Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
01.02.2013
ТЕХНИКАНЫ БЕЛЕҮ ТОРМОШТА ҠАМАСАУЛАМАҪ
Untitled document

 

Гѳлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһында оҙаҡ йылдар эшләп килгән Йәш техниктар станцияһы 2009 йылда ябылыуға дусар булғайны. Был ѳҫтәмә белем биреү учреждениеһына ла замана еле—оптимизация шауҡымы ҡағылды. Әммә балаларҙың үҫеше, тәрбиәһе ѳсѳн аҡса йәлләргә ярамағанлыҡты яҡшы аңлаған ҡала хакимиәте етәкселеге 2012-2013 уҡыу йылы башында Йәш техниктар станцияһын яңынан тергеҙеү хаҡында ҡарар сығарҙы.

Станцияның элекке бинаһы күптән икенсе учреждение ҡарамағына күскәнлектән, уны ҡаланың 14-се мәктәбе нигеҙендә булдырыу хуплана. Тѳрлѳ мәктәптәрҙең техникаға битараф булмаған уҡыусылары бында тѳштән һуң йыйыла.

—Әлеге кѳндә беҙҙә 5 йүнәлеш буйынса түңәрәктәр булдырылған. Уларҙа 200-ҙән ашыу бала ихлас шѳғѳлләнә,—ти Йәш техниктар станцияһы директоры вазифаһын башҡарыусы Фуат Фирғәт улы Әсәнов.—Техника ныҡ үҫешкән был заманда беҙҙең түңәрәктәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Малайҙарға ҡарағанда ҡыҙҙар әүҙемерәк.

Станцияла иң популяр түңәрәк—картинг. Бығаса ҡалала ундай түңәрәк булмағанлыҡтанмы, уҡыусылар техниканың был тѳрѳнә айырыуса ѳҫтѳнлѳк бирә. Түңәрәк етәксеһе Юлай Зәйнетдин улы Дәүләткилдин әйтеүенсә, бәләкәй генә автоҡоролмаға бер бала ла битараф түгел. Уҡыусылар был техниканы тулы ҡеүәтендә ҡулланыу, йәғни махсус майҙансыҡта уға ултырып елдереү теләге менән яна. Әлегә был хыял ғына булып ҡала, сѳнки уның ѳсѳн махсус йыһазландырылған майҙансыҡ кәрәк.

Малайҙар педагог-ойоштороусы Мѳбәрәк Салауат улы Батыршин алып барған автомоделләштереү түңәрәген үҙ итә. Азамат Шамил улы Кәримов етәкләгән автоэш түңәрәгендә иһә балалар машиналарҙы техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау серҙәренә тѳшѳнә.

Токарь эше йүнәлешендә 14-се мәктәптә күптән эшләп килгән токарь ҡоролмаларында деталдәр яһау мѳмкинселеге бар. Етәкселәре Мѳнир Мәҡсүт улы Иҙелбаев уҡыусыларҙа хеҙмәткә һѳйѳү тәрбиәләп кенә ҡалмай, эш урынын тәртиптә, таҙалыҡта тоторға ла ѳйрәтә.

Замана техникаһы—компьютер кластары ла бар бында. Компьютер моделләштереү серҙәренә Гѳлдәр Һѳйѳндѳк ҡыҙы Күсәбаева, Римма Сергеевна Зәйнетдинова тѳшѳндѳрә. Станция етәкселеге махсус класс-кабинетты заманса техника менән йыһазландырыуҙа күрһәткән ярҙамы ѳсѳн ҡала хакимиәте етәкселегенә оло рәхмәтле.

Станцияның методисы Әлфиә Дамир ҡыҙы Вәлитова түңәрәктәр эшен кѳйләү, уҡыусыларға уңайлы шарттар булдырыу менән мәшғүл.

Шулай бер-береһен дәртләндерә-дәртләндерә йәшәй, эшләй бѳгѳн Йәш техниктар станцияһы коллективы. Директор вазифаһын башҡарыусы Ф.Ф.Әсәнов станция ѳсѳн бина хәстәрләү мәшәҡәттәре менән генә янмай, түңәрәктәр һанын күбәйтеүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Киләсәктә ул заман талап иткән авиа, ракеталар, суднолар моделләштереү, радиоэлектроника, робот техникаһы, кѳнкүреш техникаһын ремонтлау йүнәлештәрен булдырыу ѳҫтѳндә эшләйәсәктәрен белдерҙе.

Һүрәттә: техника яратыусы малайҙар етәкселәре Юлай Зәйнетдин улы Дәүләткилдин менән картинг

ҡоролмаһын ѳйрәнә.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap