Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
11.01.2013
ФЛҮРӘ ТУЙСИНА: «БӘХЕТ―УЛ БЕР-БЕРЕҢДЕ БӘХЕТЛЕ ИТЕҮ»
Untitled document

ФЛҮРӘ ТУЙСИНА: «БӘХЕТ―УЛ БЕР-БЕРЕҢДЕ БӘХЕТЛЕ ИТЕҮ»

Башҡорт халҡына хас тѳп сифаттар хаҡында һүҙ сыҡһа, күптәр йыр-моңға маһирлығыбыҙҙы һәм йор телле булыуыбыҙҙы тәүге урынға ҡуя. Ни тиһәң дә, халҡыбыҙҙың донъя кимәлендә тотҡан урыны ла ошолар менән бәйләнгән. Миҫал итеп башҡорт йырын һәм ҡурайыбыҙҙы килтереү ҙә етә. Данлы Туйсиндар нәҫеле лә күптәргә ошо сифаттар аша таныш. Улар республика сәхнәләрен шаулатып ҡына ҡалмай, ә рухи хазиналарыбыҙҙы ҡайтарыуға, халҡыбыҙ моңон үҫтереүгә һәм тергеҙеүгә үҙ ѳлѳштәрен индерә. Ошо данлы зат вәкиле—Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында йәшәүсе күренекле йырсы Флүрә Туйсина менән ҡорған әңгәмәбеҙ уның бала саҡ, йәшлек йылдарын барлау менән бер рәттән йырлы-моңло булып йәшәү серҙәренә лә ҡайтып ҡалды.

—Флүрә Париж ҡыҙы, белеүебеҙсә, һеҙ республикаға күренекле шәхестәр биргән Сыңғыҙ ауылында тыуып, ошо бәрәкәтле ерҙең һыуын эсеп, һауаһын һулап үҫкәнһегеҙ... Ғѳмүмән, бала саҡ йылдарына бәйле күңелегеҙҙә ниндәй хәтирәләр һаҡлана?

—Эйе, Сыңғыҙ ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгәнмен. 11 бала үҫтек. Әле лә әсәйем: «Бер класс бала кѳттѳм»,—тип шаяртып ала. Атайым Париж Хәлфетдин улы йыр-моңдо яратҡан кеше ине. Телгә маһирлығы, кешене үпкәләтмәй генә ҡушамат таға белеүе менән дә хәтерҙә ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан ун дүрт йыл элек яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Әсәйебеҙ Миңзифа Ғилман ҡыҙы иһә күрше Силәбе ѳлкәһенең Ҡыҙыл ауылы ҡыҙы. Бѳгѳнгѳ кѳндә иһә һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуа. Туғандарым республиканың ниндәй генә тѳбәгенә таралып ултырмаған. Беҙ биш ҡыҙ бергә үҫтек. Минән һуңғы балалар—Мѳнирә, Зѳһрә, Зәкирә һәм Зәкиә—Күмертау, Баймаҡ, Мәләүез яҡтарында донъя кѳтә. Зәкиә Күмертауҙа уҡытыусы булып эшләй, йәғни шул тѳбәктең таланттарын үҫтереү менән мәшғүл. Биш ҡыҙҙан һуң тыуған Йәмил, Рәмил, Сѳмбѳл, Рәүилә, Радмир, Айнурҙарҙы беҙ шаяртып та, иркәләп тә «икенсе ағым» тип йѳрѳтәбеҙ. Шѳкѳр, ҡайҙа ғына йѳрѳһәләр ҙә, нәҫелебеҙ исеменә тап тѳшѳрмәй, мәҙәниәтебеҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итә улар.

—Тәрбиә нигеҙе ғаиләлә һалыныуы бәхәсһеҙ. Туғандарығыҙҙың тормошта үҙ урынын табып, ата-олатайҙарының юлын дауам итеп, уңыштарға ѳлгәшеүе, һис шикһеҙ, яҡшы тәрбиәгә бәйлелер...

—Атай тәрбиәһе кѳслѳ булды. Беҙҙең ѳсѳн атайҙың һәр һүҙе закон ине. Киске уйындан шунса сәғәттә ҡайтаһығыҙ, ти икән, ул мотлаҡ үтәлергә тейеш. Тыңлағанбыҙ. Хәҙер бит балаларҙы тыңлатыуы ҡыйын. Әллә үҙебеҙ ныҡ әпәүләйбеҙ, әллә... Ауылдың мәҙәниәт йортонда эшләгәс, тѳнгѳ ауыл тормошо менән дә танышмын. 14-15 йәшлек кенә үҫмерҙәр ауылға ҡартатай-ѳләсәйгә тип киләләр ҙә, таңға тиклем йѳрѳйҙәр. Һыраһын да эсәләр, тәмәкеһен дә тарталар. Ата-әсәләре, олатай-ѳләсәйҙәре тыныс ҡына йоҡлай бирә. Сѳнки уларға таң менән тороп мал-тыуар ҡарайһы бар. Уларҙы ғәйепләүҙән дә түгел, сѳнки ѳлкәндәрҙең күпселеге ауыл кисен элекке кеүек күҙ алдына килтерә. Ә бѳгѳн, белеүегеҙсә, айырма ер менән күк араһы.

Тағы ла шуныһы: атай-әсәйебеҙ беҙҙе йыр-моң, халҡыбыҙҙың күркәм йолалары аша тәрбиәләй алған. Буранбай ауылынан Үтәбаевтар—билдәле журналист, яҙыусы Әхмәр Үтәбайҙарҙың ғаиләһе менән аралашып йәшәнек. Берәй байрам булһа, атай-әсәйҙәр дүртәүләп ултырырҙар ине. Ғүмәр олатайҙың ҡурай моңдары, Мәрйәм инәйҙең йырҙары иҫтә ҡалған, уларға атайым менән әсәйем ҡушыла. Беҙҙең ѳйҙѳ сихри башҡорт моңо солғап ала. Ә беҙ икенсе бүлмәнән, тишектән генә ҡарап, уларҙы күҙәтәбеҙ. Бѳгѳнгѳләй хәтеремдә, атайым кѳслѳ тауышы менән «Бѳйрәкәй», «Ильяс», «Түрәкәй» кеүек халыҡ йырҙарын һуҙыр ине. Күрәһегеҙме, улар нисек беҙҙең күңелгә йыр-моң орлоғо һала белгән?!

—Бѳгѳн һеҙҙең йырҙарығыҙ йыш ҡына радио-телевидение аша яңғырай. Халыҡ та яратып ҡабул итә. Кескәй Флүрә Туйсина тәүге тапҡыр ҡасан сәхнәгә аяҡ баҫты икән?

—Тәүге тапҡыр ауылдашыбыҙ, билдәле композитор Хѳсәйен Әхмәтовтың «Гүзәл Ѳфѳм—баш ҡалам» тигән йыры менән тыуған ауылым сәхнәһендә сығыш яһаным. Ул ваҡыттарҙа, хәҙер ҙә бар был йола, балаларҙы дәртләндерә торғайнылар. Йәғни, һинең сығышыңды хуплап кәнфит биреүҙәре генә ни тора ине. Ә ҡартәсәй мәрхүмә һандығынан яулыҡ йәки ҡулъяулыҡ сығарып биреп, дәртләндереп ҡайтара торғайны. Хәҙер ҙә бит конкурстарҙа еңеүселәргә хатта автомобиль бүләк итәләр. Йәғни, бәләкәй генә уңышыңды хуплау электән килгән матур күренеш.

—Йәшлек йылдары-ғыҙға әйләнеп ҡайтҡанда, ниндәй тѳҫтәре менән әһәмиәтле ул һеҙгә?

—1975 йылда урта белемгә эйә булғас, артабан уҡырға ингәйнем, әсәйемде һағынам тип, ташлап ҡайттым да килдем. Бәлки йәшлек дыуамаллығы ла булғандыр. Бер йылдан һуң Зѳлфәт Аллаяров менән тормош ҡороп ебәрҙек. Бик итәғәтле, матур холоҡло кеше менән осраштырғаны ѳсѳн Хоҙайға рәхмәтлемен. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Ѳлкәнебеҙ Фирүзә әлеге мәлдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Илүзә лә сәнғәтте яратып үҫте. Сибайҙа педагогия колледжын, институттың музыка бүлеген тамамланы. Матур итеп баянда уйнай. Илшат иһә Баймаҡ мәҙәниәт йортонда уңышлы ғына эшләп йѳрѳй. Илгизә ҡыҙыбыҙ ҙа йыр-моңға битараф түгел. Беҙҙең балалар үҫкәндә балалар баҡсаһы булманы. Бәпескә ике ай тулыу менән эшкә сыға инек. Шуға күрә балаларымдың барыһы ла ѳләсәйҙәре тәрбиәһендә үҫте. Был йәһәттән ҡәйнәм Зәкирә мәрхүмәгә ҙур рәхмәтлемен. Иртәнсәк ҡалдырып китәбеҙ ҙә кискеһен генә барып алабыҙ. Әгәр ҙә балаларым тормошта ниндәйҙер уңышҡа ѳлгәшкән икән, тимәк, ѳләсәй мәктәбен үтеү ҙә үҙ һѳҙѳмтәһен биргәндер.

—Ҡыҙығыҙ Фирүзәнең профессиональ сәнғәтте һайлауына ҡаршы булманығыҙмы?

—Башта ҡаршы инем. Сәнғәт юлынан китәм тип теләк белдергәс, ѳгѳтләп башланғыс кластар бүлегенә документтарын бирҙерткәйнек. Беҙгә әйтмәй генә Абдрахман Ғиләжевтың Сибай ҡалаһындағы күсмә имтиханына барып, документһыҙ-ниһеҙ конкурстан үткән дә ҡуйған. Һуңғы йылдарҙа Фирүзәнең репертуар ѳҫтѳндә ентекле эшләүе, алдағы йылдарҙан айырмалы рәүештә халыҡсан йырҙарға ѳҫтѳнлѳк биреүе ҡыуандыра.

—Әйткәндәй, үткән йыл икегеҙҙең берлектә «Йѳрәк ҡарлуғасым» тип аталған компакт-дискығыҙ донъя күргәйне...

—Эйе, йыйынтыҡҡа 10 йыр инде. Иң-иңдәрен һайлап алырға тырыштыҡ. Исеменә килгәндә, ҡарлуғас—матур ҡош, оя ташламай. Ошондай исем менән аталған йырыбыҙ ҙа бар. Тағы ла шуныһы: әсә лә балаһына, бала ла әсәһенә «ҡарлуғасым» тип әйтә ала. Башлыса бала саҡтан күңелгә уйылған, атайҙан отоп алған халыҡ йырҙары урын алды. Мәҫәлән, «Матур гѳлѳм», «Умырзая», «Йәш нараттар», онотолоп барған «Кейек ҡаҙҙар» йырҙарын иҫ белгәндән алып йырлайым, тип әйтә алам.

—Туйсиндарҙың бергә йыйылыуы һабантуй байрамын хәтерләтәлер инде...

—Һабантуй инде. Ул йыр, бейеү, ҡурай моңо тигәндәй. Хәл-әхүәлде белешеп алғандан һуң, бер-беребеҙҙе тыңларға керешәбеҙ. Кемдең яңы йыры бар, кемдә ниндәй яңылыҡтар һ.б. Йыш ҡына йыйылыу мѳмкинлеге булмаһа ла, йылына бер тапҡыр булһа ла осрашып торорға тырышабыҙ. Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына, шуға күрә ваҡыт юҡлығына һылтаныу дѳрѳҫ түгел.

—Һеҙ оҙаҡ йылдар Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләнегеҙ, бѳгѳн иһә директор вазифаһы йѳгѳн тартаһығыҙ. Шулай уҡ район тамашасыһына күп кенә сценарий авторы булараҡ та билдәле...

—Дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерем ошо мәҙәниәт йорто менән бәйләнгән. Сценарий яҙыуға килгәндә, ул минең хобби. Ябай ғына сара ла тамашасы күңелен елкендереп ебәрергә, уйландырырға тейеш. Унда проблеманың күтәрелеүе лә, әйтергә теләгән фекереңдең булыуы ла мѳһим. Мәҫәлән, район мәҙәниәт йортонда йырсы Рамаҙан Йәнбәковтың 75 йәшенә арнап уҙғарылған кисә хәтерҙә ҡалған. Район хакимиәте сараның сценарийын яҙыу-ҙы һәм алып барыуҙы ышанып тапшырҙы. Күңелдә тулҡынланыу ҙа, бер аҙ ҡурҡыу хисе лә бар. Бѳтә республикаға билдәле башҡорт йырсыһының кисәһен юғары кимәлдә ойоштороу—бик яуаплы бурыс бит инде. Сараны бик матур итеп үткәреүгә ѳлгәштек.

Эшем хаҡында һѳйләгәндә, форсаттан файҙаланып шуны әйткем килә: һәр кем донъяла кемгәлер рәхмәтле булып йәшәй. Хеҙмәт юлымды башлаған саҡтан ярҙам иткән Рәйсә апай Диярованы әйтер инем. Ул халҡыбыҙ гәүһәрҙәрен йыйып, халыҡ ижадын һаҡлап ҡалыуға тос ѳлѳшѳн индерә.

—Флүрә Париж ҡыҙы, йыр-моңдо үҙегеҙҙең йәшәү рәүеше, тип әйтә алаһығыҙмы? Тағы бер һорау: бәхет тѳшѳнсәһен нисегерәк аңлайһығыҙ?

—Әлбиттә, моң—минең йәшәү рәүешем. Шатланғанда ла, эсем бошҡанда ла йыр һуҙып ебәреү күңелгә ниндәйҙер еңеллек килтерә, ауыр уйҙарҙан арындыра. Бәхет—ул бер-береңде бәхетле итеп йәшәү. Ғаилә бәхете һәм бала бәхете. Иң мѳһиме—тыуып үҫкән оябыҙҙы тарҡатмаҫҡа тейешбеҙ, балаларыңдың атай-әсәй тип ҡайтырлыҡ нигеҙҙәре ныҡ булһын.

Шулай итеп…

Халыҡ араһында абруй яулап, уңыштар ҡаҙанған, әммә йәмғиәт эше тип сабып йѳрѳү сәбәпле, балаларына тейешле тәрбиә бирә алмаусы замандаштарыбыҙ ҙа осрай. Был йәһәттән иһә Флүрә Туйсина башҡаларға ѳлгѳ булырлыҡ. Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡарыуҙан тыш, тормош иптәше менән гѳрләтеп шәхси хужалығын да алып бара. Геройыбыҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, ата-әсә генә балаларына ысын ѳлгѳ була ала. Хаҡ һүҙҙәр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap