Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
23.11.2012
БАР МАТУРЛЫҠ ЕРҘӘ ӘСӘЛӘРҘӘН
Untitled document

Рәсәйҙә Әсәләр кѳнѳ 1998 йылдан алып билдәләнеп килә, ул ноябрҙың һуңғы йәкшәмбеһенә тура килә. Байрам уңайынан беҙ бер нисә замандашыбыҙға мѳрәжәғәт итеп, уларҙың донъялағы иң ғәзиз кешеләре—әсәләре хаҡындағы фекерҙәрен белдек. Яуап биреүселәрҙең барыһы ла күңелдәрендә йѳрѳткән йылы хис-тойғолары менән уртаҡлашып, оло тормош юлына баҫтырған ҡәҙерлеләренә рәхмәттәр әйтеп, матур һүҙҙәрен еткерҙе. Әйҙә, уларға күҙ һалайыҡ.

Райхана Эдуард ҡыҙы Булатова, Баймаҡ районы Билал ауылы китапханаһы мѳдире:

Әсәйем Сәүҙә Йәрмѳхәмәт ҡыҙы Билал ауылында тыуып үҫкән. 17 генә йәшендә Таһир ауылы егете Эдуардҡа кейәүгә сыға. Улар беҙгә, 5 балаға, ғүмер бүләк итеп, матур итеп йәшәп ятҡанда, ғаиләбеҙгә бәлә килде. Ауыл фермаһында мал ҡараусы булып эшләүсе атайыбыҙҙы 45 кенә йәшендә йәшен атып үлтерҙе. Шулай итеп, 37 йәшлек әсәйебеҙ 5 балаһы менән тол ҡалды. Ләкин ул бирешмәне. Атайым менән ҡорған нигеҙҙе һаҡлап, беҙгә атай ҙа, әсәй ҙә булып, ҡәйнәһе менән 40 йылдан ашыу бергә йәшәне. Ҡәртәсәйебеҙ бик талапсан, уҫал ине. Әсәйемдең ололарҙы ололай белеүе, сабырлығы уларҙың бергә татыу йәшәүенә булышлыҡ итте. Атайыбыҙ вафат булған йылда бәләкәс һеңлебеҙ Нурияға ни бары 7 йәш ине. Ул яңы мәктәпкә—беренсе класҡа аяҡ баҫҡайны. Ә ѳлкән ағайыбыҙ Юлайҙың әрме хеҙмәтенә алыныуына бер аҙна ғына тулғайны. Атайыбыҙ үлгән кѳндѳ ағайҙың тәүге хатын алғайныҡ, ул унда часҡа барып етеүен яҙған ине. Ә беҙ уға яуап итеп ҡайғылы хәбәр ебәрҙек. Бик ауыр булды. Бигерәк тә әсәйемә ҡыйын булғандыр. Ләкин кѳслѳ рухлы, түҙемле әсәйебеҙ бѳгѳлѳп тѳшмәне. Әле барыбыҙ ҙа ғаиләле, үҙебеҙ атай-әсәй булдыҡ. Уйланып ултырам да, әсәй бигерәк йәшләй тол ҡалған, шуға унан йыш ҡына: «Ниңә кейәүгә сыҡманың»,—тип һорайым. Ул: «Кем эләгерен белеп булмай, һеҙҙе икеләтә етем итәйемме»,—тип һорауға һорау менән яуап ҡайтара. Әсәйебеҙ беҙҙе кәм-хур итмәне. Быҙау ҡараусы булып эшләне, тегеүгә, бәйләүгә оҫта булды. Хәҙер ҙә бәйләй, тегә. Магазиндан кейем алып кейгәнде хәтерләмәйем, барыһын да үҙ ҡулдары менән тегеп кейҙерҙе. Әле лә был шѳғѳлѳн ташламай, шулай уҡ гѳл-сәскәләр үҫтерергә әүәҫ. Бѳгѳн ул 13 ейән-ейәнсәргә яғымлы ѳләсәй-ҡартәсәй. Кейәү-килендәрен бик ныҡ ярата. Мин әсәйемдең тыуған ауылына килен булып тѳшѳп, иптәшем Радмир менән 21 йыл иңгә-иң терәп ғүмер кисерәбеҙ, 3 бала тәрбиәләйбеҙ. Һәр саҡ әсәйемдән алған тормош һабаҡтарына таянам, уның кәңәштәрен тотам. Уға оло рәхмәтлемен. Ғәзиз кешемде һәм барлыҡ әсәйҙәрҙе Әсәләр кѳнѳ менән ҡотлап, һаулыҡ, иҫәнлек теләйем. Хоҙай береһенә лә бала ҡайғылары күрһәтмәһен, ҡылған изгелектәрен яҡшылыҡ менән алып, ихтирам-хѳрмәттә йәшәһендәр!

Гүзәл Ишемғолова, Сибай ҡалаһы:

Биш балаға ғүмер бүләк итеүсе ҡәҙерлебеҙ Заһира Вәли ҡыҙы Хәйбулла районы Аҡъюл ауылында тыуып үҫкән. Килен булып тѳшкән Ғәлиәхмәт ауылына таштай батып, атайыбыҙ Нурислам Әбделмән улы менән ѳлгѳлѳ ғаилә булып ғүмер кисерәләр. Әсәйебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәп яны баҡсаһында эшләне. Уның хеҙмәте һәр саҡ маҡтаулы булды. Мәктәп баҡсаһы ул эшләгән осорҙа йыл да тиерлек районда беренсе урын алды. Әле лә әсәй йортобоҙ баҡсаһын гѳл-сәскәгә күмгән. Ауылдаштар гел һоҡланыуын белдерә. Ғәзиз кешебеҙ ҡул эшенә, аш-һыуға бик оҫта. Беҙҙе хеҙмәт һѳйѳргә ѳндәне. «Эшләгәнегеҙ минең ѳсѳн булһа ла, ѳйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ ѳсѳн»,—тип йыш ҡабатлай ине ул. Бѳгѳн әсәйебеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Уның әйткәндәрен хәтерҙән сығармай, кәңәшен тотоп йәшәй-беҙ. Әсәйебеҙ әле хаҡлы ялда булһа ла ҡул ҡаушырып ултырмай, күпләп ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Балаларына—яҡшы әсәй, 10 ейән-ейәнсәренә яғымлы ѳләсәй ул. Беҙҙе һәр саҡ йылы, бѳхтә, яҡты ѳйҙә алсаҡ күңел, асыҡ сырай менән ҡыуанып ҡаршы ала. Ҡәҙерлебеҙҙең иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.

Дим Иршат улы Ғүмәров, Сибай ҡалаһының интернат-гимназияһы уҡытыусыһы:

—Беҙҙең ғаиләлә 3 бала тәрбиәләнде. Ныҡлы итеп аяҡҡа баҫыуға, юғары белем алыуға, ғаиләмде ҡороп, татыу тормош кѳтѳүҙә әсәйемдең роле баһалап бѳткѳһѳҙ. Уны замандаштары кешелекле, мәрхәмәтле, үҙ халҡы һәм теле, мәҙәниәте ѳсѳн янып торған кеше булараҡ хѳрмәт итә. Әсәйем Зәүһәриә Фәррәх ҡыҙы ғүмер буйы уҡытыусы булды, балалар баҡсаларында эшләне, мәктәптәрҙә, педагогия колледжында, институтта уҡытты. Ҡыҫҡаһы, аң-белем таратыу яғында булды. Балаларын да рухлы итеп тәрбиәләүгә иреште. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа булды уның тормошонда. Әммә беҙ әсәйебеҙҙең моңайып ултырғанын күргәнебеҙ булманы. Киләсәккә ѳмѳт менән ҡараны, беҙҙе лә шулай ѳйрәтте. Әле лә: «Кәйефегеҙҙе тѳшѳрмәгеҙ, ҡулығыҙҙы һелтәп ҡарамағыҙ. Кешегә һәр ваҡыт алсаҡ, ярҙамсыл, итәғәтле, туғандарға терәк булығыҙ. Шул уҡ ваҡытта танауығыҙҙы күккә сѳймәгеҙ, донъя хәлен белеп булмай. Ҙур хәрефтән кеше булып ҡалығыҙ»,—тип кәңәштәрен бирә ул.

Йәмил Фәтих улы Аҙнағолов, Йылайыр районы мәғариф бүлеге белгесе:

—Әсәйем Ғәйшә Ғәйнетдин ҡыҙы Аҙнағолова Йылайыр районы Йомағужа ауылында тыуып үҫкән. Бѳйѳк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы аслыҡ-яланғаслыҡ йылдарында тәрбиәләнгән. Хеҙмәт аша сынығып, шул сифаттарҙы ул үҙенең 9 балаһында тәрбиәләүгә ѳлгәште. Хеҙмәт—хѳрмәткә килтерә, тигәндәй, бар ғүмерен һауынсы һѳнәренә бағышлаған әсәйем маҡтау таҡтаһынан, гәзит биттәренән тѳшмәне. Атайым менән әсәйем беҙгә матур тәрбиә биреүҙән, эшкә ылыҡтырып үҫтереүҙән тыш, уҡытырға тырышты. Шѳкѳр, бѳгѳн барыбыҙ ҙа эйәле-башлы, һѳнәрле булып, Рәсәйҙең тѳрлѳ тѳбәктәрендә йәшәп ятабыҙ. Әлеге мәлдә ҡәҙерлебеҙ район үҙәгендә кесе улы Данилдың ғаиләһе менән йәшәй. Һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуыуға ҡарамаҫтан, тик ултырғанын күрмәҫһең. Дин тота, тыуған ауылына ҡайтып тора. 9 балаһының, 29 ейән-ейәнсәре һәм 7 бүлә-бүләсәһенең шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып, уларға кәңәштәр биреп йәшәй ул. Ошонан да олораҡ бәхет юҡтыр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap