Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
14.12.2012
ХАЛЫҠ ЮРИДИК ЯРҘАМҒА МОХТАЖ
Untitled document

Хоҡуҡи ярҙамға күп граждандарҙың мохтаж булыуын РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ишетеп кенә белмәй, уның үҙенә лә йылдан-йыл мѳрәжәғәттәр арта. 2012 йылдың уҙып барған айҙарында ғына депутат 1000 мѳрәжәғәт алған. Ноябрь айында Йылайыр районында ойошторолған ҡабул итеүҙә уға унлаған кеше үҙ һорауы менән килгән.

—Күптәр ябай ғына юридик консультацияға мохтаж. Улар ҡайҙа мѳрәжәғәт итергә, нимә эшләргә, кемдән ярҙам һорарға белмәй. Әгәр кеше үҙ хоҡуҡтарын белмәһә, ул оло проблемаға әйләнә. Мѳрәжәғәттәрҙең күбеһе урындағы власть вәкилдәренә түгел, ә федераль кимәлдәге депутаттарға ағыла,—ти Сәлиә Мырҙабаева.

Быйыл 15 ғинуарҙа 324-се һан аҫтында «Рәсәй Федерацияһында бушлай юридик ярҙам күрһәтеү хаҡында» Федераль закон үҙ кѳсѳнә инде. Закон менән Рәсәй субъекттарында юридик ярҙамға бәйле мѳнәсәбәттәрҙе кѳйләүсе акт ҡабул ителергә тейеш.

—РФ субъекттарының власть органдарына бушлай юридик ярҙам алырҙай граждандарҙың категорияһын ҡарарға, ауыр хәлгә тарыусыларға тиҙ арала ярҙам күрһәтеү юлдарын эҙләүгә талап ҡуйылды. Тѳбәктәрҙең шундай мѳмкинлеге бар: улар үҙ закондары менән, адвокаттар һәм нотариустарҙы беркетеп, юридик бюро аса ала. Властың дәүләт органдары һәм дәүләт учреждениелары граждандарҙың һәр тѳрлѳ һорауына телдән йәиһә яҙма рәүештә консультация бирергә, ә социаль ярҙамға мохтаж граждандарға иһә ғариза, дәғүә, ходатайство яҙғанда, башҡа тѳр документтар тултырғанда булышлыҡ итергә тейеш. Дәүләт системаһына ҡарамағандарға бушлай юридик ярҙам юридик клиникаларҙа (ВУЗ-дар янында була) һәм дәүләт ҡарамағына бойһонмаған үҙәктәрҙә бирелә. Тѳбәк законын ҡараған саҡта хоҡуҡи тәрбиә биреүҙе, пропаганданы күҙ уңынан ысҡындырмау зарур. Закон теүәл юридик ярҙам алыу ѳсѳн граждандарға гарант булып торорға тейеш,—ти Сәлиә Мырҙабаева.

Депутат әйтеүенсә, күптәр бушлай ярҙам алыу күрһәтелеүгә бәйле Федераль закондың үҙ кѳсѳнә инеүен белә. Әле республикала Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы ярҙамы менән үҙ эшен башлаусыларға бушлай юридик консультация үткәрелә. Башҡортостанда Д.А.Медведев етәкләгән «Берҙәм Рәсәй» партияһының ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡҡа бушлай юридик кәңәштәр бирелә. Шулай уҡ юғары уҡыу йорто янында ошо ише клиникалар эшләй. Әммә, депутат әйтеүенсә, был әле етерлек түгел, дәүләт һәм муниципаль кимәлдә халыҡҡа хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү кәрәк.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap