Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ТАУСЫЛАР ӘҘЕРЛӘҮСЕ УҠЫУ ЙОРТОНА―50
Untitled document

 

Гүзәл ЯЙЫҠБАЕВА

Сибай әллә ни ҙур ҡала булмаһа ла, бында уҡыу йорттары күп кенә. Ике юғары уҡыу йорто, биш колледж, һѳнәрселек лицейы уңышлы эшләп килә. Ошо уҡыу йорттары араһынан беренселәрҙән булып Сибай тау байыҡтырыу техникумы асыла.

Ошо кѳндәрҙә Сибай филармонияһы залында ҡала тарихының нигеҙ ташы булған тау байыҡтырыу техникумы—хәҙерге политехник колледжға 50 йыл тулыу айҡанлы ҙур байрам кисәһе үтте. Сараны колледж директоры Лундеж Хәлит улы Байморатов асып, уҡыу йортоноң тарихына туҡталды.

—Сибай ҡалаһының үҫеше мәғдән эшкәртеү менән тығыҙ бәйле. Тау байыҡтырыу сәнәғәтен белгестәр менән тәьмин итеү маҡсатында 1962 йылда Сибай тау байыҡтырыу техникумы барлыҡҡа килә, ә 1994 йылда ул политехник колледжға әйләнә. Эш башлағанда техникум бер нисә йүнәлеш буйынса ғына кадрҙар әҙерләһә, хәҙерге кѳндә беҙ хеҙмәт баҙарында кәрәкле булған бик күп белгестәр сығарабыҙ. 2010 йылдан ситтән тороп уҡыу бүлеге эшләй башланы. Ярты быуат эсендә беҙҙең колледжды 10 297 кеше тамамланы, ә әлеге ваҡытта 894 студент белем ала. Колледж тамамлаусылар Сибайҙа ғына түгел, унан ситтә лә, хатта Мурманск ѳлкәһендә, Норильскиҙа, Алыҫ Кѳнсығышта, Ҡаҙағстанда һәм башҡа ѳлкәләрҙә, сит илдәрҙә эшләй. Күптәре ҙур етәкселәр, үҙ һѳнәренең оҫталары булып танылды. Улар араһында Социалистик Хеҙмәт Геройы З.В.Хребин, Башҡортостан Республикаһының «Башнедра» идаралығы мѳдире Р.Ә.Хәмитов, Учалы тау байыҡтырыу комбинатының генераль директоры З.Р.Ғибәҙуллин, Учалы тау байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры Й.У.Биккинов, БДУ-ның Сибай институты филиалы директоры З.Ғ.Йәрмѳхәмәтов һәм башҡалар бар,—тине ул үҙ сығышында.

Байрамға тѳрлѳ уҡыу йорттарынан, ойошма-предприятиеларҙан етәкселәр, техникумды тамамлаусылар, ветерандар, тағы ла бик күп ҡунаҡтар саҡырылған ине. Улар араһынан беренселәрҙән булып Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты, яҡташыбыҙ Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм уҡыу йортоноң юбилейы айҡанлы күп йыллыҡ намыҫлы, юғары профессиональ хеҙмәттәре ѳсѳн уҡытыусылар Ғ.Х.Ҡаһармановаға, Г.Ғ.Ғәйнуллинаға, Н.А.Калинниковаға, сәркәтип Р.Ғ.Әхмәтоваға—БР Мәғариф министр-лығының Почет грамотаһын, ә уҡытыусы Р.Ф.Зиакаева һәм китапхана мѳдире Г.Ғ.Исмәғиловаға БР-ҙың мәғариф отличнигы билдәһен тапшырҙы.

Шулай уҡ БР-ҙың урта махсус уҡыу йорттары директорҙары Советы рәйесе, ѳфѳ информатика, статистика һәм иҫәп техникаһы колледжы директоры С.З.Ҡунсбаев, республиканың һәм Орск, Магнитогорск, Медногорск, Златоуст, Каменск-Уральск ҡалаларының тау колледждары директорҙары ихлас күңелдән ҡотлап үтте.

Кисәгә филармония артистары, сәнғәт колледжы оркестры, педагогия колледжының «Аҡйондоҙ», Сибай институтының «Сармат» бейеү ансамблдәренең, политехник колледжды тамамлаусы Олег Андреановтың сығыштары байрамса кәйеф ѳҫтәне.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap