Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ҺѲЙѲНСѲ! СТУДЕНТ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ АСЫЛДЫ
Untitled document

 

Земфира ҒИРФАНОВА

Һәр тѳрлѳ ҡатмарлыҡтарға, иҡтисади кѳсѳргәнешлеккә ҡарамай, ныҡышмал, эшлекле кешеләр изге-уй ниәттәрен тормошҡа ашыра торған заманда йәшәйбеҙ. Ундайҙарҙан ѳлгѳ алырға ғына кәрәк. БДУ-ның Сибай институты базаһында телевидение асылыуы үҙе бер һѳйѳнѳслѳ ваҡиға түгелме!? Студия асыу башланғысын институт директоры З.Ғ.Йәрмѳхәмәтов та бер һүҙһеҙ хуплап ҡаршы ала. Был яңылыҡтың Сибай институты базаһында үтәсәк күсмә ҡоролтай алдынан эш башлауы айырым әһәмиәткә эйә.

Студияның ижади коллективы ла тупланған. «Беҙҙә шул тиклем ваҡиғалар күп була. Барыһы хаҡында ҡала матбуғат баҫмалары яҡтыртып та ѳлгѳрә алмай. Ә уртаҡлашыр мәғлүмәттәр сикһеҙ. Һѳйѳнѳслѳ хәбәрҙәр, яуланған уңыштар, файҙалы мәғлүмәттәр студенттарға ла, уҡытыусыларға ла берҙәй мѳһим»,—ти студия етәксеһе Р.С.Хәсәнова. Әйткәндәй, Рәүилә Сәфәрғәле ҡыҙы Сибай ҡала телевидениеһында 16 йыл хеҙмәт иткән журналист. Ул үҙен «Шәжәрә», «Рухи мираҫ», «Ултырайыҡ әле бѳгѳн кис» исемле тапшырыуҙары аша рухлы, сәсән телле журналист булараҡ танытып ѳлгѳргәйне. Бѳгѳн ул институт студенттарын журналистика серҙәренә ѳйрәтә. Мәҫәлән, Радмир Иванов (педагогия факультеты) менән Урал Әбдрәхимовтар (технология факультеты) быға тиклем үҙҙәре йәшәгән Белорет ҡалаһындағы телестудияла эшләп ѳлгѳргән. Оператор Никита Фучко, хәбәрсе Эльвира Рәхмәтуллина (математика факультеты), дикторҙар Айгѳл Йәнтүрина (педагогия факультеты), Рәсимә Әбдрәхимовалар (филология факультеты) эшкә ҙур теләк менән тотонған. Ҡыҫҡа хәбәрҙәр, мәғлүмәт-аналитик программалар менән бер рәттән ҡотлауҙар, һауа торошо тураһында мәғлүмәт эфирға сығасаҡ. Һәр факультет коридорына ЖК-телевизорҙар беркетелгән. Тимәк, барлыҡ студенттар тапшырыуҙарҙы ҡарай аласаҡ. Шулай уҡ ошо арала сайт эшләнеп, студент телевидениеһы тапшырыуҙарын Интернет селтәрендә башҡаларға ла ҡарау мѳмкинселеге булдырыласаҡ. Йәш, ижади студияға уңыштар, ҡыйыулыҡ, яҡты киләсәк теләйек.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap