Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
11.12.2012
ДӘРТ ҺАЛАЙЫҠ КҮҢЕЛДӘРГӘ…
Untitled document

 

Күгәрсен районы Үрге Бикҡужа ауылында буй еткереп, урта белем алғандан һуң әрме сафына барып эләккән Риф Бикбаев бында үҙенә бик күп яңы дуҫтар таба. Хеҙмәттәш дуҫтарының береһе, нисек кенә ғәжәйеп тойолмаһын, тегеү эшенә битараф булмай. Улар ғаиләһе менән тегенсе икән... Уға ҡарап Рифтә әлеге һѳнәргә ҡыҙыҡһыныу уяна. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Ѳфѳлә тегенсегә уҡып та ала. Бѳгѳн иһә Риф Бикбаев республикала популярлыҡ яулай. Тик тегенсе булып түгел, ә йырсы булараҡ! Әйҙәгеҙ, һәүәҫкәр йырсы менән әңгәмәләшеп алайыҡ.

—Риф Ғәриф улы, тегенсе нисек йырсы булып китте икән ул?

—Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡмын. Атайым мәрхүм дә, әсәйем дә йырларға яратты. Мин сәнғәт колледжына ла, институтҡа ла уҡырға инеп ҡараным. Һәр береһендә икешәр йыл ғына белем алдым. Уҡыуҙы бѳтмәнем. Ауылда йәшәнем, тегенсе булараҡ тектем дә, бәйләнем дә. Аҙаҡ миндек, селек бәйләп аҡса эшләнем. Әммә тиҙҙән барыһы ла ялҡыта башланы. Ауылда күбәйә барған буш ѳйҙәр, эшһеҙлек—быларҙың барыһы ла эсте бошора ине. Әйтерһең дә, йәшәү бѳтә. Бер мәл тауҙар буйлап килеп ҡолағыма ниндәйҙер ауаз бәрелгән тѳҫлѳ булды. Миңә нимәлер эшләргә ҡуша кеүек, изгелек эшләргә, йолаларҙы тергеҙергә ѳндәгәндәй булды. Тѳнѳ буйы йоҡлай алмай сыҡтым. Аптырағас иртәнсәк муллаға ла барҙым. Ауыл биләмәһе башлығына ла инеп сыҡтым. Баяғы тауыштың юҡҡа булмағанына инана инем. Ауылдаштар менән зыяратты кәртәләү эшенә тотондоҡ. Мәсет тѳҙѳтѳүҙе юлланым. Шулай итеп, дәрт артты. Күңелгә тынғылыҡ бирмәгән йыр донъяһы ла үҙенекен итте.

—Нисегерәк булды инде был?

—Урманда миндек бәйләп йѳрѳгән саҡта кѳй тыуҙы. Шул мәлдән йырҙар ижад итә башланым. «Юлдаш йыры» конкурсы хаҡында ишеткәс, үҙ кѳсѳмдѳ һынап ҡарарға булдым. «Булмаһын юғалтыуҙар» йыры менән еңеү яуланым. Был тағы ла ҡанатланып эшләргә этәргес кѳс бирҙе.

—Гармунда ла уйнайһығыҙ шикелле.

—Эйе, уйнайым. 2008 йыл синтезатор һатып алып, унда үҙ аллы уйнарға ѳйрәндем. Район конкурстарына сыҡтым.

—Әле концерттар менән райондарға сығаһығыҙ. Билдәле йырҙар менән бер рәттән үҙ йырҙарығыҙҙы ла башҡараһығыҙ. Ә кемдәрҙең шиғырҙарын үҙ итәһегеҙ?

—Тәүҙә кѳй яҙыла. Аҙаҡ шул кѳй яғылырҙай шиғыр табам. Ғәҙәттә, улар ябай халыҡ араһында йѳрѳгән авторҙарҙыҡы. Мәҫәлән, «Булмаһын юғалтыуҙар» йырының авторы—Зилә Йәнбулатова. Ул күрше ауылда йәшәй, йыйыштырыусы булып эшләй. Мәләүез районында яҡташым Рәзилә Ҡотлогилдина йәшәй. Ул китапханасы. Уның шиғырҙарына йырҙар ижад итәм.

—Башҡарған йырҙарығыҙҙан иң билдәлеһе тип ҡайһыларын әйтер инегеҙ?

—«Үтмәй торһон йәшлек йылдарым», «Йәшәһен ҡурайым», «Саҡыр мине», «Һүндермә күк нурын» исемле йырҙар моң һѳйѳүселәргә таныштыр, тип уйлайым.

—Әле ижадташ дуҫтарығыҙ менән сәфәргә сығырға йыйынаһығыҙ. Ябай ауыл кешеһе ѳсѳн концерт ойоштороу ауырға тура килмәйме?

—Район хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусин үҙе ярҙам итеп торғанда бер ауырлыҡ та һиҙелмәй. Район, ҡала хакимиәттәре менән бәй-ләнешкә сыҡты. Уға оло рәхмәтлемен. Йылы ҡабул иткәндәре ѳсѳн башҡа етәк-селәргә лә рәхмәт белдерәм.

—19 декабрҙә Сибай дәүләт филармонияһында «Дәрт һалайыҡ күңелдәргә» исемле концертығыҙ буласаҡ. Тамашасыларға нимә тәҡдим итәһегеҙ?

—Бында йыр-бейеү ҙә, сәхнәләштерелгән интермедиялар ҙа буласаҡ. Тамаша йылы аралашыуға, уйын-кѳлкѳгә ҡоролған. Килһендәр, күрһендәр, байрам кәйефе алһындар!

—Әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт. Зал тулы тамашасылар, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Резеда Усманова әңгәмәләште.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap