Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
25.12.2012
УЛАРҒА ТАЛАПСАНЛЫҠ ХАС
Untitled document

Гүзәл ЯЙЫҠБАЕВА

Суд приставтарының эше тураһында барыбыҙ ҙа аҙмы-күпме хәбәрҙарбыҙ. Әммә һәр хеҙмәттең нескәлектәрен, эшмәкәрлек даирәһен ситтән ҡарап ҡына баһалап, аңлап бѳтѳү мѳмкин түгел. Баймаҡ район-ара суд приставтары бүлеге начальнигы урынбаҫары Наил Абдулла улы Вәхитов менән әңгәмәбеҙ был хеҙмәттең йүнәлеше, тәғәйенләнеше хаҡында.

—Наил Абдулла улы, халыҡҡа аңлайышлы тел менән әйткәндә, һеҙҙең эшегеҙ нимәнән ғибәрәт?

—Суд һәм башҡа вәкәләтле органдар тарафынан ҡабул ителгән акттарҙың үтәлешен ойоштороу һәм тикшереү, уставта ҡаралған тәртип буйынса суд эшмәкәрлеген тәьмин итеү—беҙҙең тѳп бурысыбыҙ.

—Эш барышында ниндәй ҡыйынлыҡтарға юлығаһығыҙ?

—Эшеңде яратып башҡарһаң, ҡыйынлыҡтар һәм ҡытыршылыҡтар күренмәй, тик ваҡыт ҡына еткереп булмай, эштәр бик күп. Етмәһә беҙ Баймаҡ ҡалаһын ғына түгел, ә тотош районды хеҙмәтләндерәбеҙ.

—Суд приставтары хеҙмәткәрҙәренә ниндәй сифаттар хас?

—Түҙемлелек, ныҡышмалыҡ, талапсан һәм белемле булыу тѳп һыҙаттарыбыҙҙың береһе булырға тейештер. Ә инде тәжрибә йылдар дауамында яйлап туплана килә.

—Нисегерәк ҡарар сығараһығыҙ: һәр ваҡыт закон буйынсамы, әллә кешелек ҡанундарын да күҙ уңында тотаһығыҙмы?

—Беҙҙең эшебеҙҙә кешелек ҡанундары тигән һүҙ урынһыҙ, бѳтә эштәр ҙә закон сиктәрендә ҡарала. Һәр бер закондың эшенә ҡарап ваҡытын кисектереү, туҡтатып тороу кеүек еңеләйтеү осраҡтары бар, ул кеше хоҡуҡтарын ҡыҫмай, кәмһетмәй.

—Кемдәрҙе хеҙмәтләндерәһегеҙ?

—Һалым инспекцияһы, Пенсия фонды менән бергә эшләйбеҙ. Шулай уҡ штрафтар, эш хаҡы, страховка иғәнәләре, алименттар буйынса тикшеренеүҙәр алып барабыҙ.

—Шундай тынғыһыҙ эшегеҙҙе ғаиләгеҙ аңлаймы?

—Ғаиләм—минең ҡәлғәм, улар аңлағанға ла ошо эшемдә ун йыл тырышып хеҙмәт итәм.

—Балаларығыҙҙың һеҙҙең һѳнәрҙе һайлауын теләр инегеҙме?

—Бик ҡыҙыҡ һорау (кѳлә). Әле ул турала уйланғаныбыҙ юҡ, 15-20 йылдан нимә булырын әйтеп булмай. Баланы бәләкәйҙән үҙаллылыҡҡа ѳйрәтергә кәрәк, иң мѳһиме киләсәктә һайлар һѳнәре үҙенә оҡшаһын һәм файҙалы булһын.

—Йыл аҙағына яҡынлаша, әлеге ваҡытҡаса күпме эш ҡаранығыҙ?

—Әле беҙҙең ҡарамаҡта 22 мең эш иҫәптә тора, шуларҙың 10 меңдән ашыуы 2012 йылда ҡабул ителде. Ошо эштәрҙең 8 меңдән күберәген тулыһынса тамамланыҡ. Бюджетҡа 5 миллион һумдан ашыу килем килтерҙек, айырып әйткәндә, һалымдарҙан—2 миллион 700 мең һум, штрафтарҙан—1 миллион 565 мең һум.

—Суд приставтарын халыҡ нисек ҡабул итә? Уртаҡ тел табып буламы?

—Халыҡтың тѳрлѳһѳ бар. Кемдер килешә алмай, ә бәғзеләр, киреһенсә, беҙгә килеп күңелдәрен бушата, серҙәре менән уртаҡлаша. Уларҙы ла тыңларға, кеше булараҡ ҡабул итергә тура килә.

—Иҡтисад үҫешенә ҡарап халыҡ үҙгәрәме, әллә киреһенсәме?

—Иҡтисад үҫһә лә, беҙҙең халыҡтың бурыстар түләүгә, тейеш булғанды башҡарыуға ҡарашы элеккесә ҡала.

—Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

—Барыһына ла бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ һәм дә һәр бер кешенең яратҡан эше булыуын теләйем. Яңы Йылан йылы яңы ҡыуаныстар килтерһен!

—Әңгәмәгеҙ ѳсѳн ҙур рәхмәт.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap