Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
09.01.2013
ЛОТО―УЙЫН ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ БИЛДӘЛӘНДЕ
Untitled document

 

Резеда ВӘЛИЕВА

Бына йәнә бер йыл артта ҡалды. Халыҡты әллә ниндәй ахырызамандар менән ҡурҡытһалар ҙа, барыбыҙ ҙа имен-һау яңы 2013 йылға аяҡ баҫтыҡ. Күркәм, мѳғжизәле байрамдарҙың береһе—Яңы йылды матур итеп билдәләнек. Эйе, ысынлап та, кеше нисә генә йәштә булмаһын, ошо мәлдә, йәғни декабрҙең һуңғы кѳндәрендә, ғинуарҙың баштарында ниндәйҙер мѳғжизә кѳтә. Һәр кем был кѳндәрҙә изге теләктәргә, йылы, ихлас ҡотлауҙарға, иҫтәлекле бүләктәргә күмелә. Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре лә, байрамдың матур йолаһынан ҡалышмаҫҡа тырышып, гәзит уҡыусыларыбыҙға бүләктәр таратырға булдыҡ һәм Яңы йыл алдынан лото-уйын үткәрҙек.

Алдан әйтә килеүебеҙсә, «Атайсал» гәзитенә тотош бер йылға яҙылыусылар араһында «Сибай» шифахана-профилакторийына 2 путевка, ә ярты йылға яҙылыусылар араһында «Аладдин» магазинынан келәм уйнатылды. Элек-трон вариантҡа яҙылыусылар ѳсѳн кеҫә телефоны ҡуйылғайны, әммә улар һаны 50-нән артмау сәбәпле, был тәңгәлдә отош үткәрелмәне. Лото-уйын «Сибай» шифахана-профилакторийының баш табибы Р.С.Хоҙайғоловтың, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе И.Н.Бикмәтовтың, редакция хеҙмәткәрҙәренең балаларын тәбрикләргә килеүсе «Сулпан» балалар театрының Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыуының күҙ алдында барҙы. Редакциябыҙ почтаһына килгән барлыҡ квитанциялар ҙа лототронға тѳшѳрѳлгән ине, уларҙы кескәйҙәр берәм-берәм сығарып торҙо.

Шулай итеп «Сибай» шифахана-профилакторийына 10 кѳнлѳк путевкалар менән Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылынан Әлфиә Байсыуаҡова һәм Йылайыр районы Воскресенск ауылынан А.Г.Рәмова бүләкләнде. Гәзитебеҙгә 2013 йылға тулыһынса яҙылыусы дуҫтарыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ярты йылға яҙылыусылар ѳсѳн ҡуйылған тѳп приз—келәм Йылайыр районы Йомағужа ауылында йәшәүсе А.З.Хәсәноваға оҙатыласаҡ. Әммә бының менән генә беҙҙең бүләктәр бѳтмәне әле.

Йәнә бер бағыусыбыҙ—«Башҡорт баҡыры» йәмғиәте тиҫтәләгән иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгән ине. Улар ҙа үҙ хужаларын тапты:

- Баймаҡ районы Мерәҫ ауылынан Әхәт Әсмәндийәровҡа—яҫтыҡ;

- Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Сәфәрбикә Ерьесоваға—миксер;

- Йылайыр районы Йомағужа ауылынан Фатиха Аҡҡужинаға—стакандар наборы һәм ваза;

- Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Т.К.Ишбирҙинаға—салат һауыты;

- Йылайыр районы Һабыр ауылынан Гѳлсѳм Дилмѳхәмәтоваға—шампан шарабы;

- Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Ғәзимә Иҙрисоваға—ашъяулыҡ;

- Сибай ҡалаһынан (Ветерандар урамы, 9-59) Гѳлниса Сәғитоваға—кәнфит һауыты;

- Баймаҡ районы Татлыбай ауылынан Гѳлсирә Йосоповаға—йәшелсә турағыс;

- Сибайҙан Илнара Илғыуатоваға—балсыҡ кѳршәк;

- Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан Фәрит Рәмовҡа—ҡаралты япмаһы;

- Хәйбулла районы Федоровка ауылынан В.Теләүғоловҡа—сәй сервизы;

- Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Ғәле Сәғәҙәтовҡа—батмус;

- Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Хисмәтулла Суфияновҡа—тәрилкәләр;

- Сибайҙан (Цюрупа урамы,40) Г.М.Тимербулатоваға—бокалдар;

- Тѳйәләҫтән Суфия Йәнбирҙинаға—графин;

- Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Миҙәхәт Үҙәнбаевҡа—торт тәрилкәһе.

Приздарҙың башлыса бер тарафҡа эләгеүе нисек кенә сәйер тойолмаһын, әммә уйын ғәҙел барҙы. Отош уйынында еңеүселәр үҙ бүләктәрен юл тѳшһә, редакцияға килеп алырға мѳмкин, ә инде алыҫыраҡ тарафтарҙа йәшәүселәргә приздарҙы командировка мәлендә үҙебеҙ тапшырып ҡайтасаҡбыҙ.

Юғарыла яҙылғандарға ѳҫтәп шуны әйткебеҙ килә: бүләкһеҙ ҡалыусылар бер ҙә кәйефегеҙҙе тѳшѳрмәгеҙ. Һеҙ ярты һәм бер йыл дауамында «Атайсал»ды уҡып кинәнәсәкһегеҙ. Барығыҙҙы ла Яңы 2013 йыл менән ҡотлап, ғаиләгеҙгә ырыҫ-бәхет, ҡот-бәрәкәт һәм киләсәктә лә беҙҙең менән ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ!

Һүрәттә: тѳп бағыусыбыҙ—Сибай шифахана-профилакторийы директоры Р.С.Хоҙайғолов, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Карина лототрон үткәрә.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap