Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
09.01.2013
ШАТЛЫҠ БҮЛӘК ИТЕП…
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Мѳғжизәле һәм әкиәти осор… Яңы йыл байрамы хаҡында әйтеүем. Тышта ап-аҡ сафлыҡ, ем-ем итеп ҡар емелдәй, ә кешелек донъяһы сихри мәлдән мѳғжизә кѳтә. Матур байрамдың иң сағыу саралары—балалар ѳсѳн ойошторолған Яңы йыл иртәлектәре.

Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡыусыһы Диана Шамратова һәм гимназия-интернаттан Тимур Дәминевтың күңелдәрендә быйылғы йыл оҙаҡ һаҡланыр, моғайын. Ни ѳсѳн тигәндә, күптән түгел был алдынғы уҡыусылар илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә булып, Рәсәй Президенты шыршыһында ҡатнашыуға иреште.

Ѳфѳ ҡалаһында уҙған Башҡортостан Президенты шыршыһы ла уҡыуҙа яҡшы билдәләргә ѳлгәшкән, олимпиада-конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеү яулаған уҡыусыларҙы һәм хеҙмәти бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балаларын үҙенә йыйҙы. Республика Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова байрам менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Был сарала Сибай мәктәптәренән 8 уҡыусы ҡатнашты.

Сибай ҡала округы хакимиәте башлығы шыршыһы ла юғары кимәлдә ойошторолдо.

—Бѳгѳнгѳ сараға ҡаланың кескәй йондоҙсоҡтары, уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә ал бирмәгән балалар йыйылған,—тине сараны асып хакимиәт башлығы Хәлит Хәмзә улы Сѳләймәнов.—Яҡшы уҡыусы булыу—еңелдән түгел. Һин ѳлгѳлѳ икәнһең, талап та ҙур. Шулай уҡ балаларҙың уңышында ата-әсәләрҙең тырышлығын да баһалау мѳһим. Иманым камил: сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек киләсәктә илебеҙҙең тѳп кѳсѳн тәшкил итәсәк.

Артабан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уҡыусыларҙы серле әкиәт донъяһына әйҙәне. Кескәйҙәр яратып ҡараған «Маша менән Айыу» йәнһүрәтенең геройҙары менән шыршы тирәләй әйләнде балалар.

—Бындай сарала тәүге тапҡыр ҡатнашам. Ныҡ оҡшай,—тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Р.Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы Илүзә Ишмырҙина. 5-се класта белем алған тырыш ҡыҙ уҡыу алдынғыһы ғына түгел, лицейҙың «Атайсал» бейеү ансамбленең бейеүсеһе лә икән.

Шул уҡ кѳндѳ ҡаланың Балалар ижады үҙәгендә инвалид балалар ѳсѳн дә шыршы байрамы үткәрелде. 150 бала ҡатнашлығында уҙған сара уйындар, йыр-моң менән үрелеп барҙы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap