Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
01.02.2013
КҮҢЕЛ МОҢДАРЫН ЕТКЕРЕҮСЕ
Untitled document

 

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Шундай кешеләр осрай: улар ѳлгѳлѳ ғаилә башлығы булып йәиһә хеҙмәте менән донъябыҙҙы йәмләп кенә ҡалмай, ә үҙҙәренең сихри моңо, күңел нуры менән замандаштарын ҡыуандырып йәшәй. Сибай ҡалаһында йәшәүсе абруйлы уҡытыусы, һәүәҫкәр композитор Юлай Моратов та шундайҙар иҫәбендә. Дүрт тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт дәүерендә күпме уҡыусыға белем серҙәрен тѳшѳндѳргән, күпме тамашасыны моң донъяһына сорнаған ул...

Бѳгѳн дә Юлай Моратовтың «Кѳнләшәм», «Ҡоштар китә», «Бергә саҡта» кеүек популяр йырҙарын республика халҡы яратып тыңлай. Ошо кѳндәрҙә Сибай педагогия колледжында уҙған сара ла композиторҙың ижадына һәм уҡыу йортоноң 50 йыллығына арналды.

«Кеше хаҡында белгең килһә, уның тыуған ерен күр» тигәндәр. Нәҡ шундай һүҙҙәр менән башланып китте Сибай үҙәк ҡала китапханаһының «Рухи хазина» клубы ойошторған кисә. Ысынлап та, ожмахҡа тиң тәбиғәтле Баймаҡ ерендә тыуып үҫкән Юлай Хәким улына тыуған тѳйәгенең иң матур сифаттары күскән. Йәғни, кѳс-ғәйрәт һәм рух ныҡлығы ла, сабырлыҡ һәм уй-фекер тәрәнлеге лә, уйсанлыҡ һәм күңел иркенлеге лә—барыһы ла бер кешелә тупланған. I Этҡол ауылында тыуып, унан инде Күсей, Үрге Иҙрис мәктәптәрендә белем ала. Ә тоҡомдарындағы мәғрифәтселек, ата-әсәһенең дә уҡытыусы булыуы уның һѳнәр һайлауына тәьҫир итмәй ҡалмай. 1964 йылда тырыш егет Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә.

Сараға Юлай Моратовтың яҡташтары, уҡыусылары һәм студенттары, ҡыҫҡаса әйткәндә, уның ижадына битараф булмаусылар йыйылғайны. Тәү башлап сәхнәгә яҡташтары—Баймаҡ районы вәкилдәре күтәрелде.

—Баймағыбыҙ таланттарға бай. Был иһә шәхестәребеҙҙе күрә белеүгә бәйләнгән,—тине Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина. Ул шулай уҡ район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡовтың ҡотлау һүҙҙәрен дә еткерҙе.

Әйткәндәй, Юлай Моратов 1973 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Ҡолсора, I Этҡол, Баймаҡ интернат-мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем бирә. Мәғариф эшендә бер аҙ тәжрибә туплаған уҡытыусы 1983 йылда Сибай мәктәп-интернатына эшкә килә. Ошо йылдарҙа белем биреү йѳгѳн бергә тартҡан коллегалары ла Юлай Хәким улының яҡшы сифаттарын телгә алды.

—Уның моңона ғына түгел, ә уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итә белеүенә, дәрестәрен ҡыҙыҡлы итеп уҙғарыуына һоҡлана торғайныҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: уның хеҙмәте дәүләт тарафынан ғәҙел баһаланды,—тине үҙ сығышында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова.

Ижадсының күңеленән йыр-моң урғылыуы, ҡолас йәйеп ижад итеүе нәҡ шул йылдарға бәйләнгән. Белем биреү, кѳйҙәр яҙыуынан тыш, яҡташыбыҙ мәктәп-интернат уҡыусыларын фото серҙәренә лә тѳшѳндѳрә.

Уның күп яҡлы талант эйәһе икәнен Күсей урта мәктәбе һәм Сибай педагогия колледжы уҡытыусылары ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы.

—Юлай Моратов композитор, йырсы, уҡытыусы, фотограф ҡына түгел, спортсы ла ул. Беҙ уның велосипед менән Ѳфѳгә сәйәхәт яһап ҡайтыуын да беләбеҙ. Беҙҙең педагогия училищеһына килеп хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итеүе иһә уның ѳлгѳрѳп еткән шәхес сағына тура килде,—тине ваҡытында уҡыу йорто директоры булып эшләгән Хѳснѳтдин Хәмитов.

Артабан сараны Юлай Хәким улынан йыр дәрестәре алған, әлеге мәлдә Сибай телерадиостудияһы директоры вазифаһын башҡарған Дим Ишйәровтың, колледж студенты Радик Ишбулатовтың моңло йырҙары дауам итте. Сибай ҡалаһы ағинәйҙәре, «Рухи хазина» клубы ағзалары ижадсыға илһам ҡанаттарының талмауын теләне.

Һәүәҫкәр композиторҙың «Баймаҡ-Сибай юлдары», «Тыуған яҡ», «Һыулыүҙәккәй буйы», «Шат йырғанаҡ» исемле китаптары баҫылып сыҡты. Шулай уҡ Санкт-Петербург ҡалаһында нәшер ителгән «Музыкальная политра» журналында Юлай Моратовтың рус шағирҙары һүҙҙәренә яҙылған йырҙары донъя күрҙе.

Талантлы яҡташыбыҙҙы күптәр яҡшы ғаилә башлығы булараҡ та белә. Хәләл ефете Айһылыу Солтан ҡыҙы менән ун бала тәрбиәләп үҫтереүе ошо хаҡта һѳйләй ҙә инде. Әйткәндәй, балаларының барыһы ла йыр-моңдо үҙ иткән.

Күңел моңдарын еткереүсе... Был һүҙҙәр ябай, халыҡсан, лирик рухта һуғарылған йырҙар яҙыусы Юлай Моратовҡа ҡарата әйтелгән кеүек. Беҙ иһә үҙ сиратыбыҙҙа, Юлай Хәким улына, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, тип теләп ҡалабыҙ.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap