Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
18.12.2012
БАШҠОРТ ФИЛЬМДАРЫНА НИ ЕТӘ?
Untitled document

Земфира ҒИРФАНОВА

«Мир» кинотеатры—Сибай ҡалаһының йәнле мәҙәни усаҡтарының береһе. Һуңғы йылдарҙа бина күркәмләнде, заманса йыһазландырылды. Күптән түгел бында ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Р.Хәйруллин менән «Мир» кинотеатры директоры И.Ә.Әсмәндиәровтың инициативаһы менән «Башҡорт киноһы» кѳнѳ үтте. Сарала «Башҡортостан» киностудияһы директоры урынбаҫары, продюсер А.Н. Тимерғазин, кинематография союзының яуаплы сәркәтибе Ф.Ф.Ғәбитов ҡатнашты.

Тәүҙә йәш тамашасылар ѳсѳн генә «Һунарсы улы», «Алдар һәм бүре», «Аңра бүре» исемле яңы анимацион фильмдар күрһәтелде. Эстәлекле, мауыҡтырғыс халыҡ әкиәттәре буйынса тѳшѳрѳлгән йәнһүрәттәрҙе балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Ысынлап та, режиссер Рим Шәрәфетдиновтың был эштәре киностудия фондын тағы ла байытып ебәрә. Сеанс бѳтһә лә кескәйҙәрҙең һис кенә лә кино залынан сыҡҡылары килмәй ине.

Ѳлкән класс уҡыусылары һәм студенттар ѳсѳн «Еңмеш», «Мин ѳйләнәм» (режиссеры—Таңсулпан Бураҡаева) исемле ҡыҫҡа метражлы фильмдар күр-һәтелде. Әйткәндәй, «Еңмеш» фильмын яҡташыбыҙ, йәш режиссер Айнур Асҡаров тѳшѳргән. Хәйбулла районында тыуып үҫкән егеттең фильмы халыҡсан, сағыу булыуы һәм тамашасыны һис кенә лә ялҡытмауы менән күңелде арбаны. Ул олоһона ла, кесеһенә лә берҙәй оҡшаны. Билдәле оператор-режиссер Рияз Исхаҡовтың клиптар йыйынтығын да сибайҙар йылы ҡабул итте. Се-анстар араһында фойела «Минең йондоҙом» фильмында тѳп ролде башҡарыусы, «Бүреләр» рок тѳркѳмѳ солисы, яҡташыбыҙ, Баймаҡ районы Тѳркмән ауылы егете Илшат Абдуллин, пародиялар оҫтаһы, йырсы, ҡурайсы Илсур Тайсиндарҙың сығышын ҡарарға мѳмкин ине. Был матур сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Иң аҙаҡ иһә барыһы ла «Минең йондоҙом», «Ел ҡыуыусы» фильмдарын ҡарау ѳсѳн йәнә кинозалға йыйылды.

Киностудияның күстәнәстәрен «тәмләгәс», ҡунаҡтар һәм кино һѳйѳүселәр ҡатнашлығында фекер алышыу ойошторолдо, һорауҙарға яуаптар бирелде. Киләсәктә «Мир» кинотеатрында квартал һайын «Башҡорт киноһы» аҙналығы уҙғарырға, даими йәнһүрәттәр, фильмдар күрһәтергә, Балалар ижады үҙәгендә «Ай» исемле анимация студияһын ойошторорға, «Сибай» телевидениеһы эфирына башҡорт телендәге йәнһүрәттәрҙе, фильмдарҙы сығарырға тигән бурыстар ҡуйылды.

«Башҡортостан» киностудияһының фильмдары—халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы. Милләтебеҙҙең үҫеш кимәлен күрһәтеп тороусы сәнғәт ул. Кинематографияһы киң үҫеш алған халыҡты донъя кимәлендә таныйҙар. Һуңғы йылдарҙа сит илдәрҙең донъяла йәшәүҙән биҙҙереүгә, ҡараңғыллыҡҡа, ѳмѳтһѳҙлѳккә, ҡан ҡойошҡа, үс алыуға ҡоролған фильмдары телевидениены баҫып алды. Улар тормошобоҙҙо һис кенә лә байытмай, йәмләмәй, киреһенсә, күңелдәрҙе бысрата ғына. Шуға күрә 22 йыл эсендә байтаҡ ҡына бай йѳкмәткеле кинолар тѳшѳрѳргә ѳлгѳргән үҙебеҙҙең «Башҡортотостан» киностудияһы фильмдарына ѳҫтѳнлѳк бирергә тейешбеҙҙер.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap