Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
11.01.2013
БҮЛӘКТӘР ЛАЙЫҠЛЫЛАРҒА ЮЛЛАНДЫ
Untitled document

 

Гәзитебеҙҙең алдағы һанында «Атайсал» гәзитенә яҙылыусылар араһында уҙғарылған лото-уйын еңеүселәре менән таныштырғайныҡ. Яңы йыл байрамы алдынан «Атайсал» гәзитенең баш мѳхәррире Х.Н.Тапаҡов һәм «Сибай» шифахана-профилакторийы директоры Р.С.Хоҙайғолов бәхетле гәзит уҡыусыларыбыҙға путевкалар тапшырҙы.

—Тѳп призды отоуыма әле булһа ла ышанып етмәйем,—тип ҡаршы алды беҙҙе Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Әлфиә Байсыуаҡова. Уның әйтеүенсә, еңеүсебеҙгә бер тапҡыр ҙа шифаханаларҙа ял итеү мѳмкинлеге теймәгән.

Бүләктең лайыҡлы уҡыусыбыҙға эләгеүенә һоҡланып бѳтә алманыҡ. Әле хаҡлы ялда булған Әлфиә Әғзәм ҡыҙы 33 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған, 8 йыл мәктәп директоры вазифаһын башҡарған. Башҡорт матбуғатына битараф булмаған, әлеге мәлдә тиҫтәнән ашыу гәзит-журнал яҙҙырған уҡыусыбыҙ «Атайсал» гәзитен дә байтаҡ йылдар алдыра икән.

—«Атайсал»—бер нисә тѳбәкте яҡтыртыу менән бер рәттән, халҡыбыҙҙы рухи яҡтан тәрбиәләүсе, яҡшы мәғлүмәттәр аша кеше күңелендә ѳмѳт уятыусы баҫма. Уҡытыусы булып эшләү дәүерендә гәзитте йыйып барып, дәрестәремдә ҡуллана торғайным. Дәрес араһында «Матбуғат минуты» үткәреп алыу ҙа уҡыусыларҙың мәғлүмәтлелеген, фекерләү даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә,—ти ул. Ысынлап та, Әлфиә Байсыуаҡова үҙенә лайыҡлы алмаш әҙерләүе менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Уның 30-ҙан ашыу уҡыусыһының филология йү-нәлешенән китеүе лә ошо хаҡта һѳйләй.

Китаптар менән тулы кәштәләр ҙә иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Әлфиә Әғзәм ҡыҙы һүҙҙәренә ҡарағанда, китапҡа һѳйѳү уның ата-әсәһенән күскән.

—Атайым бухгалтер, әсәйем уҡытыусы булып эшләне. Икеһе лә китап уҡырға яратты, гәзит-журналдарҙы күпләп алдырҙы,—ти ул был хаҡта. Әйткәндәй, бер туған ағаһы, БДАУ-ның Урал аръяғы филиалы директоры урынбаҫары Әҙеһәм Барлыбаев фән докторы дәрәжәһенә тиклем барып етте. Был да ғаиләләге уҡымышлылыҡҡа ынтылыуҙы раҫлай.

Әлфиә Байсыуаҡова ѳс ул тәрбиәләп үҫтергән. Ѳлкәне Ғәлинур менән унан ҡала Ғәзиз-йәне Сибай институтының иҡтисад бүлеген тамамлаған, ә кинйәләре Айсыуаҡ ошо уҡ уҡыу йортоноң филология факультетында белем ала.

—Гәзиттең тағы ла уҡымлыраҡ сығыуын теләйем. Ауыл кешеләре ѳсѳн күберәк файҙалы кәңәштәр бирһәгеҙ ине,—тип теләктәрен еткереп ҡалды еңеүсебеҙ.

Артабан Йылайыр районының Воскресенск ауылында йәшәүсе еңеүсебеҙ Әминә Рәмоваға юлландыҡ.

—Әминә Рәмованы белмәгән кеше юҡ, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләне. Анау күк ҡыйыҡлы йортта йәшәйҙәр,—тип тѳртѳп күрһәтте оло йәштәрҙәге ир.

Ишек шаҡыуыбыҙға хужа кеше ҡаршы алды. Еңеүсебеҙ һалҡын алдырып сырхап киткән икән, уны кѳткән арала Дәүләткилде ағай менән әңгәмәбеҙ ялғанды. Һүҙгә бай, мәғлүмәтле кеше булып сыҡты ағайыбыҙ. Бына Әминә Ғиниәт ҡыҙы ла килеп инде. Тантаналы рәүештә еңеүсебеҙҙең ҡулын ҡыҫып, сертификатты тапшырғандан һуң һѳйләшеүҙе дауам итәбеҙ.

—«Атайсал»ды ѳс йыл ғына алдырыуыма ҡарамаҫтан, яҡын дуҫыбыҙға әйләнде. Үҙебеҙ уҡып ҡына ҡалмайбыҙ, Хәйбулла, Йылайыр райондарында йәшәгән туғандарыбыҙҙы, ауылдаштарыбыҙҙы ла гәзиткә яҙҙыртабыҙ. Күрше район-ҡалаларҙағы таныштарыбыҙҙы гәзит битендә күреп ҡалһаҡ, ҡыуанып китәбеҙ,—ти Әминә Рәмова. Әйткәндәй, был еңеүсебеҙ ҙә 36 йыл ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған. Дәүләткилде һәм Әминә Рәмовтар ѳс балаға ғүмер биргән. Ике ҡыҙҙары әсәһенең юлын һайлаһа, улдары Мѳнир хәләл ефете Альбина менән ата йортонда йәшәй.

Шул арала Дәүләткилде ағайҙың ҡулына гармунын алып йырлап ебәреүе сихри моң донъяһына илтте лә ҡуйҙы. Була бит шундай талантлы кешеләр, тип һоҡландыҡ уның моңона. Рәмовтар ҙа үҙ сиратында гәзитебеҙгә тәҡдимдәрен әйтеп үтте.

—«Атайсал» биттәрендә тѳбәгебеҙҙең мәҙәк хәлдәрен, лаҡаптарын үҙ эсенә алған «Кѳлѳп алайыҡ әле» йәиһә «Әңгәмәһе бер тоҡ» кеүек рубрикаларҙы күргебеҙ килә,—тип ихлас уй-теләктәрен еткерҙе улар.

Нил Ғазин.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap