Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
31.01.2017
«ЭШЛЕКЛЕ СӘФӘР ДӘРТ ӨҪТӘНЕ»
Untitled document

21-22 ғинуарҙа Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының XVI съезы уҙҙы. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы составында съезға Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры И.Р.Ноғоманов та барҙы. Мәртәбәле саранан ҡайтҡан яҡташыбыҙҙан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтендек.

—Иштуған Рәйес улы, съезд барышы тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙ ине...

 

—«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкләгән республика делегацияһы ҡала һәм райондарҙан төрлө һөнәр эйәләрен—педагогтарҙы, табиптарҙы, эшҡыуарҙарҙы, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе берләштерҙе. Беренсе көндә барыбыҙ ҙа съезда булдырылған «Дәүләт именлеге», «Үҫеш һәм именлек иҡтисады», «Социаль сәйәсәт», «Аҡыллы көс һәм мәҙәни лидерлыҡ», «Сәләмәт киләсәк», «Үҙ йортоңда хужа бул», «Аграр дәүләт» майҙансыҡтарында әүҙем эшләп, үҙебеҙ өсөн ҙур асыштар яһаныҡ, кәрәкле мәғлүмәт тупланыҡ. Фекер алышыуҙарҙа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте министрҙары, властың  башҡарма һәм закондар сығарыу органдары вәкилдәре, эксперттар, журналистар ҡатнашты. Майҙансыҡтарҙа башлыса власть һәм халыҡ контроле эшмәкәрлектәре сифаты, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, бюджет аҡсаһын эффектлы ҡулланыу, фәнде, мәғарифты, мәҙәниәтте үҫтереү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, торлаҡ, кадрҙар әҙерләү, аграр тармаҡты үҫтереү кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

ОСРАШЫУҘАР ДАУАМ ИТӘ
Untitled document

Сибай ҡала хакимиәте янында булдырылған 4 мәғлүмәт төркөмө ҡаланың ойошма, предприятие, учреждениелар коллективтары менән осрашыуҙар уҙғарыуҙарын дауам итә.

Хакимиәт башлығының урынбаҫарҙары И.Ф.Сафин, Г.Ә.Ишемғолова, Н.F.Хәлиуллин, ҡала Советы секретары Э.Р.Мансурова етәкләгән төркөмдәр «Сибайгаз», автотранспорт предприятиеларында, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалында, һалым инспекцияһында, «Ремстройцентр» йәмғиәтендә, үҙәк дауахана, мәктәп, балалар баҡсалары, уҡыу йорттары коллективтарында, эске эштәр органдарында, Алтын, Арҡайым, Байыҡтырыусылар, Таулы, Көньяҡ, Төйәләҫ ҡасабаларында булды.

 

Осрашыуҙарҙа власть вәкилдәре Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Рәсәй Дәүләт Йыйылышына, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәләре хаҡында бәйән итте, 2016 йылға ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

31.01.2017
ҺӘР САҠ ӘҘЕР
Untitled document

Сибай ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә урынлашҡан муниципаль тест үтеү үҙәгендә уҙған 2016 йыл аҙағында 87 уҡыусы спорттың 5 төрө буйынса норматив тапшырһа, үткән аҙнала ҡаланың М.Fафури паркында саңғы уҙышы үтте. 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан сараны Балалар ижады үҙәге педагогы Ф.Р.Хәмитов һәм Сибай педагогия колледжы ирекмәндәре ойошторҙо.    Саңғысыларҙың күбеһе билдәләнгән арауыҡты еңел генә үтһә, бәғзеләр тестың был төрө оҙайлы әҙерлек талап итә тип белдерҙе.

АҠҠОШ КҮЛЕ
Untitled document

Йыл һайын яңы йыл алдынан беҙ үҙебеҙҙең туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға төрлө бүләктәр әҙерләйбеҙ. Быйыл ҡотлаясаҡ яҡындарым исемлегенә Йылайыр районының Вәскер ауылы старостаһы Дәүләткилде Ҡотлогилде улы Рәмовтың ишек алдында йәшәүсе аҡҡошто ла өҫтәнем. Байрам уңайынан уға яратҡан ризығын—бер нисә ҡап һоло ебәрҙем. Үҙен зирәк ҡош итеп күрһәтеүгә өлгәшкән етем аҡҡоштоң бында йәшәүенә икенсе йыл китте. Ҡайҙан килеп эләккән һуң бында тиерһегеҙ, мин үҙем белгәндәрҙе түкмәй-сәсмәй һеҙгә еткерәм.

 

Вәскер ауылы 1835 йылда барлыҡҡа килгән. Бында төпләнгән кешеләрҙе тәбиғәттең матурлығы, киң көтөүлектәр, Быҙаулыҡ йылғаһы, уның янында үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән быуа һәм ундағы ҡош-ҡорттоң күплеге йәлеп иткәндер тип уйлайым. Яҙ һайын аҡҡоштар йылы яҡтарҙан тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта, оя ҡора, бәпкә сығара, уларының ҡанаттары нығынғас осорға өйрәнә. Көҙгөһөн иһә ниндәйҙер һағыш менән кире йылы яҡҡа юлланалар. Шуныһы ҡыҙыҡ: аҡҡоштар балаларын осорға бик үҙенсәлекле өйрәтә. Аталыҡ яйлап ҡына бәпкәнең артынан бара һәм ҡапыл ҡанаттарын ҡағып уға һуғып ебәрә. Быны көтмәгән ҡошсоҡ ҡурҡышынан осоп китә. Яйлап ҡанаттары ла нығына.

31.01.2017
КҮП ЯҠЛЫ ИЖАД ЭЙӘҺЕ
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Сибай ҡалаһында арҙаҡлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, журналист Рамаҙан Fимран улы Өмөтбаевтың исемен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бирелә. Илем, халҡым тип янып йәшәгән, телебеҙҙе үҫтергән һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан шәхестәребеҙгә Р.Өмөтбаев исемендәге премия тапшырыу матур традицияға әүерелде.

 

Был мәртәбәле премияға тәҡдим ителеүселәр араһында исеме бөтә Урал аръяғына билдәле ижадсы, журналист, шағир һәм сценарийҙар яҙыу оҫтаһы Мотал Рәмов та бар. Үҙенең күп яҡлы ижады менән ул был мәртәбәле премияға күптән лайыҡ кеше.

31.01.2017
ҒҮМЕРЕН ХАЛҠЫНА АРНАНЫ
Untitled document

Илебеҙ, халҡыбыҙ тарихына битараф булмаған шәхестәребеҙ бихисап. Шундайҙарҙың береһе—Сибай ҡалаһында йәшәүсе билдәле педагог Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитова.

Тап уның инициативаһы менән ҡалала дөйөм белем биреү һәм һөнәри әҙерлек үҙәге булдырылды. Аҙаҡтан үҙәк «ПолиТЭК» лицейы итеп үҙгәртелде. Шулай уҡ, уның тырышлығы менән ҡала мәғариф бүлегенең музейы асылды. Тарихи урынды булдырыу өсөн педагог күп көс һалды. Бөгөн музей йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында ҙур тәрбиәүи эш алып бара.

 

Сибайҙың 60 йыллыҡ юбилейы уңайынан донъя күргән ҡала энциклопедияһын әҙерләүгә лә Фәниә Зәйнулла ҡыҙы тос өлөш индерҙе. Мәғариф ветерандары советында ла ул ҙур эш атҡара.

31.01.2017
ҺҮҘҘЕҢ БӘҪЕН ЕБӘРМӘЙ
Untitled document

Фәнис Сирбаевтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның шиғырҙары, поэмалары республика гәзит-журналдарында даими сығып тора. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы егете бик үҙенсәлекле фекерләй, ҡәләме үткер. Халыҡ йөрәгенә үтеп инерлек, заман талабына торошло шиғырҙар яҙа. Һуңғы ваҡытта ул поэмалар ҙа ижад итә башланы. «Ағиҙел» журналының 2015 йылдың 9-сы һанында баҫылған «Үрһәләнеү» поэмаһында Фәнис бөтә эске һыҙланыуҙарын асып һалған. Был әҫәр бер тынала уҡып сығыла. Сөнки поэмала автор бөгөнгө көн проблемаһын бик оҫта күтәрә. Ябай ғына фекерҙәр аша, әлеге заманда юғалып барған ғәҙеллек һәм кешелеклелек сифаттарын яҡтырта.

31.01.2017
ИҢ ҠӘҘЕРЛЕ ТӘҮГЕ ЕҢЕҮ
Untitled document

Илебеҙ 2020 йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ оло юбилейын билдәләйәсәк. Был байрамды телгә алғанда иң ҡәҙерле еңеү тураһында ла оноторға ярамай. Уҙған 2016 йылда Мәскәү эргәһендәге һуғышта еңеү яулағаныбыҙға 75 йыл тулды.

Бынан өс сирек быуат элек Мәскәү эргәһендә барған алышты һәр бер совет гражданы ғына түгел, башҡалар ҙа ҙур иғтибар менән күҙәтеп бара. Сөнки Советтар Союзы тип йөрөтөлгән бөйөк илдең был донъяла ҡалыу-ҡалмауына бәйле һорау бар кешелекте борсоно, ҡыҙыҡһындырҙы. Сит илдәрҙең күпселеге Советтар Союзының еңеүенә икеләнде, сөнки фашистик Германия бөтөн Европала иң көслөләрҙән һаналды, уларҙың ҡораллы көстәре ныҡлы ине.

«Тайфун» исеме аҫтында алып барылған Мәскәүҙе алыу операцияһы ике этапҡа бүленә: беренсеһе—оборона ( 1941 йылдың 30 сентябренән 5 декабргә тиклем), икенсеһе контрһөжүм осоро (1942 йылдың 5-6 декабренән 7-8 ғинуарға ҡәҙәр). Тора бара һуңғыһы Ҡыҙыл Армияның һөжүм стратегияһына әйләнә. Ул 1942 йылдың 20 апреленә тиклем дауам итә.

 

Фашист армияһының «Үҙәк» тип аталған төркөмөнә ҡаршы алышҡа Көнбайыш, Брянск һәм Резерв фронттары ҡаршы алышҡа сыға, ә 17 октябрь көнө Калининск фронты барлыҡҡа килә.

31.01.2017
КҮҢЕЛДӘРҘӘ ҠАЛДЫҢ УЙЫЛЫП...
Untitled document

Йәшәйеш мәңгелек булһа ла, кешенең ғүмере ҡыҫҡа ғына. Аяуһыҙ үлем тигән нәмә булмаһа, был донъяла йәшәүе лә, нисектер, башҡасараҡ булыр ине. Мәрхәмәтһеҙ үлем тырнағы беҙҙең арабыҙҙан ни тиклем ҡәҙерле, изгелекле, талантлы яҡындарыбыҙҙы, олпат кешеләребеҙҙе, илебеҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхестәребеҙҙе тартып ала.

 

Ҡаланың ғына түгел, республиканың йөҙөк ҡашына әүерелгән талантлы шәхес, ғалимә, мәғариф ветераны, педагогия фәндәре кандидаты, бик күп мәҡәләләр, ғилми-методик әсбаптар авторы, «Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы», «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы», Сибай ҡалаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының әүҙем ағзаһы, йыр-моңға, еренә, халҡына ғашиҡ булған Зифа Fәле ҡыҙының бөгөн беҙҙең арала булмауына дүрт ай булып китте.

ЗАМОРЫШ
Untitled document

Байгилде МОТАЛЛАП

Юл йөрөгәндә кемде генә осратмайһың. Сираттағы командировканан ҡайтып килгәндә, юлдаштарымдың берәүһе тынысһыҙ булып сыҡты. Күрәһең, холҡо ла, уны асыҡ-яран рисауай иткән һуҡмышлығы ла сәбәпсе ине быға.

—Ниһайәт! Аллам төшкөрө… Илемә, тыуған Баймағыма, ҡайтып етәм,—тине автобусҡа саҡ өлгөрөп ҡалған пассажир, арттағы һәндерәгә «лып» итеп ауғас.

Улар өсәү ине. Мин уларға үҙемсә тәүге тәьҫораттарым шауҡымы аҫтында исем дә бирҙем: Заморыш, Йонсоу, Өндәшмәҫбикә.

Заморыш—бәләкәй буйлы, сибек, ҡырҡты уҙған бик телдәр ир. Өҫ-башы ситкә сығып йөрөмәгән ауыл ирҙәренекенә тартым. Башында—эре элмәктәр менән бәйләнгән ҡалын ҡара башлыҡ, ҡытай туны, аяғында арзанлы тупыс томшоҡло йылы итек.

Йонсоу, киреһенсә, мыҡты кәүҙәле,  урта буйлы. Шулай уҡ ябай кейенгән. Туны бишенсе, йә алтынсы ҡышты сығалыр, моғайын.

Өндәшмәҫбикә төпкә инеп ултырҙы ла, башҡа күренмәне лә, тауышы ла сыҡманы. Тормош ярайһы миктәткән, буғай, ҡатынды.

 

Беҙ Өфө универмагы эргәһенән көн дә ҡуҙғалып киткән «Өфө-Сибай» маршруты буйынса йөрөгән бәләкәй автобусҡа ултырғайныҡ. Шәхси эшҡыуар тота ул такси-автобусты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap