Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
21.12.2012
БУРАНБАЙ НӘҪЕЛДӘРЕ ҺЫНАТМАҪ…
Untitled document

 

Мәғрифәтсе-шағир, ғалим Мѳхәмәтсәлим Ѳмѳтбаев заманында ошондай һүҙҙәр яҙып ҡалдырған: «Аҫаба башҡортҡа ѳс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе—үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе—йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм ѳсѳнсѳһѳ—риүәйәттәрҙе һәм ѳләңдәрҙе белеү». Әгәр ҙә бѳгѳн бѳйѳк шәхесебеҙ ҡайтып тѳшһә, был йәһәттән ҡәнәғәт ҡалыр ине, моғайын. Ни ѳсѳн тигәндә, һуңғы йылдарҙа халыҡ ижадын ентекләп ѳйрәнеүгә, милли традицияларыбыҙҙы тергеҙеүгә бәйле байтаҡ эштәр башҡарылды. Тарихи тамырҙарыңды белеү, нәҫел-нәсәбеңде барлау ниәтенән шәжәрә байрамдары үткәреү ҙә күркәм йолаға әйләнде.

Шәжәрә хаҡында халҡыбыҙ әллә күпме һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған. Шуларҙың бер нисәүһенә туҡталайыҡ: «шәжәрә—ул йәнле тарих», «шәжәрә—ул быуындарҙы-быуынға бәйләүсе алтын сынйыр»... Күптән түгел Буранбай сәсән нәҫеленән булған Шәйхисламовтар ҙа шәжәрә байрамы уҙғарып, ошо фекерҙәрҙең дѳрѳҫлѳгѳн дәлилләне.

Сибай ҡала гимназияһында үткән кисәгә Шәйхисламовтарҙың ырыуҙаштарынан тыш, мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларын һүрәтләгән театрлаштырылған тамашанан һуң, Зәки олатай Нәүширбанов доға ҡылып үтте. Артабан иһә һүҙ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллинға бирелде.

—Һәр кем үҙенең тамырҙарын белергә бурыслы. Шуныһы ҡыуаныслы, Сибай ҡалаһында шәжәрә байрамдарын уҙғарыуға етди иғтибар бирелә. Шәйхисламовтарҙың нәҫел байрамы ҙурлап үткәрелеүгә лайыҡ. Быларҙы шәжәрәгә ингән шәхестәрҙең абруйлығы ла билдәләй,—тине ул.

Нәҫел ағасына күҙ һалғанда, шәжәрә башында ил батыры Һѳйѳндѳк тора. Ул халыҡ ихтилалдарын етәкләгән, Петр I һуғыштарында ҡатнашҡан. Унан һуң килгән Алас тураһында иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Аластың улы Ҡотос. Ул Суворов етәкселегендәге һуғышта ҡатнашып, ҙур ҡаһарманлыҡтар күрһәткән яугир. Ҡотостан атаҡлы ҡурайсы, үҙ заманының алдынғы ҡарашлы улы, халҡы ѳсѳн кѳрәшеп Себер тарафтарына оҙатылған, тарихи Буранбай ауылына исем биргән Буранбай сәсән тыуған.

Артабан Буранбай сәсәндең тормош юлын һәм 1812 йылғы Ватан һуғышын ѳйрәнгән тарихсылар—Буранбай сәсән нәҫеленән булған, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы, крайҙы ѳйрәнеүсе Рамаҙан Исмәғил улы Үтәғолов һәм тарих фәндәре кандидаты Фуат Мырҙағәле улы Сѳләймәновтар сығыш яһап үтте.

Шәйхисламовтар йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, хеҙмәттәре менән абруй яулаған кешеләре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Шуларҙың береһе—Фәйзулла Ғѳбәйҙулла улы ғүмеренең һуңғы кѳндәренә тиклем илем, халҡым, тип янып йәшәүселәрҙең береһе булды. Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән Фәйзулла Ғѳбәйҙулла улы 1970-1976 йылдарҙа район мәктәптәрендә директор, артабан Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарының эске эштәр бүлегендә начальник урынбаҫары, ә 1993-1998 йылдарҙа Сибай ҡалаһының һалым полицияһы начальнигы вазифаларын башҡара.

Кисәне алып барыусы уның улы, А.Мѳбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актеры Арсен Шәйхисламов әйтеүенсә, һәр ваҡыт тыуған илгә һәм халыҡҡа файҙа килтереү атаһының тормош принцибын тәшкил иткән. Уның яҙмаларында ла: «Минең ѳсѳн тыуған ил—ул тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан, тыуып үҫкән ауылым; тыуған ил—ул белем алған мәктәбем; тыуған ил—ул Ирәндек тауҙары, Хәйбулла, Йылайыр далалары»,—тигән юлдарҙы уҡырға мѳмкин.

Был фекерҙәрҙе үҙ сығышында Фәйзулла Шәйхисламовтың тормош юлдашы, педагог-ветеран, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы алдынғыһы Миңлебикә Ғәле ҡыҙы ла дәлилләп үтте.

—Тормош иптәшемдең: «Кеше рухы менән, тамырҙары, туғандары, ҡан-ҡәрҙәштәре менән бай һәм ныҡ»,—тигән һүҙҙәре ҡолаҡта бѳгѳн дә яңғырай кеүек. Ул үҙенең сығышын, шәжәрәһен ѳйрәнеүгә ҙур иғтибар бирҙе. Иң мѳһиме—Буранбай нәҫеленә тап тѳшѳрмәне,—тине ул. Артабан сәхнәгә Фәйзулла Ғѳбәйҙулла улының һәм Миңлебикә Ғәле ҡыҙының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре күтәрелде.

Эйе, кеше туғандары менән кѳслѳ. Ошо һүҙҙәрҙе раҫлап, Фәйзулла ағайҙың туғандары ла сығыш яһап үтте. Атап әйткәндә, Дамира, Миңнур, Нурислам, Рәшит, Нурбикә Шәйхисламовтар һәм уларҙың балалары сәхнә түрен биҙәне.

Үҙенең шәжәрәһен белеп үҫкән быуынды ныҡлы имән менән сағыштыралар. Тамырыбыҙ кѳслѳ булһа, телебеҙ ҙә йәшәйәсәк, рухыбыҙ үҫәсәк, нәҫел ептәре лә ѳҙѳлмәйәсәк. Был йәһәттән, Буранбайҙың тоҡомдары башҡаларға ѳлгѳ булырлыҡ. Илгә тоғро хеҙмәттәре менән генә түгел, берҙәм булыуҙары менән күркәм улар...

Һүрәттә: Шәйхисламовтар ғаиләһе (фото ғаилә архивынан).

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap