Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
09.01.2013
ҺҮҘ―ЙЫЛАНДАРҒА
Untitled document

 

«Бик ҡатмарлы кешеләр, тыумыштан уларға тәрән аҡыл бирелгән, әллә ни һѳйләшеп бармайҙар. Эштәре һәр саҡ уңышлы бара. Ҡайһы саҡ мин-минлектәрен алға ҡуялар, бик тәүәккәлдәр, маҡсатҡа ынтылыусандар. Кеше кәңәшенә түгел, ә үҙ фекерҙәренә таянып эш итергә яраталар. Тыштан тыныс күренһәләр ҙә, эстән янып-кѳйѳп йѳрѳйҙәр. Ғәҙәттә, мѳләйем һәм һѳйкѳмлѳ булыуҙары менән үҙҙәренә ылыҡтырып торалар...» Бына шулай тип яҙа Йылан йылында тыуыусылар хаҡында астрологтар. Был тулыһынса ысынбарлыҡҡа тап киләме, юҡмы—быныһы беҙҙең ѳсѳн ҡараңғы. Шуға ла һүҙҙе киләһе йылдың хужаларына—булдыҡлы һәм талантлы яҡташтарыбыҙға бирәйек.

Зәйтүнә Рәхмәт ҡыҙы Йәнбәкова, Сибай педагогия колледжы директоры:

Мин 1965 йылда, йәғни Йылан йылында тыуғанмын. Йондоҙнамәгә ышанам тип әйтә алмайым, әммә ҡыҙыҡ ѳсѳн генә ҡарағаным бар. Ҡайһы бер ерҙәре тура килгән һымаҡ. Ғәҙәттә, «йыландар»ҙы аҡыллы, тип ҡылыҡһырлайҙар. Был ысынбарлыҡҡа тап киләлер, тип уйлайым. Йыландар араһында дипломаттар бик күп. Мин үҙем дә кеше менән яҡшы мѳнәсәбәт ҡорорға тырышам, ниндәй генә хәл булһа ла, уның урынына үҙемде ҡуйып ҡарайым. Яңы 2013 йылға килгәндә, шуны әйтер инем: мин үҙ йылымдан яңы үҙгәрештәр, уңыштар кѳтәм, яҡшыға ѳмѳтләнәм. Күптәр 13 һанын ѳнәп етмәй, унан ҡурҡа. Ә мин оптимист рухлы кешемен, киреһенсә яҡшыға юрайым. Ҡалалаштарыма, яҡташтарыма ла күңел күтәренкелеге, кәйеф кѳрлѳгѳ теләйем. Иң мѳһиме—һаулыҡ һәм оптимизм. Ауырлыҡтарға бирешмәгеҙ, улар ваҡытлыса.

Әсхәт Әсхән улы Тоҡомбәтов, Сибай ҡалаһы прокуроры:

—Йыландарға ныҡышмалылыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ хас. Шулай уҡ уларҙа күҙәтеүсәнлек, логик фекерләү яҡшы үҫешкән. Ошо сифаттарҙы үҙемдә һәм дуҫтарымда ла күрәм. Быға миҫал итеп, уларҙың тѳрлѳ урындарҙа юғары вазифа биләүҙәрен килтерергә мѳмкин. Әйткәндәй, хәләл ефетем Динә Әхмәт ҡыҙы ла Йылан йылында тыуған. Ғәҙәттә, һәр йылдан тик яҡшылыҡтар ғына кѳтәбеҙ. Алдағы йылдың да уңышлы булырына ѳмѳтѳм ҙур. Форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусыларҙы байрам менән ҡайнар ҡотлайым. Ғаилә именлеге, һаулыҡ теләйем.

Таһир Мѳғлитдин улы Юнысов, Хәйбулла ра-йоны Әбеш ауыл советы рәйесе:

—1965 йылда донъяға килгәнмен. Йондоҙна-мәгә ышанып етмәйем, тип әйтеүем яҙыҡ булыр. Яйы сыҡҡанда ҡарап барырға тырышам. Юрауҙар юш та килеп ҡуя. Йы-ланға килгәндә инде, күҙәтеүҙәрҙән сығып шуны әйтә алам: ошо билдә аҫтында тыуғандар белемгә ынтылыуҙары менән айырыла. Тырышлыҡ та хас уларға.

Ғѳмүмән, Йылан йылы миңә уңыш килтерә торған. Мәҫәлән, ѳс йыл Благовар районында уҡытҡандан һуң, 1989 йылда—үҙемдең йылымда тыуған ауылыма эшкә саҡырҙылар. 12 йылдан һуң ошо уҡ мәктәптең директор урынбаҫары итеп үрләттеләр. 2013 йылдың да емешле булырына ѳмѳтләнәм. Иң мѳһиме—сәләмәт булайыҡ, донъябыҙ имен торһон.

Зәлиә Хафизова, А.Мѳбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы:

—Мин йондоҙнамә менән ҡыҙыҡһынам, уны уҡып барам. Үҙем 1989 йылда тыуғанмын, шуға ла «йылан»дарҙың характеры миңә яҡшы таныш. Эште, ғәҙәттә, яйлап, урын-еренә еткереп эшләйем. Бѳтә нәмәгә тыныс ҡарайым, тик һәр ваҡыт түгел. Мине ныҡ маҙаһыҙлап ташлаһалар, кешеләрҙең үҙҙәренә лә яман итеп әйтергә тура килгеләй. Элегерәк бигерәк оялсан инем. Хәҙерге заман баҙап ҡалыуҙы яратмай, һәр кем үҙен яҡлай белергә тейеш. Шуға ла бер аҙ тормош позицияһын үҙгәртергә тура килде. Ғѳмүмән, мин оптимист. Быйылғы 2012 йыл бик уңышлы үтте. Үҙ мѳхәббәтемде осратып, ғаилә ҡороп ебәрҙек. Икенсе юғары белем алыу ѳсѳн ситтән тороп юридик факультетҡа уҡырға индем. 2013 йыл тағы ла уңышлыраҡ булыр тип ышанам. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ гәзит уҡыусыларҙы Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым. Иң тәү сиратта һаулыҡ теләйем. Һаулығың булмаһа, башҡа ҡиммәттәрҙең кәрәге лә ҡалмай. Икенсенән, яҡындарының, туғандарының ҡәҙерен белһендәр. Беҙ 5 бала бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалдыҡ, шуға хәҙер әсәй ѳсѳн ѳҙѳлѳп торабыҙ. Ғәзиз кешеләрегеҙҙе ҡурсалағыҙ, ихтирам итегеҙ, тип ѳндәшкем килә. Ѳсѳнсѳнән, һәр кемдең был донъяла парлы булыуын теләйем. Ғүмерегеҙ—бәхетле, бәхетегеҙ ғүмерле булһын! Байрам менән!

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap