Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
20.11.2012
ѲЛӘСӘЙЕМ СИБАЙҘЫ ТѲҘѲШКӘН
Untitled document

 

Сибай халҡы йәй аҙағында йә кѳҙ башында Ҡала кѳнѳн ҙур байрам итеп билдәләүҙе матур йолаға әйләндергән. Әммә Сибай ҡалаһының тыуған кѳнѳ рәсми рәүештә 21 ноябрҙә тип теркәлгән. 1955 йылдың тап ошо кѳнѳндә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән ул эшселәр ҡасабаһынан республика мәнфәғәтендәге ҡала итеп үҙгәртелә. Тимәк, иртәгә Сибайға 57 йәш тула. Ошо айҡанлы уны тѳҙѳүселәр тураһында мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ.

Ѳләсәйемә барһам, ул ѳлтѳрәп ѳҫтәл тирәһендә ѳйрѳлә башлай. Табын артында беҙҙең хәл-әхүәлдәрҙе һорашып, белешеп бѳткәс, артабан үҙенең тормош юлын, йәшлек йылдарын иҫкә тѳшѳрѳп, хәтер йомғағын тағата. Күптән түгел ѳләсәйем—Клара Әхмәт ҡыҙы Исхаҡова тормошонда бик сағыу эҙ ҡалдырған ваҡиғалар хаҡында һѳйләгәйне.

«1957 йылдың май айы ине. Беҙ, әхирәтем Ғәйниямал менән, Ѳмѳтбайҙан Сибайға эш эҙләп килдек. Ул ваҡытта миңә ни бары 16 йәш. Бер ерҙә лә эшкә алмайҙар, күңелһеҙләнеп киттек. Йѳрѳй торғас, БМСК-ға барып сыҡтыҡ. Ремстройцех бригадиры Ғәйнислам ағай Әхмәтов (хәҙер мәрхүм инде, һәйбәт кеше булды) беҙҙе ѳйрәнсек итеп эшкә алды. Эй, шул ваҡытта ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Цехта ағас эшкәрткәндән һуң ҡалған бысҡы онтағын йыйыштырып түгергә ҡуштылар. Ул ваҡытта беҙ Алтында тороп, йәйәү йѳрѳп эшләнек. Ең һыҙғанып, кѳс түгеп, ҡараңғы тѳшкәнсе эшләй торғайныҡ. Үтә ныҡ һуңлап ҡалһаҡ, тѳнѳн йәйәү ҡайтырға ҡурҡып, цех эсендә, таҡталар ѳҫтѳндә ятып йоҡлайбыҙ. Бер аҙ ваҡыт үткәс, беҙҙе ағас эшкәртеүсе станок артына ҡуйҙылар. Ете станок артында ете ҡыҙ торҙоҡ. Зѳлхизә, Ғәйниямал, Катя, Хәлиҙә, Ләлә, Мѳслимә—барыһы ла бѳгѳнгѳләй иҫемдә. Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йорто тѳҙѳлгән ваҡыт ине. Беҙ яһаған фигураларҙы тѳҙѳлѳшкә ебәрәләр. Мәҙәниәт йорто эсен шул фигуралар менән биҙәйҙәр. Был тѳҙѳлѳштә беҙҙең дә ѳлѳшѳбѳҙ ҙур булды, тип һаман ҡыуанам.

1958 йылдың 7 ноябрендә мәҙәниәт һарайын асыу тантанаһы булды. Унда беҙгә, ете эшсе ҡыҙға, 10-ар һум премия бирҙеләр. Заманына күрә, 10 һум бик ҙур аҡса булды ул.

Эштән һуң ҡала урамдарында, мәҙәниәт йортонда дежур итә торғайныҡ, хатта таныҡлыҡ та биреп ҡуйҙылар. Йәш комсомолкалар тип аллеяға ағастар ултыртырға алып сыға торғайнылар. Хәҙер беҙ ултыртҡан ағастар күккә ашып үҫеп ултыра.

Бер ваҡыт яҡшы эшләгән ѳсѳн миңә Островский урамынан ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Эх, хәҙер ҡайтып әсәйемде алып киләм дә, ҡалала торабыҙ, тип хыялландым. Тик әсәйем ризалашманы. Яңғыҙым торорға ҡурҡып, фатир асҡысын кире бирҙем. Үҙем ҡыҙҙар менән дѳйѳм ятаҡҡа күстем. Гѳрләтеп эшләгән саҡтар бар ине»,—тип хәтирәләре менән уртаҡлашты ѳләсәйем.

«Ағас—емеше менән, кеше эше менән маҡтаулы» тиҙәр бит. Эйе, ѳләсәйемдәрҙең быуыны хеҙмәттән йәм табып йәшәй белгән. «Үҙем менән бергә эшләгән ҡыҙҙарҙы һағынып иҫкә алам. 16-17 йәшлек кенә сағыбыҙҙа ир-егеттәр эшенә лә йәлеп итерҙәр ине, бер эште лә айырып торманыҡ»,—ти ул ғорурланып.

Бына шулай, йәмле Ирәндек итәгендә ҡалҡып сыҡҡан Сибай ҡалаһын тѳҙѳүҙә минең ѳләсәйемдең дә ҡатнашлығы булған. Хәҙер инде тарихта ҡалған ул йылдарҙы, бергә эшләгән иптәштәрен ѳләсәйем матур хәтирә итеп иҫкә ала.

Миләүшә Баязитова.

Тѳйәләҫ ауылы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap