Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
05.12.2012
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Хоҙайғолова: «МѲХӘББӘТКӘ БАШ ЭЙҘЕМ…»
Untitled document

 

Резеда ВӘЛИЕВА

Театр—тормош мәктәбе... Ысынлап та, зауыҡлыларҙы, фекерҙәштәрҙе байрамса осраштырған майҙанда, күңел бѳтәйтер, рух байытыр урында ҡуйылған тамашалар күптәргә һабаҡ бирә, хаталарҙан аралай, изге күңелле, мәрхәмәтле булырға ѳндәй. Ошоно яҡшы аңлаған Сибай педагогия колледжының башҡорт теле уҡытыусылары уҡыу йортонда А.Мѳбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына арналған аҙналыҡ ойошторҙо. Ул юғарыла әйтелгәнсә, «Театр—тормош мәктәбе» тип аталды.

Аҙналыҡ сиктәрендә бик күп саралар уҙғарылды. Студенттар театр менән танышты, музей күргәҙмәһенә сәйәхәт ҡылды, спектаклдәр ҡараны, актерҙар менән осрашты, драматургтар ижадына байҡау яһаны. Шулай уҡ Сибай сәхнәһенә сығарылған пьесаларҙы уҡып, уларҙы анализлап, үҙ-ара фекер алышты. Бер аҙна барған сара театр сәхнәһенә быйыл ғына сыҡҡан премьера—«Ғүмерлек ғазап» драмаһын ҡарау һәм уның тѳп героиняһы—Ғәлимә образын башҡарған Рәмилә Хоҙайғолованың юбилей кисәһе менән тамамланды. Бында колледж коллективы һәм студенттар Башҡортостандың халыҡ артисткаһын ҙурланы. Кисә йыр-моң, ҡотлауҙар менән генә үрелеп барманы, ә йылы аралашыуға ҡоролдо. Актриса ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең һорауҙарына ихлас яуап ҡайтарҙы, үҙ кәңәштәрен бирҙе. «Нимә ул театр?», «Нимә ул бәхет?», «Иң яратҡан байрамығыҙ?», «Иң яратып башҡарған ролегеҙ?» кеүек һорауҙарға ҡыҫҡаса яуаптар биргәндән һуң, сәхнә алиһәһе студенттарға иң изге теләктәрен еткерҙе.

—Ни ѳсѳн был донъяға килгәнмен, ни ѳсѳн йәшәйем тип, бер ҡасан да уйламағыҙ. Шѳкѳр ҡылығыҙ. Ата-әсәйегеҙҙе рәнйетмәгеҙ, уҡытыусыларығыҙҙы яратығыҙ. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, яҡлағыҙ, яратығыҙ. Ни сәсһәң—шуны ураһың. Быны онотмағыҙ. Кешелекле һәм кеселекле булығыҙ,—тине актриса йәштәргә ҡарап.

Эйе, әлеге кисәлә Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы хаҡында, уның хис-тойғолары, уйҙары тураһында күп мәғлүмәт алырға мѳмкин булды. Шулай ҙа быйыл 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләүсе актриса менән айырым әңгәмә ҡормайынса булдыра алманыҡ. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

—Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы, 70 йәшен ҡаршы алған актриса бѳгѳн ниҙәр кисерә?

—Күңел һис кенә лә ҡартлыҡты тоймай. Йылдар үткән һайын ни ѳсѳндѳр артҡа ҡарайһың, бала саҡҡа ҡайтаһың. Шул мәлдәге мажаралар, тѳрлѳ хәлдәр иҫкә тѳшә. Кѳслѳ рухлы ауылдаштарым күҙ алдына баҫа. Унан йәшлегемә ҡайтам. Эшкә килгән кѳндәрем, коллегаларым... Яҡшы күңелле кешеләр юлыма шул тиклем күп осраны. Тәжрибәле, үҙенсәлекле актерҙар, юморға бай, ихлас, алсаҡ ағайҙар менән эш башлауым миңә күп нәмә бирҙе. Беҙҙең ветеран актерҙар ауылдан-ауылға йәйәү йѳрѳп, спектакль ҡуйған. Был кѳслѳ рух тураһында һѳйләй. Әле улар хаҡында йәш коллегаларыма һѳйләп алам. Ғѳмүмән, мин ижадташ дуҫтарым менән бәхетлемен. Ә йәшкә килгәндә, 70 тулғанға ышанып та булмай әле. Һаулығым иҫ киткес шәп тип әйтә алмайым, әммә эшләп, сабып йѳрѳүемә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен.

—Алла тигәндәй, дингә ҡарашығыҙ нисек?

—Нисек тип әйтәйем икән... Беҙ бала саҡтан мәсеткә йѳрѳгән, намаҙ уҡыған ололарға эйәреп үҫтек. Әсәйем дә намаҙҙарын ҡалдырмай ине. Ул шул тиклем аңлы кеше булды, мәрхүмкәйем. Уҡыу ғына эләкмәгән уға.

—Атайығыҙҙы ла бик йылы хистәр менән иҫкә алаһығыҙ...

—Эйе, атайым оҫта ҡуллы ине, тимерсе булды. Ѳйѳбѳҙҙә ул эшләгән мебелдәр ултыра торғайны. Уның уңғанлығы арҡаһында ашлы булдыҡ. Беҙ ғаиләлә 4 бала—2 ҡыҙ һәм 2 малай үҫтек. Апайым менән ѳлкән ағайым бер йылдарҙа, йәғни 1929 һәм 1932 йыл тыуһа, беҙ кесе ағайым менән бер тирәлә: Мырҙабулат—1938, ә мин 1942 йылғы. Дуҫ, татыу булдыҡ. Мырҙабулат ағайым менән ыҙғышып алған бер мәлде генә иҫләйем. Ағайым бер дуҫын ашатам, тип ѳйгә индерҙе. Мин ниңәлер шул ризыҡты уға бирмәнем. Ағайым килеп һуғып ебәрҙе. Мин еңмеш, үҙ һүҙле, ауыртһа ла иламай ятам. Ә ағайым мине йәлләп илап ебәрҙе. Тамаҡ ашҡа туймаған дәүерҙә кешеләр шул тиклем мәрхәмәтле булған, һуңғы телемен бүлешкән. Хатта балалар ҙа шундай булған. Ә хәҙер замана үҙгәрҙе. Кешеләр нишләптер бер-береһенә битараф.

—Һеҙ бала саҡта ниндәй булдығыҙ?

—Оһо-һо... Шул тиклем шуҡ, шаян, тиктормаҫ булдым. Ҡулымдан рогатка тѳшмәне, үҙем һәр саҡ ҡойма, ҡыйыҡ башында йѳрѳнѳм. Ҡыҙыҡ хәлдәргә туҡталайым әле. Бер дәрес ваҡытында ҡағыҙҙы сәйнәп, шуны рогаткага ҡуйып, алғы партала ултырған пеләш башлы малайға тѳбәнем. Тик ҡағыҙым уҡытыусының күҙенә барып тейҙе. Йәнә бер хәл иҫтә: Камил исемле малай миңә «Яратам» тип записка ырғытты. Тәнәфес башланғас, тегене яныма саҡырып алдым да башын партаға бәрҙем. Уҡытыусым иртәгәһенә атайым менән килергә ҡушты. Ҡайтып атайыма сәләмде еткерҙем. Ул: «Берәү ҙә үлмәнеме?»—тип һораны ла, юҡ тигәс, бармаҫҡа булды. Алдан әйтеүемсә, ҡыйыҡ башынан тѳшмәнем. Бер радио сымдарын ҡарап ѳй башында йѳрѳйѳм. Шул саҡ йыуантыҡ ҡына кәүҙәле күрше Нәғимә инәйҙең ишек алдында тороуын күрҙем дә, янына һикереп тѳшѳп шаҡ ҡатырырға уйланым. Тик һикереп ѳлгѳрмәнем, ҡолап киттем дә ергә барып тѳштѳм. Тыным ҡыҫылды, ах та ух килеп ятам. Ә бахыр инәйҙең ҡото осто. Тауыш ишетеп: «Эй-й, бынау Рәмилә тағы бер нәмә ҡылып йѳрѳйҙѳр инде»,— тип әсәйем килеп сыҡты. Шулай, мәҙәк хәлдәр күп булды.

—Һеҙ үҙегеҙҙе кемгә оҡшатаһығыҙ: атайығыҙғамы әллә әсәйегеҙгәме?

—Тѳҫ-ҡиәфәтем әсәйемдеке. Ә холҡом атайымдыҡылыр, тип уйлайым. Мин атай менән нығыраҡ уртаҡ тел таба инем. Ниңәлер әсәйгә серҙәремде, хис-тойғоларымды һѳйләргә ояла торғайным.

—Сәнғәт юлынан китеүегеҙҙә лә атайығыҙҙың йоғонтоһо ҙур шикелле.

—Эйе, атайым үҙе сәнғәткә мѳкиббән ғашиҡ ине. Йырларға яратты. Күрше ауылда концерт йә берәй тамаша булһа, атын егеп, мине алып шунда ашҡына ине. Атайым мѳһабәт кәүҙәле булды, ә әсәйем йәтеш кенә. Ҡунаҡтарҙа атай әсәйебеҙҙе беләгенә ултыртып алып, ѳйѳрѳлѳп бейей торғайны. Сәнғәткә булған һѳйѳүе шул тиклем кѳслѳ булғандыр инде, минең ошо юлдан китеүемде теләне.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең 97-се һанында уҡый алаһығыҙ.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap