Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
22.01.2013
«АЛТЫНСӘС»ТЕ КҮРМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!
Untitled document

 

2013 йыл Сибай театры ѳсѳн бик ҡыҙыу башланып китте. Яңы йыл каникулдары тамамланыу менән ижади состав башкѳллѳ эшкә сумды: тѳрки халыҡтар легендаһына таянып яҙылған пьеса буйынса ҡуйыласаҡ спектаклдең репетициялары башланды.

«...Мәргән: Теләйһеңме, мин һинең яҡлаусың булам?

Алтынсәс: Яҡлаусы миңә түгел, минең еремә, халҡыма кәрәк...»

Был буласаҡ спектаклдән ѳҙѳк.

Мәскәү драматургы Никита Вороновтың «Алтынсәс» исемле пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең сюжеты ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың—мѳхәббәт һәм нәфрәт, изгелек һәм яуызлыҡ, тыуған ергә һѳйѳү һәм уны бѳтѳнләй инҡар итеүҙең мәңгелек кѳрәшенә ҡоролған.

…Мәмбәт хандың ғәскәрҙәре ырыу халҡын ҡырып бѳтѳрә, бары тик ике генә кеше—Дилбәр ҡарсыҡ менән уның яңы ғына тыуған ейәне Мәргән тере ҡала. Ҡарсыҡтың бар ѳмѳтѳ ошо ун кѳнлѳк кескенә сабыйҙа. Ул үҫеп етер ҙә ырыу батыры—атаһы Йәнбулаттың ҡылысын ҡулына алып, хан бәһлеүәне Ғимранға ҡаршы яуға күтәрелер, тип ышана ѳләсәһе. Ә әлегә... әлегә уларҙың ерендә хан хакимлыҡ итә. Егерме йылдан һуң ни кѳтә халыҡты? Нисек ҡотолор улар хан иҙеүенән, кем ярҙам ҡулы һуҙыр? Был турала инде спектаклде ҡарағас белербеҙ, хѳрмәтле тамашасы.

Әҫәрҙә тѳрки халыҡтар тарихы сағыла. Ул изгелектең яуызлыҡты еңеүенә ышандыра, мѳхәббәттең ысынлап та саф, изге тойғо булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Тамаша айырыуса балалар һәм үҫмерҙәр ѳсѳн фәһемле булыр, тип уйлайбыҙ. Шуға күрә ѳлкәндәр менән бер рәттән йәш тамашасыларыбыҙҙы ла кѳтѳп ҡалабыҙ.

«Алтынсәс»тә Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова үҙенә генә хас алымдар менән ил инәһе Дилбәр ролен башҡара. Алтынсәс менән Мәргән батыр ролендә—тамашасылар һѳйѳүен яулап ѳлгѳргән йәш артистар Румия Рәхимова менән Морат Амантаев (һүрәттә). Уларҙан тыш спектаклдә Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәдиф Яныбаев менән Айгѳл Хәкимова, Юнир Мансуров, Илгиз Әбдрәшитов, Арсен Шәйхисламов, Салауат Вәлиев һәм башҡалар ҡатнаша.

Яңы тамаша әҙерләүҙән тыш, 17-һенән 26 ғинуарға тиклем бер тѳркѳм артистар «Мѳхәббәт ҡоштары» исемле музыкаль комедия менән Ейәнсура тарафтарына ижади сәфәргә сыға. Әҫәрҙең авторы—Илшат Йомағолов, спектаклде сәхнәгә йәш режиссер Вадим Ғилманов ҡуйған. Тамашалар Иҫәнғол һәм башҡа ауылдарҙа 10 кѳн дауамында барасаҡ.

Ә 28 ғинуарҙан ижади состав бик тос күстәнәс менән Учалы ҡалаһы һәм районына юлланасаҡ. Унда 4 спектакль күрһәтеләсәк: «Мѳхәббәт ҡоштары» музыкаль комедияһы, «Ғүмерлек ғазап» драмаһы, «Әллә ѳйләнергә инде?..» комедияһы һәм «Айһылыуҙың айлы кистәре» исемле лирик драма.

Ҡәҙерле дуҫтар! Тамашаларға рәхим итегеҙ! Беҙҙең артистар менән аралашыуҙан үҙегеҙгә кѳс-дәрт алығыҙ! Матур ял итеүегеҙҙе теләйбеҙ!

Алһыу Аҡбулатова,

театрҙың әҙәби бүлеге етәксеһе.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap