Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
23.11.2012
ОҪТА ҠУЛЛЫ ФИЛҮЗӘ
Untitled document

 

Гѳлдәр ДӘҮЛӘТШИНА

Ошо кѳндәрҙә илебеҙҙә Әсә кѳнѳ билдәләнә. Уңған, оҫта ҡуллы әсәйҙәрҙең береһе Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәй.

Филүзә Зәйнетдин ҡыҙы Билалова ауылда ҙур ихтирам яулаған ҡатын-ҡыҙҙарҙан һанала. Ул ошо уҡ ауылда тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Күмертау физик культура техникумына уҡырға инә. Тиҙҙән дипломлы белгес тыуған районына ҡайтып, Урыҫбай мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай.

—Бер ваҡытта ла буш ултырырға яратмайым. Хатта телевизор ҡараған саҡта ла ҡулымда йә бәйләм, йә сигеү була. Бала саҡтан һүрәт тѳшѳрѳргә яраттым. Уҡыған саҡта класта һәр ваҡыт староста итеп һайлайҙар ине. Байрам һайын стена гәзиттәренә яуаплы булдым. Урыҫбайҙа эшләгән саҡта ҡыҙҙар менән кискеһен бер ѳйгә йыйылышып бәйләмдәр бәйләй инек. Эшләгән эштәремде яҡындарыма, туғандарыма бүләк итәм. Тәүҙәрәк шәлдәр бәйләй инем, хәҙер кейемдәргә күс тем. Тѳрлѳ журналдар яҙҙырып, яңынан-яңы әйберҙәр бәйләргә ѳйрәнәм,—ти ул.

Бер аҙ Аҡъярҙа балалар баҡсаһында ла эшләп ала Филүзә. Кейәүгә сыҡҡас, Йәнтеш ауылында тѳпләнеп матур итеп йәшәй башлайҙар. Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йѳрѳй, тиҙәр бит. Бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә тура килмәй уларға, бәләкәй генә ике улын, һѳйѳклѳ кәләшен яҙмыш ҡосағына ташлап, тормош иптәше Фәиз донъя ҡуя. Шуға ҡарамаҫтан, Филүзә ауырлыҡтар алдында баш эймәй, тырышып донъя кѳтә, балалар тәрбиәләй. Ѳлкән улы Фәһим ѳсѳнсѳ класта уҡый, бәләкәсе Рәлиф балалар баҡсаһына йѳрѳй.

—Малайҙарҙың икеһе лә спорт менән шѳғѳлләнә. Кѳн һайын иртәнсәк тороп йүгерәләр. Ѳй эштәрендә лә ярҙам итешәләр,—ти әсә улдары менән ғорурланып.

Хәҙерге ваҡытта Филүзә Зәйнетдин ҡыҙы Йәнтеш ауылы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Бынан тыш, тѳрлѳ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ауылда бер концерт, спектакль дә унһыҙ үтмәй. «Һаҡмар» халыҡ театрына, Аҡъярҙа эшләгән саҡта «Таналыҡ» халыҡ театрына йѳрѳй, «Сиҙәм» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә лә бейей. 2000 йылда районда үткәрелгән «Һылыуҡай» конкурсында ҡатнашып Гран-при яулаған.

Киләсәктә Филүзәгә эштәрендә уңыштар, улдарын имен-һау үҫтереп аяҡҡа баҫтырыуын теләйбеҙ.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap