тәңкәбикә, «Аҡҡош йыры»нда—Әлимә, «Аҡ ҡалфаҡ»та—Раушания... Улар бик күп. Шулай ҙа «Бисәкәй»ҙәге Утлыбикә образына туҡталғы килә.

—Был образды кәүҙәләндергәндә күҙ алдыма кѳслѳ рухлы инәйҙәр килеп баҫты. Шуларҙың береһе минең тыуған ауылым—Баймаҡ районы Ҡаратал ауылында йәш сағынан ғына ҡара эшкә егелгән Заһира инәй Рысҡужина. Ул 16 йәшендә тракторға ултырған. Ошо үҫмер ҡыҙҙың «ҡорос ат»ты йүгәнләүе иҫ китмәле. Һыуыҡта уның туңған ҡулдары трактор руленә йәбешеүе, әммә бирешмәүе хаҡында белеүҙәрем әлеге ролде кәрәкле кимәлгә күтәрергә булышлыҡ иткәндер, тип уйлайым.

—Тыуған ауылығыҙ Ҡаратал хаҡында һүҙ яңғырағас, бала сағығыҙға ла әйләнеп ҡайтайыҡ.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең 35-се һанында уҡый алаһығыҙ.

Резеда Усманова.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap