Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ҺАУЛЫҠТЫ ТӘРБИӘЛӘҮ―УЛ ХОЛОҠТО ТӘРБИӘЛӘҮ
Untitled document

 

Гѳлдәр ҠАДАЕВА

Хәҙерге заманда йѳрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары эпидемия характерын алды. Һуңғы йылдарҙа был сирҙәр халыҡ үлеменең тѳп сәбәптәренең береһе булып ҡала килә, йәғни, яҡты донъянан китеүселәрҙең 50 проценты тап ошо ауырыуҙарҙан яфаланыуы асыҡланған.

«Һаулыҡ» ѳҫтѳнлѳклѳ милли проекты һәм Республика һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһен модернизациялау программаһы саралары йѳрәк-ҡан тамырҙары менән ауырыусыларҙы ваҡында асыҡларға һәм дауаларға ярҙам итә. Һѳҙѳмтәлә киҫкен миокарда инфарктынан, мейе ҡан әйләнеше боҙолоуҙан үлеүселәр һаны аҙая бара. Һуңғы 3 йылда был һан 18,9 процентҡа тиклем кәмегән.

Уҙған аҙнала Сибай ҡалаһында ойошторолған «Һаулыҡ» марафонының маҡсаты— йѳрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хаҡында халыҡтың мәғлүмәтен арттырыу, артериаль ҡан баҫымы, гиперхолестеринемия, артыҡ ауырлыҡ, тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәрҙе саманан тыш ҡулланыу, дѳрѳҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү кеүек хәүеф факторҙарын мѳмкин тиклем кәметеүгә ҡайтып ҡалды.

Сараның тәүге кѳнѳндә ҡала дауаханаһының телемедицина үҙәгендә Мәскәүҙең Рәсәй кардиология фәнни-производство комплексы етәксеһе, профессор С.Н.Терещенко, шул уҡ комплекс табибы И.В.Жиров, БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары А.А.Афанасьев, Ѳфѳнѳң 18-се ҡала дауаханаһы тѳбәк ҡан-тамырҙары үҙәгенең баш табибы А.М.Мѳхәмәтйәнов, профессор И.М.Карамова, медицина фәндәре кандидаты Э.М.Колчина хәүеф факторҙарын асыҡлау, киҫкен ҡан-тамырҙары ауырыуҙарының беренсел һәм икенсел алымдарын профилактикалау, сирлеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ѳйрәтеү мәктәбе уҙғарҙы. Мәктәп эшендә Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары дауаханаларының баш табиптары урынбаҫарҙары, кардиологтар, неврологтар, сәләмәтлек үҙәге табиптары, фельдшерҙар ҡатнашты.

Икенсе кѳндѳ аҡ халатлылар ҡала халҡына киҫкен йѳрәк-ҡан тамырҙары сиренә килтергән тѳп хәүефтәргә бәйле киң күләмдәге аңлатыу эше уҙғарҙы.

—Һаулыҡты тәрбиәләү—ул холоҡто тәрбиәләү. Ҡыҙғанысҡа күрә, эскелек, тәмәке тартыу, аҙ хәрәкәтләнеү кеүек насар күренештәр сәләмәтлекте ныҡ ҡаҡшата, атап әйткәндә, йѳрәк-ҡан тамырҙары ауырыуына килтерә лә инде. Беҙҙә әлегә үҙ һаулығыңа иғтибарлы ҡараш, сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш мәҙәниәте үҫешеп етмәгән,—тип билдәләне сығыш яһаусылар.

Мәскәү, Ѳфѳ, Сибай табиптарына күренергә 500-ләп кеше теләк белдерҙе. Уларҙың һәр ҡайһыһы шунда уҡ артериаль ҡан баҫымын үлсәтте, ҡанда холестерин һәм глюкоза кимәлен тикшертте, тән ауырлығын билдәләтте, анализдары һѳҙѳмтәләре менән кардиолог, неврологтарға мѳрәжәғәт итте. Белгестәр әйтеүенсә, был кѳндѳ тикшеренеү үткән 468 кешенең 152-һенең ҡан баҫымы юғары булған. 21 осраҡта—шәкәр, 26 осраҡта холестерин кимәле саманан тыш булыуы асыҡланған. 21 кешенең һаулығы торошонда тәмәке тартыу менән артыҡ мауығыу арҡаһында кире эҙемтәләр асыҡланған.

Баш ҡала табиптары марафондан ҡәнәғәт ҡалды һәм киләсәктә лә ошоноң ише халыҡ менән тығыҙ аралашыу сараларын тағы уҙғарасаҡтарын белдерҙе.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap