Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
КҮҢЕЛГӘ―ЯЛ, ТӘНГӘ СИХӘТ БИРЕР ШИФАХАНА
Untitled document

 

Земфира ҒИРФАНОВА

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа шифаханалар эшмәкәрлегенә иғтибар бермә-бер артты. Ожмахҡа тиң булған шифаханаларыбыҙҙың даны сит яҡтарға тарала бара. Күрше ѳлкәләрҙән килеп, һаулығын нығытып ҡайтыусылар байтаҡ.

«Сибай» шифахана-профилакторийының эшмәкәрлеген дә яңы кимәлгә күтәреү буйынса маҡсатлы эштәр алып барыла. Быйыл июнь айында «Ҡайынҡай» балалар лагеры, «Ғәҙелша» ял базаһы һәм «Сибай» шифахана-профилакторийы «Һаулыҡ йорто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булып берләште. Уның генераль директоры Илдар Ғаяз улы Килдебаев менән осрашып, йәмғиәттең, «Сибай» шифахана-профилакторийының эшмәкәрлеге тураһында әңгәмәләштек. Гәзит уҡыусыларыбыҙға ла бындағы яңылыҡтарҙы еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.

«Сибай» шифахана-профилакторийын Башҡорт баҡыр-кѳкѳрт комбинатының шифаханаһы булараҡ белә инек. Хәҙер инде бында комбинаттың эшселәре һәм ветерандарынан тыш һәр теләүсе үҙ һаулығын нығытыу мѳмкинлегенә эйә. Шифахана-профилакторийҙа тѳрлѳ сирҙәр, мәҫәлән, йѳрәк-ҡан, ашҡаҙан-эсәк юлы, нервы системаһы ауырыуҙарын дауалау буйынса ҙур ғына тәжрибә тупланған. Әлеге ваҡытта ауырлы ҡатындарға курорт ярҙамы күрһәтеү эше лә яйға һалын-ған. 100 урынлыҡ шифахана йыл әйләнәһенә буш торғаны юҡ тиерлек. Беҙ барғанда 70-ләп кеше һаулығын нығыта ине. Шифаханала тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр эшләй. Дауаланыу комплексына кѳнѳнә 5 тапҡыр диетик туҡланыу, ләм менән дауалау, эсәктәрҙе монитор таҙалау, спелеокамера, магнит терапияһы, массаж, ультратауышлы ингаляция һәм башҡалар инә. Шулай уҡ стоматолог, гинеколог кеүек белгестәргә күренергә була. «Шарко душы» тип аталған һыу менән дауаланыу ҡорамалы профилакторийҙа яңы күренеш. Шулай уҡ бында амбулатор ярҙам да алырға була. Үҙеңә кәрәкле айырым процедуралар ѳсѳн генә түләү индереп, дауаланырға ла була. Шулай уҡ 14-21 кѳнгә путевка алырға мѳмкин. Дауаланыу тәүлегенә бер кешегә 1280 һумдан тура килә. Теләүселәр ѳҫтәмә рәүештә түләүле хеҙмәттәр менән ҡуллана ала.

—Шифаханабыҙ йылдан-йыл үҙгәрә. Замандан артта ҡалмай эшләргә тырышабыҙ. Киләсәген ҡайғыртҡан ойошма бер кимәлдә ҡалыуҙы хуп күрмәй, беҙ ҙә шулай,—ти шифахана-профилакторийҙың баш табибы Радик Сәлмән улы Хоҙайғолов.

Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ожмахҡа тиң ерҙәрҙә урынлашҡан үҙебеҙҙең шифаханаларға ѳҫтѳнлѳк биреүселәр арта бара. «Сибай» шифахана-профилакторийы ла тыуған тѳйәгебеҙҙең даны булған таҙа һыулы, саф һауалы, шифалы ләм-батҡағы менән билдәле «Талҡаҫ», «Яҡтыкүл» шифаханаларынан бер ҙә ҡалышмай.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap