Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
01.02.2013
ИҢ ГҮЗӘЛ, ИҢ САҒЫУ МӘЛ…
Untitled document

1755 йылдың 25 ғинуарында батшабикә Елизавета Петровна тарафынан Рәсәйҙә беренсе университет асыу тураһында Указға ҡул ҡуйыла. Ломоносов тѳҙѳгән проектты тормошҡа ашырыу мәғлүмәтле һәм мәҙәниәтле генерал-адъютант И.И.Шуваловҡа тапшырыла. Указға ҡул ҡуйыу кѳнѳ итеп ул юҡҡа ғына 25 ғинуарҙы һайламай. Ватанға хеҙмәт итеү менән бергә ҡәҙерле әсәһе—Татьяна Петровнаға уның тыуған кѳнѳндә бүләк яһарға ла уйлай. «Һиңә университет бүләк итәм»,—ти Шувалов әсәһенә. Заманында был кѳн бик иҫтәлекле билдәләнә. Тантаналы телмәрҙәр һѳйләнә, ғибәҙәт ҡылына, фейерверктар балҡый, һый-хѳрмәт ойошторола, театр тамашалары күрһәтелә. Йылдар үтһә лә, студенттар был кѳндѳ билдәләүҙән туҡтамай.

Сибай ҡалаһы студенттары был байрамды нисек уҙғара? Студент тормошо уларҙы ҡәнәғәтләндерәме? Студент стипендияһына йәшәп буламы? Ошондай һорауҙар менән бер нисә йәш кешегә мѳрәжәғәт иттек.

Нурия Сафина, БДУ-ның Сибай институтының филология факультеты студенткаһы:

—Студент саҡ—кеше тормошоноң иң гүзәл, иң сағыу мәле, минеңсә. Башта тик уҡыу ғына, башҡа ҡайғы юҡ. Мин тәүге ике курсты Санкт-Петербургтағы А.Герцен исемендәге университетта уҡыным. Әйтергә кәрәк, тыуған яҡтан ситтә уҡыуы шул тиклем ауыр. Беренсенән, аҡса етмәй, икенсенән, һағындыра. Тыуған яҡҡа ҡайтып йѳрѳү үҙе бар аҙап була торғайны. Бынан ике йыл элек БДУ-ның Сибай институтына күстем һәм бер ҙә үкенмәйем. Был уҡыу йорто күңелемә ныҡ яҡын. Тик бишлегә генә ѳлгәшәм, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашам. Тыуған ауылым Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылына йыш ҡайтам. Стипендияға килгәндә, 1 мең 350 һумға бер ай йәшәүе, әлбиттә, мѳмкин түгел. Шул атай-әсәйемдең ярҙамы ҡотҡара ла инде. Ә стипендияны мин китап алыуға тотонам, китап ѳсѳн йәнемде бирергә әҙермен. Ҡайһы ваҡыт кейем алырға ла етеп ҡуя.

Айгѳл Әхмәтова, БДАУ-ның Урал аръяғы филиалы студенткаһы:

—Мин Илеш районының Тыпый ауылынанмын. Был тарафтарҙа апайым йәшәй, шуға ла уның янына уҡырға килдем. Йәшәү, ашау мәсьәләһе шулай хәл ителде. Шәхси йортта йәшәгәс, хужалыҡтарында ярҙамлашам. Уҡыуға ла ваҡытым етә, китапханаларға йѳрѳйѳм. Үҙебеҙҙең уҡыу йортонда эшләп килгән вокал ансамблендә шѳғѳлләнәм. Баш ҡала студенттарынан кәм йәшәмәйбеҙ, тип уйлайым. Театр, филармонияға йыш барабыҙ. Миңә бында оҡшай.

Стипендия, әлбиттә, аҙ. Шулай ҙа еткерергә тырышам. Минең ул аҡсам тыуған яғыма бер мәртәбә ҡайтып килергә етә (кѳлә). Ѳсѳнсѳ курстан һуң берәй эшкә сығырмын, тип уйлап йѳрѳйѳм.

Юнир Арыҫланов, Магнитогорск педагогия академияһы студенты:

—Тәүге курста уҡығанда барлыҡ иғтибарҙы тик белем алыуға ғына йүнәлттем. Студент тормошона ѳйрәнеп алғас, аҡса эшләү йәһәтенең тѳрлѳ ысулдарын эҙләй башланым. Сѳнки тамаҡты алдап булмай, йәш кешегә кейем-һалым да кәрәк. Гел генә атай-әсәй елкәһендә лә ултырып булмай. Икенсе курстан эшләй башланым. Йѳк ташыусы, урам һепереүсе, тѳнгѳ һаҡсы, официант—кем генә булып эшләп ҡараманым. Әлеге кѳндә кеҫә телефондары һатыусы сауҙа нѳктәләренең береһендә эшләп йѳрѳйѳм. Эштән ҡурҡырға ярамай, тѳп һѳнәремде алғансы, кѳн итергә кәрәк. Стипендия етмәгән ергә ямау ғына. Эшләһәң, эш ҡарышмай. Уҡыуымды ла, эшемде лә бергә алып барыуыма шатмын.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap