Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
21.12.2012
УЛАР АЛДАР БАТЫР ТОҠОМОНАН
Untitled document

 

Ата—улын, әсә ҡыҙын танымаған, ул—атаны, ҡыҙ әсәне һанламаған заманда йәшәйбеҙ. Әле унда, әле бында йән ѳшѳткѳс, күңел тетрәндергес ғаилә хәлдәрен ишетеп торабыҙ һәм, тәүбәгә килеп, бындай күренеш үҙебеҙҙең туған-тыумасаны урап үтеүен теләйбеҙ. Эйе, татыу, берҙәм, бер-береһе ѳсѳн ѳҙѳлѳп торған ғаиләгә бер ни етмәй. Бында ғаилә тип кенә алыу тарыраҡ та булыр, нәҫел тиһәк, дѳрѳҫѳрәк яңғырар. Ысынлап та, кѳслѳ тамырлы нәҫелдәр була бит. Шуларҙың береһенә Рәхимовтарҙы индерергә булыр ине. Күптән түгел улар Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбендә шәжәрә байрамы үткәрҙе.

Байрамдың тѳп ҡунағы һәм сәбәпсеһе Рәхимйән Байморат улы Рәхимов булды. Ул тѳбәк халҡына, бигерәк тә мәғариф ѳлкәһендә эшләүселәргә яҡшы таныш. Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән егеттең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Әммә аслыҡ-яланғаслығы менән кешелекте һынап ҡараған осор йәш Рәхимйәндең белемгә ынтылышын һүрелтә алмай. Ул уҡытыусы һѳнәрен үҙләштерә. Баймаҡ һәм Ишембай райондарында эшләп алғандан һуң, 1969 йылда Сибайға килә. Тәүҙә ҡаланың 2-се мәктәбендә эшләһә, аҙаҡ 8-се мәктәптә уҡыта. 2002 йылға тиклем ошонда тарих һәм йәмғиәтте ѳйрәнеү фәндәренән уҡыусыларға һабаҡ бирә, Урал аръяғының башҡорт мәктәптәре ассоциацияһын етәкләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары менән баһалана. 1998 йылда «РСФСР-ҙың йыл уҡытыусыһы» тип танылһа, 2001 йылда «Дѳйѳм белем биреү мәктәбенең почетлы хеҙмәткәре» тигән билдә менән бүләкләнә.

Рәхимйән Байморат улына ярты быуатҡа яҡын терәк һәм таяныс булған хәләл ефете Нәфисә апай ҙа ғүмерен мәғарифҡа арнаған ханым. Улар Азамат исемле ул, Гѳлкәй исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың икеһе лә юғары белемле. Азамат Рәхимйән улының ғаиләһендә ѳс ул—Динислам, Айбулат, Илнур тәрбиәләнә. Гѳлкәй иһә ата-әсәһенә Аяз һәм Әлиә исемле ейән-ейәнсәр бүләк иткән.

Рәхимовтарҙы Шәжәрә байрамдары менән тәбрик итергә килгән мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Р.Хәйруллин да бар ине. Ул һуңғы осорҙа нәҫел-ара бәйләнешен нығытҡан сараларҙың йыш ойошторолоуына ҡәнәғәтлек белдергәндән һуң, Рәхимовтар хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте.

—Рәхимовтар нәҫеленән мин бик күптәрҙе беләм, ҡайһы берҙәре менән бергә эшләргә лә тура килде. Миҫал ѳсѳн улар араһына Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар берлеге ағзаһы Мәүлиҙә Мѳхтәр ҡыҙы Яҡупованы индерергә була. Әле килеп ҡалабыҙ архитекторы Мѳнир Марат улы Рәхимов менән эшләйбеҙ. Уларҙың барыһы ла тырыш, уҡымышлы, кешелекле, намыҫлы, рухлы кешеләр. Әле ҡунаҡтар араһында данлыҡлы ҡурайсы Ришат Рәхимовты ла күрәм. Ул нәҫелдең сәнғәткә, мәҙәниәткә битараф булмауын дәлилләүсе шәхес. Ғѳмүмән, шуны әйтергә теләйем: шәжәрә байрамын үткәреү—мѳһим. Айырыуса бер-береһен, үткәнен белмәгән йәштәр ѳсѳн кәрәк ул. Әле Рәхимовтарҙың Алдар батыр тоҡомонан булыуын белдек. Был бит оло ғорурлыҡ! Ғорурланыр тарихы, абруйлы шәхестәре булғанда беҙҙең милләт йәшәйәсәк әле,—тине Илгиз Рәхимйән улы.

Һүрәттә: Рәхимйән һәм Нәфисә Рәхимовтар.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap