Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
09.01.2013
УҢЫШЛЫРАҠ, ХӘЙЕРЛЕРӘК БУЛҺЫН КИЛЕР ЙЫЛДАР…
Untitled document

 

Иҫке йылды оҙатып, яңыһына аяҡ баҫыр алдынан һәр кем уҙып барған йылдың уңыштарын барлап ҡыуана, етешһеҙлектәрен билдәләп, киләсәккә һабаҡ ала, үҙ алдына яңы бурыстар һәм маҡсаттар ҡуя. Тѳбәгебеҙ ѳсѳн 2012 йыл ярайһы уҡ уңышлы ғына булды, иҡтисади үҫешкә ѳлгѳ булырлыҡ яңы производстволарға нигеҙ һалынды, юлдар торошона иғтибар артты. Әлбиттә, ауыл хужалығын, айырыуса игенселек тармағын тәбиғәт быйыл да етди генә һынауҙар алдына ҡуйҙы, әммә аграрийҙар бар мѳмкинлектәрҙе файҙаланып, үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуға ѳлгәште, мал аҙығы ла етерлек кимәлдә әҙерләнде. Уҙып барған йылдың һѳҙѳмтәләре менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында беҙ Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары хакимиәттәре башлыҡтарына мѳрәжәғәт иттек. Улар эшләнгән һәм эшләнәһе эштәр, киләсәккә уй-хыялдар менән уртаҡлашыуҙан тыш, яҡташтарына ихлас ҡотлау һүҙҙәрен дә еткерҙе.

Х.Х.Сѳләймәнов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы:

—2012 йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлайбыҙ. Сибай халҡына тәғәйенләнгән ҡотлау сәләмемдә уҙып барыусы йылға ҡыҫҡаса байҡау яһағайным инде (1-се биттә—ред.). Шуларға ѳҫтәп түбәндәгеләрҙе билдәләр инем. Үткән 11 айҙа, дѳйѳм алғанда, 8 млрд 600 млн һумлыҡ продукция етештерелде. Ҡала сәнәғәте производство күләменең 80-дән ашыу проценты тура килгән тау тармағы предприятиелары үҫеш менән эшләне. Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә ҡалаға бүленгән аҡса маҡсатҡа ярашлы тотонолдо. Уның дѳйѳм күләме 200 млн һумға яҡын тәшкил итте. Шулай уҡ граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан күсереү, урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу, ихата биләмәләрен тѳҙѳкләндереү, коммуналь хужалыҡ объекттарын кѳҙгѳ-ҡышҡы осорға әҙерләү ѳсѳн аҡса бүленеп, улар кәрәкле тәғәйенләнештә файҙаланылды. Инвесторҙар йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Йыл дауамында ҡалала «Башпотребсоюз», «Октябрь күн фабрикаһы» йәмғиәте вәкилдәре булып, тире эшкәртеү мәсьәләһен ҡараны. «Евроцемент тѳркѳм» холдингы иһә тѳҙѳлѳш материалдарын етештереү буйынса ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса маҡсатлы эш бара. Был йүнәлештә 43 эшҡыуар 14,3 млн һум күләмендә ярҙам алды. Һѳҙѳмтәлә 120 эш урыны булдырылды. Субсидиялар башлыса ауыл хужалығы, эшкәртеү производствоһы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф ѳлкәһендәге эшҡыуарлыҡҡа йүнәлтелде.

Алтын, Кѳньяҡ, Сармат, Арҡайым биҫтәләрендә юлдарға ҡырсынташ түшәлде. Бүләков, Кутузов, Ленин, З.Вәлиди, Коммунистик, Матросов урамдары, Таусылар проспекты тәртипкә килтерелде. Квартал эстәрендәге юлдар, автомобиль ҡуйыу урындары, тротуарҙар ремонтланды. Был юҫыҡтағы эштәргә барлығы 27 млн һум аҡса тотонолдо.

Мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт ѳлкәһендә ҙур эш атҡарылды. Мәғариф системаһында оптимизацияны минималь юғалтыуҙар менән үткәреп ебәрергә мѳмкин булды. Мәктәптәрҙе, профессиональ һәм ѳҫтәмә белем биреү учреждениеларын ябыуға юл ҡуйманыҡ. Улай ғына ла түгел, киреһенсә, йәш техниктар станцияһын кире тергеҙҙек. Мәҙәни учреждениелар ҙа тулы ҡеүәттә эшләүен дауам итә. Ҡала халҡын күпләп спортҡа йәлеп итергә ниәтләйбеҙ. Спортзалдар, бассейн, боҙ һарайы эшләп тора. Саңғы базаһы ѳсѳн кәрәкле инвентарҙар һәм «Буран» ҡаргиҙәре алынды.

Яңы йыл алдынан барлыҡ гәзит уҡыусыларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләр инем. 2013 йылда илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, бәхет һәм ҡаҙаныштар, иртәгәһе кѳнгә ышаныс артһын. Былар тормошҡа ашһын ѳсѳн ныҡышмалы эшләргә, ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың, Ватаныбыҙҙың ысын патриоттары булырға саҡырам.

И.Х.Ситдыҡов, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы:

—Уҙып барған 2012 йыл барлыҡ республика халҡы, шулай уҡ баймаҡтар ѳсѳн дә кѳсѳргәнешле хеҙмәт һәм ижад, киләсәк ѳсѳн бик мѳһим булған мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү йылы булды. 2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһы сиктәрендә байтаҡ эштәр атҡарылды. Тѳҙѳкләндереүгә иғтибар ҙур булды. Ҡалала һыу үткәргестәр алмаштырылды, Кѳньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан йорттарға, ниһайәт, электр уты үткәреүгә ѳлгәштек. Ҡуянтау ауылында яңы мәктәп сафҡа инде, Баймаҡ үҙәк дауаханаһының инфекцион корпусы тѳҙѳлә башланы. 220 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын тамамлау алдындабыҙ. Уны киләһе 2013 йылдың беренсе кварталында файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Юғарыла телгә алынған программа сиктәрендә инвестор йәлеп итеп «Башҡорт деликатестары» йәмғиәтен булдырғайныҡ. Ул киңәйә бара, етештерелгән продукция күршеләргә генә түгел, йырағыраҡ урынлашҡан тѳбәктәргә лә сығарыла. Урында уларҙың күсмә киоскылары әүҙем эшләй. «Баймаҡ ҡойоу-механика заводы» йәмғиәтендә лә үҙгәрештәр булды. «Семеновск руднигы» йәмғиәтендә эш урындарын күбәйтеү ѳсѳн кѳрәшәбеҙ, бының ѳсѳн унда эш күләмен арттырыу кәрәк. 2012-2024 йылдарҙа рудникка инвесторҙар иғтибарын йәлеп итеү планлаштырылған. Темәс ауылында һѳт заводын булдырыу буйынса эштәр дауам итә. Бында ла эш урындары буласаҡ. Халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаһына ла күҙ йомоп ҡарамайбыҙ. Әле етем балаларҙы ѳйлѳ итеү мәсьәләһе кѳнүҙәк булып тора. Барыһына ла туҡталып булмай, ғѳмүмән алғанда, байтаҡ эштәр башҡарылды, эшләнәһе эштәр ҙә, бойомға ашырырға кәрәк булған проекттар ҙа күп. Һүҙемде йомғаҡлап, тѳбәк халҡын һәр йортҡа шатлыҡ, бәхет һәм яңы ѳмѳттәр килтереүсе, бѳтә халыҡтың яратып кѳтѳп алған байрамы—Яңы йыл менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым. Яңы 2013 йылды ҡаршылағанда үткән йылдағы иҡтисади һәм социаль ѳлкәләрҙәге ҡаҙаныштарыбыҙ һәр кешенең кѳнкүрешендә тик яҡшы яҡҡа үҙгәреш индереүен теләр инем. Беҙҙең тормош тик кѳндәлек мәсьәләләрҙе генә хәл итеү түгел, ә күберәк үҙ-ара һѳйѳү-хѳрмәткә һәм бер-беребеҙ ѳсѳн янып йәшәүгә ҡоролһон. Һау-сәләмәт һәм бәхетле балалар күберәк тыуһын, үҫеп килгән йәштәребеҙ заманса белем алһын, үҙҙәренең таланттарына һәм мѳмкинселектәренә кәрәкле ҡулланыу тапһын. Яҡты киләсәк ѳсѳн күп кѳс һалған атай-әсәйҙәрҙе, олатай-ѳләсәйҙәрҙе лә онотмайыҡ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә һәм ил именлеге, уңыштар, уй-хыялдарығыҙҙың бойомға ашыуын теләйем.

Р.Х. Ибраһимов, Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы:

—Яңы йыл—иҫке йылды оҙатып яңыһына аяҡ баҫыу байрамы ғына түгел, ә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, киләсәккә аныҡ пландар билдәләү мәле. 2012 йылда тѳбәк халҡының йәшәйеш кимәлен яҡшыртыу маҡсатында байтаҡ эштәр башҡарылды. Бигерәк тә тѳҙѳлѳш ѳлкәһендә һиҙелерлек һѳҙѳмтәләргә ирештек. Шуларҙың береһе—Аҡъяр ауылындағы 240 урынлыҡ балалар баҡсаһы. Май айында нигеҙ һалынған учреждение тиҙ арала ҡалҡып сығып, яңы йыл башында тәүге тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итәсәк. Әлеге мәлдә район үҙәгендә «Уралтрейд» йәмғиәте эшселәре тарафынан «Һаҡлыҡ» банкыһы бинаһы тѳҙѳлә. Ауыл үҙәгендә урынлашҡан бина тәүгеһенән заман талаптарына яуап биреүе, майҙаны буйынса ике тапҡырға ҙур булыуы менән айырыла. Ниһайәт, тип әйтәйек, Иләс ауылы ла күперле булды. Был бәхетте улар оҙаҡ кѳттѳ, сѳнки ауылдың тѳп объекттары йылға аръяғында урынлашҡанға күрә, яҙғы ташҡындар улар ѳсѳн ҙур һынауға әүерелә ине. Әйткәндәй, яҡын киләсәктә бындай ҡыуанысты Татыр-Үҙәк халҡы ла кисерәсәк.

Ағымдағы йылда халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеүгә тотондоҡ. Алдағы йылдарҙа ла ошо юҫыҡтағы эштәрҙе дауам итеүҙе бурысыбыҙ итеп алғанбыҙ. Шулай уҡ киләһе йылда районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ең һыҙғанып тотонорға иҫәбебеҙ.

Һәр кем Яңы йылды яҡшы теләктәр, ҙур ѳмѳт менән ҡаршылай. 2013 йылдың уңышлы булыуын теләйек. Ни ѳсѳн тигәндә, йылдың нисек килеүе—илебеҙ иҡтисадына, уның үҫешенә йоғонто яһамай ҡалмай.

Яңы йыл менән ҡотлап, яҡташтарыма ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйем. Киләһе йылда ла бергәләп тѳбәгебеҙ үҫешенә тос ѳлѳш индерәйек.

И.Л.Фәтҡуллин, Йылайыр районы муниципаль район хакимиәте башлығы:

—Йылайыр районы—Башҡортостандың иң матур тѳбәктәренең береһе. Уның майҙанының 75 проценты урман менән ҡапланған. Шуға ла урман әҙерләү, ағас эшкәртеү тармағы үҫеш алған. Быйыл ағас йығыусылар конкурсының тап беҙҙә үткәрелеүе лә тиккә генә түгел. Шулай уҡ крәҫтиән һәм шәхси хужалыҡҡа иғтибар кѳслѳ. Күптәр мал һанын арттырыу һәм унан күпләп ауыл хужалығы продукцияһы алып аҡса эшләү менән мәшғүл. Һѳт тапшырып, айына 20 мең һумдан күберәк табыш алыусылар ҙа бар беҙҙә. Йылҡысылыҡ бик әүҙем үҫеш алды. Ошоно иҫәпкә алып, июль айында ҡымыҙсыларҙың республика конкурсы Йылайыр районында үткәрелде. 2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһы сиктәрендә ауыл хужалығын яңы сифатлы кимәлгә күтәреү—беҙҙең тѳп бурыс. Район электән умартасылары менән дә дан тота. Заманында бѳтә хужалыҡтар ҙа бал ҡорттары үрсетә ине, хатта был ѳлкәлә махсуслашҡан совхоз да булды. Хәҙер иһә был шѳғѳл айырым кешеләрҙә генә ҡалды, улар араһында крәҫтиән-фермер хужалығы булараҡ үҙ эшен асыусылар бихисап. Август айында Дмитриевка ауылы биләмәһендә билдәле умартасы Н.П.Вершининдың шәхси хужалығында район семинар-кәңәшмәһе лә үтте. Ғаилә һѳт фермаларын арттырыуға ла иғтибар биреү мѳһим, әлегә улар һаны—дүртәү. Туризмды үҫтереүҙә тәүге аҙымдар яһаныҡ. Шул уҡ ваҡытта мѳһим урын биләүсе мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт ѳлкәһен дә оноторға ярамай. Был тәңгәлдә уҙып барған йылда уңышлы эшләнек, тип әйтергә була. Май айында «Айыҡ ауыл-2011» конкурсына йомғаҡ яһанылар. Унда беҙҙең райондан Ишбулды ауылы еңеү яулап, 200 мең һумлыҡ сертификат алыуға ѳлгәште. Был сумма ауылда мәсет тѳҙѳтѳүгә индерелде. Һѳйѳнѳстәр менән бергә кѳйѳнѳстәр ҙә булды. Кѳндәрҙең үтә эҫе тороуы арҡаһында ра-йон үҙәгендә 8 ѳй янғайны. Президентыбыҙ Р.З.Хәмитовтың туранан-тура хәстәре менән тиҙ арала зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтелде. Бының ѳсѳн оло рәхмәтлебеҙ.

Ниндәй генә ҡиммәттәрҙе һанап үтһәк тә, иң ҡәҙерлеһе—ул кешеләр. Уларҙың матур тормошо, фиҙаҡәр хеҙмәте тыуған тѳйәгебеҙҙе тағы ла күркәмләй. Ошо матурлыҡтан мәхрүм булмайыҡ. Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлап, именлек, бәхет һәм муллыҡ теләйем.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap