Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
23.11.2012
ГҮЗӘЛ ЗАТТАР ТӘБРИКЛӘНДЕ
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Сибай ҡалаһында иҫтәлекле кѳндәр йәиһә һѳнәри байрамдарҙы уҙғарыуға ҙур иғтибар бирелә. Бындай саралар күңел асыу, кәйеф күтәреү маҡсаты менән түгел, ә кешенең хеҙмәтен күрә белеү һәм дѳрѳҫ баһалау йәһәтенән ойошторола. Кисә, йәғни 22 ноябрҙә, Никах йортонда Әсә кѳнѳнә арналған кисә лә ошо маҡсаттарҙы үҙ эсенә алды. Байрам тантанаһына ҡаланың тѳрлѳ учреждение, ойошма-предприятиеларында уңышлы хеҙмәт иткән, һәр яҡлап ѳлгѳлѳ булған гүзәл заттар саҡырылған ине.

Әсә тигән бѳйѳк исемде йѳрѳтѳүсе гүзәл заттарға арналған күркәм сараны асып, хакимиәт башлығы урынбаҫары Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

—Әсә булыу—бәхет кенә түгел, ә оло хеҙмәт һәм батырлыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: Сибай ҡалаһында ғаилә, әсә мәнфәғәте иғтибар үҙәгендә. Быйыл ғына 101 күп балалы ғаиләгә ер участкалары бирелде, 2 социаль йорт сафҡа инде. Киләсәктә лә был эштәрҙе дауам итеү—ниәтебеҙ. Ҡалала юғары уҡыу йорттарының, театр, филармония кеүек мәҙәни усаҡтарыбыҙҙың булыуы ла күп мѳмкинлектәр аса. Ысынлап та, баланың һәләтен үҫтереү тәңгәлендә лә, һаулыҡ һаҡлау йәһәтенән дә бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Быға миҫал итеп физкультура-һауыҡтырыу комплексын, боҙ һарайын,йәштәр-үҫмерҙәр клубтарын, сәнғәт мәктәбен, үҙәк дауахананы килтерергә мѳмкин. Изге байрамығыҙ менән тәбрикләйем. Балаларығыҙҙың изгелеген күреп йәшәгеҙ,эшегеҙҙә, ғаиләгеҙҙә уңыштар юлдаш булһын,—тине ул.

Артабан Илгиз Рәхимйән улы үҙ эшенә намыҫлы ҡараған, М. Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы директоры Сажиҙә Ғәниеваны һәм үҙәк ҡала дауаханаһы табибы Зѳлфирә Халисованы тәбрикләп үтте. Тәүгеһе Рәсәй Федерацияһының профсоюздар ойошмаһының Маҡтау грамотаһын алып ҡыуанһа, икенсеһе иһә «Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» исеменә лайыҡ булды.

Йыр-моң менән үрелеп барған кисәгә күренекле йырсы Альберт Салауатовтың моңло тауышы, Ләйсән Таштимерованың, аталы-уллы Айтуған һәм Айсар Дәүләткирәйевтарҙың дәртле бейеүҙәре, сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең сығыштары йәм ѳҫтәне. Күркәм сара әсәләрҙең байрам кәйефен арттырып, күңелдәрен күтәреп, кѳс-дәрт ѳҫтәгәндер, тигән ышаныстабыҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap