Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ГИМНАЗИСТАР КҮҢЕЛЛЕ ЙӘШӘЙ
Untitled document

Ниһайәт, был кѳн етте… Шундай уй менән уянып китте гимназия-интернатҡа быйыл ғына уҡырға килеүселәр. Эйе, уларҙың һынау ваҡыты үтте, бѳгѳндән улар—тулы хоҡуҡлы гимназистар. Сибай гимназия-интернатында яңы килгән уҡыусыларҙы тәбрикләү, йәғни «гимназист» исеменә арнау тантанаһын ойоштороу традицияға әүерелгән.

Дәрестәрҙән һуң уҡыусылар, педагогик коллектив, мѳһим ваҡиғанан тороп ҡалырға теләмәгәндәй, залға йыйылды. Сәхнә байрамса зауыҡлы итеп биҙәлгән. Бѳтәһе лә байрам башланыуға әҙер. Бына тантаналы музыка яңғыраны, сәхнәгә алып барыусылар сыҡты. Улар быйыл гимназияға уҡырға килеүселәрҙе тәбрикләп, сараны асыҡ тип иғлан итте. Уҡыусыларҙы дәртләндереп, йәнләндереп алыу маҡсатында, уларға гимназияның тарихы буйынса һорауҙар бирелде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ярышып-ярышып яуаптар ҡайтарҙы. Артабан яңы уҡыусылар менән тулыланған һәр кластың таныштырыу сығыштары тәҡдим ителде. Һәр береһе үҙҙәренә генә хас үҙенсәлекте күрһәтеүгә ѳлгәште. Химия-биология профилендә уҡыусы унынсылар химик элементтар, ядро һәм электрондар булып бейене, физика-химия йүнәлешендә белем алыусылар үҙҙәре хаҡында бик ҡыҙыҡлы фильм тѳшѳргән, гуманитарҙар иһә «Сүллектең аҡ ҡояшы» фильмын сәхнәләштерҙе. Яңы, йәғни мәғлүмәти-технологик йүнәлеште үҙ итеүселәр фото-слайдтар аша үҙҙәре тураһында һѳйләп бирҙе, замана технологиялары тураһында шиғри сығыш та күрһәтте. Туғыҙынсыға бер генә яңы уҡыусы килһә лә, улар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Ә алтынсылар менән етенселәр күңелле бейеүҙәре, йырҙары менән иҫтә ҡалды.

Иң тантаналы һәм тулҡынландырғыс минуттар яңы гимназис-тарҙың ант биреүе булғандыр. Гимназия-интернат президенты Урал Рахманғолов һәм башҡа иптәштәре, уҡытыусылары, тәрбиәселәре алдында улар һәр ҡағиҙәне үтәргә, тырышып уҡырға, арҙаҡлы шәхестәр эшен дауам итергә һүҙ бирҙе. Гимназия директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова уҡыусыларҙы ҡотлап, изге теләктәрен, йылы һүҙҙәрен еткерҙе һәм приздар тапшырҙы. Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Марина Машал ҡыҙы Хилалова байрамды ойоштороусы 8-се А һәм 9-сы А класына, уларҙың класс етәкселәренә, тәрбиәселәренә рәхмәт әйтте. Беҙ иһә, барлыҡ ата-әсәләр исеменән, гимназия етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ.

Лира Батыршина,

Сибай гимназия-интернатының ата-әсәләр комитеты ағзаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap