Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
15.05.2012
Йәш таланттар балҡышы
Untitled document

Ѳфѳ ҡалаһының урта махсус музыка колледжының Сибайҙағы филиалы бына ун һигеҙенсе йыл инде уңышлы ғына эшләп килә. Унда Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларынан килгән музыкаға һәләтле балалар һабаҡ ала. Был үҙенсәлекле белем усағында тәрбиәләнеүселәр башланғыс белем алып ҡына ҡалмай, ә тәбиғәттән бирелгән музыкаль һәләттәрен асыуға һәм үҫтереүгә ѳлгәшә. Дүрт йыл эсендә бәләкәй артистар оҫта итеп фортепианола, скрипкала, флейтала, торбала, ҡурайҙа, баянда һәм думбырала уйнарға, бейергә һәм йырларға ѳйрәнә.

Күптән түгел колледждың Сибай филиалында йәш талант эйәләренең отчет концерты булды. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған матур сараға мәртәбәле ҡунаҡтар һәм ата-әсәләр саҡырылғайны. Байрамса кейенгән малай һәм ҡыҙҙарҙың сығыштарын ололар ҙур бер ҡәнәғәтлек менән ҡараны. 4-се класс уҡыусылары Салауат Сирбаев һәм Замир Ғазиндарҙың ѳҙҙѳрѳп баянда уйнауы, 2-се класс уҡыусыһы Айсаф Назаровтың ҡурайҙа һыҙҙырыуы барыһының да күңеленә хуш килде. 3-сѳ кластан Ләйлә Хәсәнова менән Марина Балдыбаеваларҙың фортепианола уйнап ишеттергән кѳйҙәре күптәрҙе әсир итте. Тынлы инструменттар (етәксеһе И.Мырҙабулатов) һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре (етәкселәре Н.Ҡаһарманов, Г.Сѳләймәнова), шулай уҡ ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе И.Хәсәнов) башҡарыуындағы музыкаль композициялар сараны биҙәне. Халыҡ-ара, Бѳтә Рәсәй һәм тѳбәк-ара конкурстар дипломанттары—4-се класс уҡыусылары Салауат Сирбаев, Ирек Айытбаев һәм Әлиә Вәлиеваларҙың сығыштары залда ултырыусыларға айырыуса оҡшаны. Тамаша аҙағында йәш музыканттарҙы Ѳфѳ урта махсус музыка колледжы директоры, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәүрә Ғәйфи ҡыҙы Сарбаева менән Сибай филиалы директоры Ирек Радик улы Мырҙабулатовтар тәбрикләне һәм уларҙың һәр береһенең киләсәктә республикабыҙ йѳҙѳн билдәләрҙәй сәнғәт эшмәкәрҙәре булып үҫеп, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итеүҙәрен теләне.

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap