Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ДАИРӘҺЕ КИҢӘЙӘ
Untitled document

БДУ-ның Сибай институты хеҙмәт баҙарында конкурсҡа һәләтле белгестәр әҙерләүгә етди ҡарай һәм бар мѳмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмауға кѳс һала. Уҡыу йорто республиканың ғына түгел, Рәсәй ВУЗ-дары менән дә хеҙмәттәшлек итә. Был институт директоры З.Ғ.Йәрмѳхәмәтовтың тырышлығынан, алдынғы ҡарашынан һәм коллегаларына булған талапсанлығынан килә. Һуңғы ярты йылда ғына уҡыу йортоноң педагогтары илебеҙҙең иң алдынғы иҫәпләнгән 10 ВУЗ-ында булып, тәжрибә уртаҡлашып ҡайтты.

Күптән түгел Сибай институты делегацияһы, атап әйткәндә, институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары И.С.Хәмитов, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары А.М.Кѳмѳшҡолов, компьютер үҙәге начальнигы Д.С.Ҡаһарманов, ғәмәли математика һәм мәғлүмәти технологиялар кафедраһы мѳдире С.Б.Байзаева Л.Н.Гумилев исемендәге Евразия милли университетында (Ҡаҙағстан, Астана) булып ҡайтты. Уларҙың тѳп маҡсаты фәнни-эҙләнеү, уҡытыу-методика һәм тәрбиәүи эш ѳлкәһендә, уҡытыу процесында мәғлүмәти-коммуникатив технологияларҙы ҡулланыуҙа тәжрибә уртаҡлашыу, ике яҡлы бәйләнеште нығытыу ине.

Евразия милли университеты Ҡаҙағстанда ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле классик уҡыу йорто һанала. Уның ҡарамағына 26 фәнни учреждение (фәнни-тикшеренеү институттары, лабораториялар, үҙәктәр), 12 факультет, ѳҫтәмә белем биреү һәм квалификация күтәреү институты, тѳрлѳ дәүләттәрҙең мәҙәни-белем биреү үҙәктәре индерелгән. Белгестәр әҙерләү юғары һәм ВУЗ-дан һуң белем биреүҙең 3 баҫҡысында алып барыла: бакалавриат, магистратура, докторантура. Факультеттарҙа һәм фәнни-тикшереү бүлектәрендә 1678 уҡытыусы эшләй, 12000 студент белем ала.

Ике яҡ ѳсѳн дә фәһемле булған осрашыуҙа хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы студенттар бер үк предприятиеларҙа, ойошмаларҙа практика үтә аласаҡ, бергәләп фәнни-ғәмәли конференциялар, «түңәрәк ѳҫтәл»дәр, фәнни-тикшеренеү экскурсиялары ойошторасаҡ. Евразия милли университеты студенттары Урал аръяғына практикаға килеүе лә ихтимал. Был килешеүҙәр Сибай институты ѳсѳн яңы мѳмкинлектәр аса. Юғары кимәлдә белгестәр әҙерләү, Сибай институтының абруйын күтәреү—уҡыу йортоноң тѳп маҡсаты.

Әйткәндәй, быйыл Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлеге тикшерелеп, улар 50 параметр буйынса баһаланғайны. Мониторинг исемлегенә илебеҙҙең 502 ВУЗ-ы һәм юғары уҡыу йорттарының 930 филиалы индерелгән ине. Улар араһында беҙҙең Сибай институты ла булды һәм ул эффектлы эшләүсе уҡыу йорто, тип табылды. Был коллективҡа артабан да дәртләнеп эшләргә, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға этәргес кѳс бирә.

Әхәт Мѳхәмәтҡолов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap