Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
07.12.2012
ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ ҠЫУАНДЫРҘЫҠ
Untitled document

«Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә А.Мѳбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры башҡорттар күпләп йәшәгән тѳбәктәргә гастролдәр ойоштороп тора. Былтыр Пермь, Ырымбур ѳлкәләрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең рухын байытыуға булышлыҡ итһәк, быйыл «мѳбәрәковсылар» Силәбе ѳлкәһенә юл тотто.

Сит тарафтарҙа йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ Башҡортостандан килгән коллективтарҙы һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән кѳтѳп ала. Үҙҙәре әйтмешләй, туған телдәге тамашалар уларға һулар һауа, эсер һыу кеүек танһыҡ.

Силәбеләргә ижади коллектив Ғәфүр Ҡәйүмдең «Мираҫ» трагифарсын һәм Аманулланың «Һин ҡалдырған моң» трагикомедияһын тәҡдим итте. Спектаклдәрҙе БР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов ҡуйған.

19, 20 ноябрҙә «Мечел» йәмғиәтенең мәҙәниәт һарайында үткән спектаклдәр алдынан Башҡортостандың Силәбе ѳлкәһендәге даими вәкиле А.Ғ.Хәбибуллин артистарға рәхмәт хаттары тапшырҙы, тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны.

—Бѳгѳн сибайҙар Силәбе еренә сәнғәт байрамы ғына түгел, милләттәштәренә туған тел байрамы ла килтерҙе,—тине Амур Хәбибуллин.

Гастролдәрҙең ойошҡанлы үтеүенә ҙур кѳс һалған милләттәштәребеҙгә—Силәбе ѳлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Р.Ш.Мѳлкаманов, Ш.Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы мѳдире К.Р.Әйүпова, «ИнтерЗет» компанияһының генераль директоры Н.Ә.Хәйруллинға ҙур рәхмәтлебеҙ.

Артабан сәфәребеҙ Ҡоншаҡ, Арғаяш райондарында дауам итте. Был тѳбәктә йәшәүсе ҡәрҙәштәребеҙ ҙә халҡыбыҙға хас булған ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүҙә һынатманы: бик йылы ҡаршы алдылар, артистарҙы йәшәтеү урындарын алдан хәстәрләп, иң яҡшы ҡунаҡханаларҙан урын әҙерләп ҡуйғандар ине. Ошоларҙың барыһын да юғары кимәлдә ойошторған ѳсѳн Арғаяш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе А.Х.Ишбирҙингә рәхмәтебеҙ сикһеҙ!

Спектаклдәрҙең ҙур аншлаг менән үтеүе беҙгә кѳс-дәрт ѳҫтәне, киләсәккә ҡанат ҡуйҙы. Милләттәштәребеҙҙе ҡыуандыра алыуыбыҙға үҙебеҙ ҙә шатланып ҡайттыҡ.

Алһыу Аҡбулатова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap