Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
04.09.2017
«Атайсал»да ЯҢЫ САЙТ!
Untitled document

Хөрмәтле гәзитебеҙ дуҫтары! Апрель айынан беҙҙең яңы сайт эшләй башланы. Рәхим итегеҙ! http://rbsmi.ru/ataysal/

БАЛА ҺАУЛЫҒЫ—ИҢ ҘУР БӘХЕТ
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһының туберкулезға ҡаршы район-ара диспансерының «Тылсымлы» балалар бүлегендә йылына 470 бала һауыҡтырыла. 20 йылдан ашыу эшләү дәүерендә иһә бүлектә Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан 10 меңгә яҡын сабый сәләмәтлектәрен нығытҡан.

 

—Беҙҙә башлыса Манту пробаһы шешкән, туберкулез сирлеләр менән контактта булған, даими сирләгән 3-7 йәшлектәр дауалана. Сабыйҙарҙы 2 айҙан 6 айға тиклем бағыу мөмкинлегебеҙ бар,—ти диспансерҙың «Тылсымлы» бүлеге мөдире Сәлимә Усман ҡыҙы Баязитова.—Дауалау алымдарыбыҙ үҙенсәлекле. Был процесс юғары аҡһымлы диетанан башлап, дауалау физкультураһы, физиотерапия, бассейн, тәүлек әйләнәһенә кислород коктейле, йәйге айҙарҙа мотлаҡ ҡымыҙ биреү, саф һауала йөрөү, һәм, әлбиттә, «ҡулдан ауыҙға» системаһы буйынса таблеткалар эсереүҙән ғибәрәт.

«СИБАЙҘЫҢ 100 ШӘХЕСЕ»
Untitled document

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға—100, Сибай ҡалаһының 65 йыллығы уңайынан һәм ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында «Сибайҙың 100 шәхесе» проекты старт ала. Ҡала хакимиәте ойошторған үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашырыу ҡалалаштарҙың төбәгебеҙ тарихына иғтибарын арттырасаҡ, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә, йәмғиәттә берҙәмлекте нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

 

Махсус комиссия сибайҙарҙы, сит тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтарҙы Сибай ҡалаһының 100 лайыҡлы кешеһенең исемен билдәләүҙә булышлыҡ итеүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Тәҡдимдәрҙе admin_sibai07@mail.ru электрон адресына, яҙма рәүештә «Сибайҙың 100 шәхесе» билдәһе аҫтында хакимиәттең дөйөм бүлегенә ебәрергә мөмкин. Мәғлүмәттә исемлеккә тәҡдим ителгән кешенең исем-шәрифе, тыуған йылы, урыны, биографияһы, хеҙмәт юлы, ил, ҡала күләмендә яуланған ҡаҙаныштары, фотоһүрәте булырға тейеш.

07.04.2017
ҠАРҘАР ИРЕЙ, ҺЫУ ТАША
Untitled document

Синоптиктар ташҡын кимәле норманан 20-70 сантиметрға юғарыраҡ булған осраҡта һыу баҫыу хәүефе янаған биләмәләр исемлеген асыҡланы. Республикабыҙҙа 39 районда, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Бөрө, Баймаҡ, Дәүләкән, Мәләүез, Ишембай ҡалаларында ташҡын көслө булмаҡсы.

 

Исемлектә тәүге баҫҡысты Белорет районы биләй. Быйыл унда 28 ауылды һыу баҫыуы ихтимал. Ҡырмыҫҡалы районында—24, Стәрлетамаҡта—16, Иглинда—15, Йәрмәкәй менән Архангелдә—14, Бөрйән һәм Ишембайҙа—11 ауылда ҙур һыу көтөлә.

07.04.2017
ИМАН НУРЫ ЙӨҘҘӘРҘӘ
Untitled document

Өфөнөң «Ихлас» мәсетендә Ҡөръәнде яттан һөйләү буйынса «Донъя тауышы» Халыҡ-ара конкурсы үтте. Мәсеттең төҙөлөүенә һәм урында дини берекмә эшләй башлауға 20 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған сараны Рәсәй, Башҡортостан Диниә назараты ярҙамында республиканың ислам бизнесы Ассоциацияһы ойошторҙо. Унда 2 йәштән 17 йәшкә тиклемге йөҙгә яҡын бала изге китаптан сүрәләр, аяттар ятлап ярышты. Байрамда шәйехтәр, хатта Ирандан ҡунаҡтар ҡатнашты.

 

—Беҙҙең ниәт—динде барыһы ла аңларлыҡ, бөтәһе лә ҡабул итерлек итеп, уны бар тулылығында күрһәтеү. Шуныһы ҡыуаныслы: балаларға, үҫмерҙәргә, йәштәргә дини тәғлимәттәрҙе дөрөҫ аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуйған конкурсҡа республикабыҙҙан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә балалар күпләп килде,—тине республиканың ислам бизнесы Ассоциацияһы етәксеһе Вадим Лапко.

07.04.2017
АУЫЛ СТАРОСТАҺЫ
Untitled document

Элек-электән халҡыбыҙҙа ил ағаларының һүҙе ғәйәт ҙур роль уйнаған. Үҙҙәре—абруйлы, ҡылған эштәре—изге, әйтер һүҙҙәре хаҡ булған. Уларҙы халыҡ тыңлаған, артынан эйәргән. Бына шундай ил ағалары ауылдарыбыҙҙа әле лә бар. Ундайҙарҙы ауылдаштары староста итеп тә һайлап ҡуя. Ә улар—ауыл хакимиәте башлыҡтарының иң төп ярҙамсылары. Бөгөнгө һүҙем шундайҙарҙың береһе Йыһангиров Хәкимйән Сәлимйән улы (һүрәттә) хаҡында.

 

Хәкимйән Сәлимйән улы 1941 йылда Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында тыуған. Атаһы һуғыштың тәүге көнөнән үк фронтҡа китә һәм күп тә үтмәй Украина сигендә һәләк була. 4 бала менән тол ҡалған әсәгә бик ауыр була. Күпмелер ваҡыт үткәс әсәһе, ғаиләһенең хәлен әҙерәк кенә булһа ла еңеләйтеү маҡсатынан, ошо уҡ ауылдың кешеһенә тормошҡа сығып, Түбә ҡасабаһына күсеп китәләр. Әммә 8-се йәше менән барған Хәкимйән ағай сит ерҙе үҙһенмәй, кире ауылына—олатай-өләсәһе янына ҡайта. Улар ҡулында матур тәбиә ала. Аҙаҡ олоғайған ҡәҙерлеләрен үҙе ҡарай.

07.04.2017
ҠАЙҘА ҮҪКӘН ВИТАМИНДАР ФАЙҘАЛЫРАҠ?
Untitled document

Бөгөн магазин кәштәләре йылы яҡтарҙан килтерелгән төрлө емеш-еләктәр, банан-ананастар, хөрмә-кокостар, ниндәйҙер йәшелсәләр, тағы әллә нәмәләр менән тултырылған. Хатта һалырға урындары ла етмәгән һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың тәмен маҡтаған, витаминдарының һаулыҡ өсөн файҙалы икәнен иҫбатлаған төрлө-төрлө рекламалар ҙа күбәйеп  китте. Шуғалыр инде ҡайһы бер кешеләр:

—Иммунитетыңды нығытҡың килһә, магазиндарға рәхим ит: витаминдар тулып ята!—тип кенә ебәрә. Ысынлап та, тропик илдәрҙән килтерелгән емеш-еләктәрҙең витаминдары беҙҙең, Көньяҡ Уралда йәшәгән кешеләрҙең иммунитетын нығыта аламы? Мәҡәләмдә бына ошо һорауға үҙ фекерҙәремде белдереп китергә уйлайым.

 

Һүҙемде халҡыбыҙҙың иммунитетынан башлап  китәйем.

07.04.2017
ҮҘЕБЕҘҘӘ УҠЫҒЫҘ
Untitled document

БДУ-ның Сибай институты—Урал аръяғындағы берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Уның бөгөнгө эшмәкәрлеге, киләсәккә пландары хаҡында белем усағының директоры, профессор З.F.Йәрмөхәмәтов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Хөрмәтле Зиннур Fөбәйҙулла улы, бөгөн Рәсәй мәғариф системаһында ҙур үҙгәрештәр бара. Юғары уҡыу йорттарын берләштерәләр, терәк университеттары булдыралар, улар базаһында технопарк һәм кластерҙар асалар. Был үҙгәрештәргә Сибай институты коллективы нисек ҡарай? Ыңғай юҫыҡта үҙгәрештәр бармы?

—Сибай институты бөгөн белем биреү эшмәкәрлеген ярайһы уҡ юғары кимәлдә алып бара. Быны Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы юғары уҡыу йорттары эффектлығы буйынса йыл да уҙғарған мониторинг, Рособрнадзор үткәргән тикшереү һөҙөмтәһе иҫбатлай. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге мәғариф һәм фән өлкәһендәге ҡаҙаныштар ҙа насар түгел. Киләсәктә белем усағы базаһында Урал аръяғы өсөн белем биреү кластерын үҫтереү күҙаллана.

 

Институттың матди-техник нигеҙе үҙенсәлекле, ныҡлы. Белем биреү һәм студенттарҙы социаль-көнкүреш тәьмин итеү йәһәтенән (дөйөм ятаҡ, ашхана, һаулыҡ пункты, спорт һәм һауыҡтырыу комплексы һ.б.) ҡытыршылыҡтар юҡ. Мәғариф, фән һәм мәҙәни үҙәк булараҡ эшмәкәрлек алып барырға, башҡа белем усаҡтарының (мәктәптәрҙең, урта мухсус уҡыу йорттарының) эшен координациялауға мөмкинлеге бар.

07.04.2017
ҺӨНӘР ҺАЙЛАУҒА ЕТДИ ҠАРАЙЫҠ
Untitled document

Эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж артҡандан-арта. Хеҙмәт баҙарында уларға һорау ҙур. Сибай ҡалаһының Төҙөлөш һәм сервис колледжы заман талабына яуап бирерлек, йәғни эшсе һөнәрҙәр әҙерләүсе уҡыу йорттарының береһе. Уны тамамлаусыларҙың күпселеге уңышлы ғына эшкә урынлаша. Колледждың эшмәкәрлеге, бөгөнгө һулышы, киләсәккә пландары хаҡында уҡыу йортоноң директоры Fайса Әхмәҙулла улы Хәсәнов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Fайса Әхмәҙулла улы, бөгөн урта һөнәри белем биреү системаһы элек юғары уҡыу йорттарына ғына ҡағылған эффектлы эшмәкәрлек мониторингын, оптимизация кеүек үҙгәртеп ҡороуҙар осорон кисерә. Һеҙҙең колледжда был йәһәттән хәлдәр нисек?

 

—Төҙөлөш һәм сервис колледжының 60 йыллыҡ тарихы бар. Был осорҙа ул 76 һөнәр буйынса 46 мең квалификациялы эшселәр әҙерләп сығарған. Әлеге көндә беҙҙә 653 студент белем ала, уларҙың 50%-ы социаль яҡтан яҡлауға мохтаж булһа, 45%-тын аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар тәшкил итә. Студенттар Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған. Урал аръяғы райондары, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан республикалары, Санкт-Петербург ҡалаларынан да студенттарыбыҙ бар.

КЕШЕЛЕККӘ ТОҒРОЛОҠ
Untitled document

Хикәйә

Мөнир ҠУНАФИН

Аҙағы.

Хәүеф, шом менән тағы көн үтте. Сәсеүгә төштөләр. Иҙрис хәҙер көн менән төндө ялғап баҫыуҙа буласаҡ. Һин тиҙерәк ҡайтырға тырыш, беҙ һине көтөп көтөк буласаҡбыҙ, тип оҙатып ҡалды хәләле. Ҡояш кеүек балҡыған атай кеше көлөп башын һелкеп тик торҙо.

Эңерҙә тағы тәҙрә сирттеләр. Өйҙә сабыйы менән генә ҡалған Нәфисә ныҡ    ҡурҡты, ҡулындағы сынаяғы иҙәнгә төшөп селпәрәмә килде. Ярай ҙа йоҡлаған бала уянманы. Иҙәнгә сүгәләй һалды. Тағы сирттеләр. Үрелеп ҡарағайны, «шул үҙе, шайтан балаһы»—Рәсүлде таныны ҡатын. Нишләргә? Башҡаса килмәҫлек ни уйлап табырға? Кешесә һөйләшеп ҡарарғамы?

Ҡатын эстән бикле солан ишеге янына килде лә, кем унда, тип һораны. Телһеҙ шәп-шәп атлап ишек алдындағы күтәрмәгә менде. «Һеү-һеү» килеп, Рәсүл икәнен белдерҙе. Ҡатын, бар батырлығын йыйып, ишекте асты. Йылмайып торған Рәсүлде күреп, тайшанып ҡуйҙы. Мәғәнәһеҙ, буш ҡарашын тойҙо ла, уға ерәнгес булып китте.

 

—Мин һиңә нимә тинем, шаҡшы,—тип аҡырҙы ҡатын.—Килеп йөрөмә тинем түгелме. Әйттемме?!—уны этеп ебәрҙе. Телһеҙ күтәрмәнән йығылып килеп төштө. Ҡалҡҡас, һалҡын ҡараш менән бисәгә ҡараны ла, буш ҡосағында бала бәүелткән хәрәкәттәр яһаны. Әсә түҙмәне, йүгереп өйгә инде лә, яңы ҡайнаған сәйнүген тотоп килеп сыҡты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap