Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
БЕЛЕМ ҮРҘӘРЕНӘ АРТЫЛҒАНДА
Untitled document

Атайым һѳйләгәйне: миңә дүрт йәш тирәһе сағымда унан: «Атай, нишләп һинең атайың беҙгә килгәне юҡ, әсәйемдең атаһы—олатайым килә?»—тип һорағанмын. Ул: «Мин үҙем бәләкәй инем, атайым—һинең олатайың шахта эсендәге таш баҫып үлеп ҡалды»,—тип яуаплаған. «Ә нимә һуң ул шахта?»—тигән һорауыма, ул: «Шахта—ул ер аҫтындағы алтын, кѳмѳш кеүек байлыҡтарҙы сығарыу ѳсѳн ҡаҙылған урын»,—тип аңлата. Шул ваҡыт мин: «Мин дә олатайым һымаҡ шахта булам»,—тип әйткәнмен, имеш. Атайым, ул күптән мәрхүм инде, һүҙемде тѳҙәтеп: «Шахтер, тип әйтергә кәрәк, улым»,—тигән.

Ошо әңгәмәнән һуң мин атайымдан шахтер Ғабдрахман исемле олатайым тураһында һѳйләүен һорағанмын. Күрмәгән олатайым шахтала вафат булғанда атайыма ни бары 9 йәш була. Шунлыҡтан, атайым күберәк уның тураһында кешенән ишеткәнен генә һѳйләй торғайны.

Тыуған ауылым Иҫке Собханғол мәктәбенең 6-сы класын тамамлағас, атайыма: «Атай, ә шахтер һѳнәренә берәй ерҙә уҡыталармы икән?»—тигән етди һорау бирҙем. Шул саҡ атайым миңә күптән күрмәгән, һағындырып ҡына ҡайтып йѳрѳгән балаһына ҡараған шикелле йылмайып ҡына ҡараш ташланы. Үкһеҙ етем ҡалып Ташлы ауылында, һуңынан Ѳфѳләге балалар йортонда тәрбиәләнгән атайым: «Ҡуй, улым, олатайың һымаҡ шунда теге донъяға китеүең ихтимал бит»,—тип әйтмәне. «Бар, улым, шахтерлыҡҡа Баймаҡ ҡалаһындағы тау техникумында уҡыталар»,—тине.

1961 йыл. Мәктәптәге имтихандарҙы уңышлы тапшырғас, урта белем тураһында танытманы ҡулыма алып, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы туплап, Баймаҡ тау техникумына ебәрҙем. Әсәйем йәшенеп кенә илай, ә атайым йѳрәгендә тота белде, һыр бирмәҫкә тырышты. Техникумдан саҡырыу ҡағыҙы килгәс, әсәйем менән атайым мин йоҡлап киткәндә лә һѳйләшәләр ине. Күрәһең, минең яҙмыш хаҡындалыр инде был гәпләшеүҙәр. Уйлап ҡараһаң, ауылдан сығып йѳрѳмәгән, яңы егет ҡорона аяҡ баҫҡан бала ҡарурманды йәйәү йырып сығып, ялан ерендәге Баймаҡ ҡалаһына яңғыҙы сығып китһен әле.

Ғәҙәттәгесә, бер иртәлә мин мал-тыуарҙы кѳтѳүгә оҙатып, быҙауҙарҙы кѳтѳүгә ҡушылмаһын тип, Ағиҙел йылғаһы аръяғына ҡыуып ҡайтыуыма, әсәйем кѳлгә күмеп ҙур ғына ике сѳсѳ күмәс бешереп (ул минең бәләкәйҙән нимә яратып ашағанымды белә ине), яңы ғына һауған һѳттән ике быяла шешәгә тултырып, гәзиттән бѳкѳ эшләп тығып, әҙерләп, тоҡсайға һалып ҡуйған ине. Атайым: «Әйҙә, улым, Әхмәҙей еҙнәңә ѳлгѳрһәң, Ишейгә ул һине ат менән алып сығыр»,—тип мине ашыҡтыра башланы. Әсәйем: «Юлың уң булһын, балам»,—тине лә ныҡ ҡына ҡосаҡлап битемдән, маңлайымдан сабый балаһын үпкәндәй итеп үпте лә ҡапыл ѳйгә инеп китте. «Әсәй, аслан илама, мин бирешмәм, әсәй»,—тип әйткәс тә үҙемдең дә ике күҙемдән йәштәр атылып сығыуын һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тормош һабаҡтарының күбеһен, баш балаһы булараҡ, әсәйем миңә ѳйрәтә торғайны. Ҡыҙҙар һѳнәрен дә ҡыҙ балаһына ѳйрәткәндәй аңлатты, һәр эште еренә еткереп эшләргә, ыҫпайлыҡҡа күндерҙе. Әле лә онотмайым һәм ғүмеремдең һуңғы кѳндәренәсә иҫләйәсәкмен: икәүләп ойоҡбаш бәйләргә тип һарыҡ йѳнѳн тетеп ултырғаныбыҙҙа әсәйем матур итеп оҙон башҡорт йырҙарын йырлай торғайны.

Уйланып, атайым менән Иҙел буйында ятҡан утопҡа килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдым. Йылға тѳбѳндә һыу, ҡом һеңгәнлектән ағып китә алмай батып ҡалған ағасты, бүрәнәне Ағиҙел буйында йәшәгән бѳрйәндәр «утоп» тип йѳрѳтәләр ине. Күрәһең, был һүҙ урыҫтың «утопший» йәғни «батып ҡалған» һүҙенән алынғандыр. Атайым: «Әйҙә, улым, ултырып алайыҡ ошо утопҡа, сығар һѳтѳңдѳ»,—тине. Атайыма һѳттѳ тотторҙом. Ул шешәнең тығынын алып, миңә һѳт йоторға бирҙе. Үҙе миңә ѳгѳт-нәсихәт һѳйләй башланы: үҙеңде нисегерәк тоторға, уҡырға барғас, уҡырға тырыш, кеше уҡығанда—уҡы, эшләгәндә—эшлә, һүлпәнлек күрһәтмә, сабыр бул һ.б һ.б. Һуңынан шешәне алып, бер нисә йотом һѳт эскәс: «Тормош юлын үҙең һайланың, улым, халыҡ хѳрмәтен яула, һине халыҡ һайлаһа, кәперенмә, эшлә. Ҡайҙа барһаң да эш күрһәт, юлың ошо һѳттәй аҡ булһын, саф булһын»,—тине лә һѳттѳң бѳкѳһѳн тығып: «Мә, һалып ҡуй!»—тип ҡулыма тотторҙо.

Ағиҙелде кисеп сығып, ярға күтәрелеп артыма әйләнеп ҡараһам, атайым менән әсәйем икәүләп яр башында ҡулдарын болғап тора ине. Һуңғы мәртәбә ҡул болғаным да ҡарурманға инеп, һуҡмаҡ буйлап юлымды дауам иттем. Ул ваҡытта машина тигән нәмә юҡ. Район үҙәгендәге кинофикацияның «полуторкаһы» килһә, беҙ, малайҙар, туҙан туҙыуына ҡарамаҫтан, күҙҙән юғалғансы артынан йүгерә торғайныҡ. Ҡыҙыҡ булғандыр инде.

Оло юлға килеп сыҡтым. Беҙҙең ғаиләнең сабынлығы ошо оло юлдан дүрт саҡрым барғас, «Айыулы баш» тигән ҡайын сауҡалығы араһында ине. Машина килеп сығыуына ѳмѳт юҡ. Шунлыҡтан, Яңы Усман ауылына боронғо арба юлынан барырға булдым. (Тарауыл тип тә йѳрѳтәләр ине был ауылды). Был юлдан барһаң, Яңы Усманға 18 саҡрым, ә машина юлынан 25 саҡрым тип иҫәпләй ине ололар. Китеп барам, алдымдан турғай осоп китһә лә тертләйем. Ташйылға буйына килеп еттем. Бына әкәмәт, баҫҡан һайын аяҡ тая ла ҡуя бит, йылғаның йәлпәк таштарын мүк баҫып, лайлаланып бѳткән. Йылға аша сығып, туғайға тѳштѳм. Шул саҡ оло йылға буйында, минән бер ике йѳҙ аҙымдай арала, инә айыу балаһы менән баҫып тормаһынмы?! Башыма ҡан һикергәндәй булды, бығаса айыуҙы урман араһында күргәнем булды, ләкин бына ошолай, япа-яңғыҙым ике айыуҙы һис тә күргәнем юҡ ине. Бер күҙем айыуҙарҙа, икенсеһе—юлда. Үҙем һаман алға ынтылам. Ҡыуаҡлыҡтарға етеп, айыуҙар күҙҙән юғалғансы, хәлемдең мѳшкѳллѳгѳн һиҙҙем. Һуңынан был хәлде әсәйемдең атаһына—олатайым Хәбир муллаға һѳйләгәс, (ул даны таралған оҫта һунарсы ине) ике яурыныма ҡулдарын һалып: «Инә айыу балаһы эргәһендә булғанда, йыртҡыслығын күрһәтә. Әгәр һин күрмәй ҡалып, туп-тура уларға яҡынлаша башлаһаң, уның һине ѳҙгѳләп ташлауы ла мѳмкин ине. Аллаһ һаҡлаған»,—тип ҡуйҙы ул.

Яңы Усманда Әхмәҙей еҙнәм килеп етеүемде кѳтѳп алып (атайым алдан шылтыратҡан ине), апайым Нәғимәнең ҡаймаҡ һалып яһаған тәмле сәйен эскәс, арбаға ултырып, «Үрнәк» колхозының «Кәпәс ҡарағай» фермаһына табан юлландыҡ. Атыбыҙ бәләкәс кенә булһа ла, башҡорт аттары тоҡомонан булғанғамы, йѳгѳнѳң ауырлығына ҡарамай, юртыр урында юртып, сабыр урында сабып, атлар урында атлап «Кәпәс ҡарағай»ға килеп тә еттек. Апайым әйткәнсә «мал вырашы» булған ветеринар Әхмәҙей еҙнәм ауыр быҙаулаған бер һыйырҙы быҙаулатып алып, кѳтѳүҙәге малдарҙы ҡарап сығып, сәй эскәндән һуң, Баймаҡ районы Ишей ауылына юлландыҡ. Ҡарурман аша һигеҙ саҡрым араны ат менән үтеп, атайымдың апаһы Ғилминиса инәйемдең улы Зиннур ағайҙарға килеп еттек. Әхмәҙей еҙнәм миңә изге теләктәр теләп, үҙе шунда уҡ ҡайтыр юлға сыҡты. Кѳн кискә тартҡан ине.

Арыуҙың ни икәнен белмәгән үҫмер саҡ. Ҡустыларым менән шаярып, күмәгебеҙгә урын һалып ятҡас та йоҡоға талдым. Ағайым Зиннурҙың: «Тор, ҡустым, хәҙер автобус килә, йыуын да, ашарға ултыр»,—тигән һүҙҙәрнә уянып, һикереп торҙом. Ҡапҡылап алғас, ағайым мине автобус йѳрѳтѳүсенең ѳйѳнә тиклем оҙатып килде. ЛиАЗ автобусында Ишейҙән Баймаҡ ҡалаһына юлға сыҡтыҡ. Водитель Зиннур ағайымдың һорауын үтәп, мине ағастан тѳҙѳлгән ике ҡатлы тау техникумы уҡыусыларының ятағы эргәһендә ҡалдырып китте...

Ятаҡта ауыл малайҙарының ҡаланыҡыларҙан айырылыуын шәйләп алдым да, түңәрәк йѳҙлѳ, буйға минән байтаҡҡа тәпәш малайға килеп: «Ҡайһы яҡтан һин, исемең кем?»—тип һораным. Ул Йылайыр районы Яманһаҙ ауылынан Хәсән Ҡашҡаров булып сыҡты. Үҙем менән таныштырҙым да, икәүләп торорға бүлмә эҙләй башланыҡ. Бүлмә тапҡас, комендантҡа күрһәтеп, техникумға киттек.

Баймаҡ (Сибай) тау техникумының 1965 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, Сибай ҡалаһының Ғ.Сәиди исемендәге мәсете имамы Риф Абдрахманов—Ғарифуллаһ хажи.

Мәҡәләнең дауамын гәзитебеҙҙең 99-сы һанында уҡығыҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap