Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
14.12.2012
АСЫҠ ҺѲЙЛӘШЕҮ ФАЙҘАЛЫ БУЛДЫ
Untitled document

 

Редакцияла ойошторолған «тура бәйләнеш»тәге асыҡ һѳйләшеү ике яҡ ѳсѳн дә файҙалы булды. Ата-әсәләр ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Ғаяз Әхмәҙулла улына үҙҙәрен борсоған һорауҙы туранан-тура биреп, шунда уҡ яуап алды. Әйҙәгеҙ, уларға күҙ һалып үтәйек.

Фәрзәнә Вәлиева:

—Ейән-ейәнсәрҙәрем Арҡайым ҡасабаһынан йѳрѳп уҡый. Автобустарҙың һуңлап килеүе йәиһә бәләкәй автобустарҙа урын булмауы ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ѳшѳп-туңып транспорт кѳткән уҡыусыларҙа ниндәй уҡыу ҡайғыһы булыуы мѳмкин?

Ғ.Ә. Хәсәнов:

—Был мәсьәлә менән танышбыҙ. Ҡала хакимиәте исеменән, ҡасабаларға ѳҫтәмә маршрут биреүҙе һорап, автотранспорт предприятиеһы етәкселегенә хат яҙҙыҡ. Уның үтәлешен талап итәсәкбеҙ.

Г. Салихова:

—Балаларым йыш ҡына мәктәптә ашаған аштарының һыуыҡ булыуына зарлана. Был хаҡта шылтыратып әйттем. Иртәгеһенә балалар аштың ауыҙға алғыһыҙ эҫе булыуын белдерҙе. Аштың билдәле температураһы булырға тейешме?

Ғ.Ә. Хәсәнов:

—Эйе, санитар ҡағиҙәләр һәм нормаларға ярашлы, балаларға бирелгән аштарҙың һәм эсемлектәрҙең билдәле температураһы булырға тейеш. Тағы ла шуныһы: һәр мәғариф учреждениеһында бракераж журналдар булдырылған һәм медик хеҙмәткәр, йәғни бракераж комиссияһы етәксеһе аш бирер алдынан тикшереп, ашнаҡсыларға тәҡдимдәрен, иҫкәрмәләрен әйтергә бурыслы. Киләсәктә был һорауҙы иғтибар үҙәгенә аласаҡбыҙ. Шулай уҡ ата-әсәләр комитеты ағзалары ла балаларҙың туҡланыу кимәлен тикшерә ала.

Ф.Сәфәрғәлина:

—Балалар баҡсаһына кѳнкүреш тауарҙары ѳсѳн аҡса бүленмәйме? Ни ѳсѳн ата-әсәләрҙән күпләп әйбер талап итәләр? Мәҫәлән, кер йыуыу порошогы—4 ҡап, бәҙрәф ҡағыҙы—3-әү һ.б. Был бер бала ѳсѳн күп түгелме?

Ғ.Ә.Хәсәнов:

—Һәр балалар баҡсаһының үҙ сметаһы бар. Муниципаль ҡаҙна тарафынан да аҡса бүленә. Әгәр ҙә был сығымдар етмәгән хәлдә, ата-әсәләр комитеты менән килешеү нигеҙендә аҡса йыйырға мѳмкин. Шулай ҙа алырға тейешле тауарҙарҙың хаҡы контролгә алынған.

Гүзәл Ишемғолова:

—Ишетеүемсә, 9-сы лицейға турникет урынлаштырырға уйлайҙар. Ысын була ҡалһа, ата-әсәләрҙән сығым артасаҡ. Беҙгә был кәрәкмәй. Һеҙҙеңсә, уның кәрәге бармы?

Ғ.Ә.Хәсәнов:

—Был ата-әсәләр йыйылышында кәңәшләшеп ҡабул ителгән мәсьәлә. Хәҙерге ваҡытта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында бындай механизм байтаҡ мәктәптәргә ҡуйыла. Ыңғай яҡтары күп. Баланың сәғәт нисәлә дәрескә килеүе һәм ҡайтырға сығыуы ата-әсәгә смс аша хәбәр ителә. Меңдән ашыу уҡыусы белем алған 9-сы лицей—Сибайҙа иң ҙур мәктәптәрҙең береһе. Сығымдарҙың күпмелер ѳлѳшѳн мәктәп үҙ ѳҫтѳнә алһа, ҡалғаны ата-әсәләр ярҙамы аша башҡарыласаҡ.

З.Ишбаева:

—Бѳгѳн ата-әсәләр балаларына уҡыу дәреслектәрен һатып алырға мәжбүр. Мәҫәлән, Рамаҙан Ѳмѳтбаев исемендәге баш-ҡорт лицейында 2-се класҡа рус теле буйынса дәреслектәр етмәй. Беҙ уларҙы һатып алырға тейешбеҙме?

Ғ.Ә.Хәсәнов:

—Программаға ярашлы бар мәктәптәр ҙә дәреслектәр менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа кластан тыш уҡыу китаптары алыуға ѳлгәштек. Киң мәғлүмәт еткереү маҡсатында уҡытыусылар тѳрлѳ вариатив дәреслектәр менән эшләргә тырыша. Был осраҡта инде ѳҫтәмә дәреслектәр алырға мѳмкинселегебеҙ юҡ. Шулай уҡ имтихандар йыйынтыҡтарын да уҡыусылар һатып алырға мәжбүр. Әммә былар барыһы ла ата-әсәләр менән кәңәшләшеп башҡарылырға тейеш.

Мәзүнә Йәндәүләтова:

—Фатир йәиһә йорт тѳҙѳү ѳсѳн ер биләмәһе бирелә торған программалар эшләй башлағанын беләбеҙ. Шул программалар ниндәй тиҙлектә бара икән?

Ғ.Ә.Хәсәнов:

Был тәңгәлдәге һорауҙарҙы йыш ҡабул итәбеҙ. Күптән түгел Президенттың мәғариф ѳлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә бушлай ер участкаһы биреү тураһындағы ҡарары сыҡты. Күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтелгәндән һуң, ошо юҫыҡта эш дауам ителәсәк.

Нәйлә Зѳлҡәрнәева:

—Беҙҙең ҡалала инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу мәсьәләһе нисек ҡуйылған?

Ғ.Ә.Хәсәнов:

—Инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу 6-сы мәктәптә алып барыла. Сибай ҡалаһынан тыш, Урал аръяғы уҡыусыларын да ҡабул итәбеҙ. Әле урындар бар. Модернизация программаһына ярашлы, дистанцион бүлмәләр булдырылды, ѳҫтәмә ҡорамалдар, әсбаптар алдыҡ. Белем биреүсе педагогтар билдәләнгән. Яңы техника алыу һәм балаларҙы экскурсияға йѳрѳтѳү күҙ уңында тотола.

Гүзәл Әхтәмова:

—Балаларым 10-сы мәктәптә белем ала. Шуға күрә лә мине ошо мәктәптең киләсәге борсой?

Ғ.Ә.Хәсәнов:

—Борсолоу урынһыҙ. Сибай ҡалаһы шул тарафҡа ҡарай үҫә. Әгәр ҙә гимназия-интернатҡа яңы бина тѳҙѳүҙе тормошҡа ашырһаҡ, был бина 10-сы мәктәпкә ҡаласаҡ.

Гүзәл Рәхмәтова:

—Беҙҙең мәктәптә профиль кластар эшләп килә. Йүнәлешле уҡытыу әсбаптарын уҡыусылар һатып алырға мәжбүр. Элекке кеүек китапхананың үҙәкләштерелгән системаһын ҡайтарыу мѳмкинлеге юҡмы?

Ғ.Ә.Хәсәнов:

—Инновацион белем усаҡтары, йәғни гимназия-лицейҙар бер китап менән генә түгел, ә бер нисә әсбап менән шѳғѳлләнергә тейеш. Ѳҫтәмә китаптар алыуға аҡса бүленмәй. Шулай ҙа был тәңгәлдә хәл итеү юлдарын табырға тырышырбыҙ.

Гѳлдәр Яҙыҡбаева:

—Ҡаланың балалар баҡсалары буйынса профсоюздар ойошмаһында 79 кеше иҫәпләнә. Шуларҙың 15-нең үҙ торлағы юҡ. Улар ниндәйҙер ярҙамға ѳмѳт итә аламы?

Ғ.Ә.Хәсәнов:

—Шѳкѳр, быйыл боҙ ҡуҙғалды, тип әйтергә мѳмкин. 11 педагог фатир алыуға ѳлгәште. Киләсәктә ярҙам саралары күрһәтергә тырышасаҡбыҙ. Был йәһәттән ҡытыршылыҡтар әлегә бар. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы түбән булыу сәбәпле, банкылар менән килешеү тѳҙѳгән саҡта ҡыйынлыҡтар осрай. Министрлыҡ кимәлендә ѳлкә хеҙмәткәрҙәренә йорт биреү тураһындағы программа әҙерләнгән, әммә финанс ауырлыҡтар арҡаһында тотҡарланып тора.

Ата-әсәләр исеменән шылтыратыусы:

—8-се мәктәптә балалар ѳсѳн шыршы байрамы үткәрелмәйәсәк, тигән хәбәр йѳрѳй. Шул дѳрѳҫмѳ?

Ғ.Ә.Хәсәнов:

—Юҡ, байрам кисәләре ойоштороласаҡ. Бәләкәй һәм урта кластар ѳсѳн балалар ижады үҙәге менән берлектә үткәрелә. Был байрамды юғары кимәлдә үткәреү мѳмкинлеге бирәсәк. Ә ѳлкән класс уҡыусыларының шыршы байрамы мәктәптә уҙғарыла.

Шылтыратыуҙар араһында Ғаяз Әхмәҙулла улы Хәсәнов менән ҡала мәғарифының бѳгѳнгѳ йәшәйеше, яңылыҡтары хаҡында әңгәмәләштек.

—Ғаяз Әхмәҙулла улы, бѳгѳн ата-әсәләрҙең күпселеген балалар баҡсаһында урындар етмәү мәсьәләһе борсой...

—Ысынлап та, башҡа тѳбәктәрҙәге кеүек, Сибайҙа ла балалар баҡсаһында урындар етмәүе—тѳп проблемаларҙың береһе. Бѳгѳн 2 мең баланың сиратта тороуы ошо хаҡта һѳйләй. 2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһына ярашлы, ҡалала мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тѳҙѳлә. Яңы йыл алдынан Кѳнсығыш биҫтәһендәге 220 урынлыҡ учреждениены асасаҡбыҙ. Күптән түгел ошо уҡ биҫтәлә 140 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы тѳҙѳлѳшѳ башланды. Алтын ҡасабаһында 80 урынлыҡ учреждениены проектлау эштәре бара.

Шәхси балалар баҡсаларының эшләп килеүе лә мәсьәләне аҙмы-күпме еңеләйтә. Киләсәктә лә ошо йүнәлештә эштәрен асырға теләүселәр бар. Шулай уҡ яңы мәктәптәр тѳҙѳү ҙә күҙ уңында тотола. Киләһе йылда Республика хѳкүмәте һәм ҡала хакимиәте башлығы ярҙамы менән был изге башланғысҡа нигеҙ һалырға уйлайбыҙ. Сѳнки ҡайһы бер белем усаҡтары 60-70-се йылдарҙа тѳҙѳлгән, улар заман талаптарына яуап бирмәй.

—Мәктәптәр иҫкерҙе тигәндәй, ремонт эштәренә иғтибар биреләме?

—Ремонт эштәрен башҡарыу ѳсѳн республика һәм федераль ҡаҙнанан байтаҡ аҡса бүленде. Урындағы хакимиәттең дә финанс ярҙам күрһәтеүен билдәләп үтеү кәрәк. «Ирәндек» лицейы һәм 6-сы мәктәпкә капитал ремонт яһауға ѳлгәштек. Балалар ижады үҙәгендә лә йүнәтеү эштәрен тамамлау алдында торабыҙ. Тәҙрәләр алмаштырылды, вентиляция ҡуйылды. Яңы йылға тиклем тейешле кимәлгә еткереү—тѳп бурысыбыҙ.

—Сифатлы белем биреү матди-техник база менән тығыҙ бәйләнгән. Ошо йәһәттән ниндәй яңылыҡтар бар?

—Шуныһы ҡыуаныслы: матди-техник базаны яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, алдағы кѳндәрҙә башланғыс кластар уҡытыусыларына 191 ноутбук бирәсәкбеҙ. Башланғыс класс уҡытыусыларына кабинет һәм медицина бүлмәләрен йыһазлау, спорт инвентарҙары һәм әсбаптары ѳсѳн финанс ярҙамы бүленде. Базаны яңыртып бѳтѳп барабыҙ. Тиҫтәгә яҡын автобустарыбыҙ булһа, киләһе йыл яңы «ПАЗ» автобусы алырға иҫәп тотабыҙ. Тағы ла шуныһы: декабрь айында уҡытыусыларҙың эш хаҡына ѳҫтәмә аҡса биреүҙе лә планға алғанбыҙ. Әйткәндәй, ҡала хакимиәте һәр балалар баҡсаһына ѳҫтәмә аҡса бүлде. Был ярҙам кѳнкүреш техникалары, видеопроекторҙар, компьютерҙар алыуға тотоноласаҡ.

—Президент шыршыһы байрамдарына Сибай ҡалаһынан нисә уҡыусы барасаҡ?

—Быйылғы йылда Кремлдә уҙасаҡ шыршы кисәһенә—1, ә Башҡортостан Президенты шыршыһы байрамына 8 бала барасаҡ. Атап әйткәндә, улар—«Ирәндек», гимназия-интернат, 1-се, 5-се, 7-се һәм 8-се мәктәп уҡыусылары. Улар араһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҙа, уҡыу алдынғылары ла, тѳрлѳ конкурстарҙа еңеү яулаған һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусылар ҙа бар. Ҡала кимәлендә уҙасаҡ шыршы байрамын да юғары кимәлдә ойоштороуҙы күҙаллайбыҙ.

—Коллегаларығыҙға әйтер һүҙҙәрегеҙ...

—Сибай ҡала мәғариф системаһы элек-электән кѳслѳ булыуы менән айырылып торҙо. Үҙенең традицияларына тоғро ҡалып, республика, ил кимәленә файҙалы шәхестәр әҙерләүгә тос ѳлѳш индерҙе. Бѳгѳн дә беҙҙең уҡыусылар һәм уҡытыусылар тѳрлѳ бәйгеләрҙә ҡала исеменә тап тѳшѳрмәй. Был, әлбиттә, үҙ эшеңде яратып, ижади эшләү һѳҙѳмтәһе.

Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларымды етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым. Киләсәктә лә белем биреү ѳлкәһенә лайыҡлы хеҙмәт итәйек.

Һүҙ аҙағында

«Халыҡтың һорауҙарына яуап биреү, тәҡдим-тәнҡиттәрен ишетеү—файҙаға»,—тигәйне әңгәмә аҙағында Ғаяз Әхмәҙулла улы Хәсәнов. Дѳрѳҫ, етешһеҙлектәрҙе күрмәй тороп, яҡшыға ѳмѳт итә алмайбыҙ. Әйткәндәй, «тура бәйләнеш»тә рәхмәт һүҙҙәре лә күп булды. Был иһә ҡала мәғарифының уңыштары хаҡында һѳйләй.

Данил Әбделғазин

яҙып алды.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap