Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
27.11.2012
БАЛҠЫП ЯН, «СУЛПАН»!
Untitled document

 

Земфира ҒИРФАНОВА

Сибайҙағы «Сулпан» балалар театры егерменсе юбилей миҙгелен асты. Тамаша халҡыбыҙҙың бѳйѳк эпосы буйынса ҡуйылған «Урал батыр» спектакле менән башланды. Икенсе ѳлѳшѳндә иһә репертуарҙағы иң сағыу әҫәрҙәрҙән ѳҙѳктәр күрһәтелде. Театр коллективын юбилей менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р.Алтынбаев, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Ә.Ә.Әбүшахманов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Э.Ә.Юнысова, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты вәкиле Б.Р.Күсәбаев, билдәле драматург Н.Ғәйетбаев, «Алтынай» студияһы етәксеһе, режиссер Ә.Ҡыуатова, балалар яҙыусыһы, мәғариф ветераны Р.Ураҡсина, театрҙың элекке художество етәкселәре Ф.Сѳләймәнов, В.Йосоповтар тәбрикләне. Баймаҡ ҡала һәм район хакимиәте, ҡаланың балалар ижады үҙәге лә ҡотларға килгән ине.

Сулпан—таң йондоҙо, яҡты кѳн хәбәрсеһе. Ә яҡтылыҡта кешелек тә бары тик яҡшылыҡҡа ынтыла, матур эштәр башҡара. Уларҙың эскерһеҙ, ихлас күңелдән эшләнгәне бер ваҡытта ла бушҡа булмай. «Сулпан» театры ла балалар күңеленә яҡтылыҡ, яҡшылыҡ ѳләшә, уларҙың йәшәйешен байыта. Сәнғәт усағының барлыҡҡа килеү тарихына күҙ һалғанда, ошо театрҙы асыуға ҙур ѳлѳш индергән рухлы режиссерҙар Хәниф Сафин, Әлмира Ҡыуатова, балалар яҙыусыһы, педагог Рәсимә Ураҡсина, актриса Фиүзә Сафиналарҙы телгә алырға кәрәктер. Шул йылдарҙа балалар театрында Р.Ураҡсинаның «Йомро-йомро йомғағым», «Терпекәй» әҫәрҙәре ҡуйыла. Театрҙың художество етәкселәре Фәтих Хѳснѳтдинов, Фәрит Сѳләймәновтар ҙа янып эшләй. Ә Вәкил Йосопов театрҙы яңы кѳстәр, юғары белемле актерҙар менән тулыландыра. Ғѳмүмән, йәш коллектив булыуына ҡарамаҫтан, театрҙың тарихы бай ҙа, сағыу ҙа.

«Сулпан»ды әлеге ваҡытта белемле, тәрән фекерле, быға тиклем 28 йыл Ѳфѳ дәүләт ҡурсаҡ театрында режиссер булып эшләгән Гѳлнара Әнүәр ҡыҙы Вәлитова етәкләй. С.Әлибаевтың «Алтын ҡанат», С.Латиповтың «Әҙәпле ҡуян», А.С.Пушкиндың әкиәттәре буйынса «Хикмәтле Салтан батшалығында», З.Биишеваның «Мѳхәббәт һәм нәфрәт», С.Суринаның «Эҫе ҡар», А.Богачеваның «Күңелле сумаҙан», Ф.Әлибаевтың «Түбәтәй һәм Ѳфѳ» исемле әҫәрҙәре буйынса Г.Ә.Вәлитова ҡуйған спектаклдәр кескәй тамашасылар күңеленә хуш килде.

Театр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, бѳгѳн дә ижади эҙләнеүҙәр юлында. Ҙур ҡалаларҙа уҙғарылған фестивалдәрҙә ҡатнаша. Быйыл Тѳркиәлә булып ҡайттылар.

Театрҙа йәш, талантлы актерҙар эшләй. Юбилей тамашаһында Борис Мәхмүтов, Гѳлназ Исламғолова, Фәһим Сѳнәғәтов, Зинфира Юлмѳхәмәтова, Альбина Вәлиева, Баязит Ғәйнуллин, Рәмзиә Бәкировалар Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары И.Р.Хәйруллиндың: «Сулпан» театры—беҙҙең ҡаланың үҙенсәлекле бер биҙәге ул. Быйыл театрҙы А.Мѳбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына ҡушып, уны труппа итеп ҡалдырыу тураһында һүҙ сыҡҡас, хакимиәт туранан-тура республика Президентына мѳрәжәғәт итте. Һәм «Сулпан»ды һаҡлап ҡалдыҡ. Театрҙың киләсәге ѳмѳтлѳ, тип ышанабыҙ. Ниндәй матур, тылсымлы әҫәрҙәр ҡуйыла. Бѳтә яҡшы нәмә балаларға булырға тейеш. Театр киләсәктә лә шулай ижади эшләһен, яңы үрҙәргә үрләһен»,—тигән һүҙҙәре артистарға һәм тамашасыларға киләсәккә ышаныс һәм дәрт ѳҫтәне.

Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Ә.Ә.Әбүшахманов «Сулпан» театрының союзға алыныуын иғлан итеп, коллективҡа һѳйѳнѳслѳ хәбәр еткерҙе. Был яңылыҡ балалар театрына мәртәбә лә, яуаплылыҡ та ѳҫтәй.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap