Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
04.04.2017
КИТАП УҠЫ, ДУҪҠАЙЫМ!
Untitled document

Линара ҠЫРЫМҒУЖИНА

1967 йылдан алып апрель айы башында балалар китабы көнө билдәләнә. Бынан теүәл 50 йыл элек Халыҡ-ара балалар китабы советы бөйөк әкиәтсе Ганс  Христиан Андерсендың тыуған көнөндә ошондай бәләкәй генә байрам үткәрергә ҡарар итә. Бәләкәстәргә кескәй саҡтарынан китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя улар.

 

Балалар китабы көнө айҡанлы Баймаҡ районының Билал ауылы китапханаһында «Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!» исемле акция башланды. Уның шарттары буйынса мәктәп уҡыусылары класс етәксеһе менән бергә китапханаға килә. Бында улар өсөн махсус дәрес-осрашыу, «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү үткәрелә. Артабан балалар дуҫтарын, башҡа класс уҡыусыларын саҡырырға тейеш.

ИҠТИСАДИ ҮҪЕШ БАР
Untitled document

Сибай ҡала хакимиәтендә уҙған кәңәшмәлә 2016 йылда ҡаланың иҡтисади үҫешенең ҡайһы бер мәсьәләләре һәм үҫеш перспективалары ҡаралды. Башлыҡтың иҡтисад буйынса урынбаҫары Н.F.Хәлиуллин иҡтисад блогының уҙған йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

 

Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа, Башҡортостан Республикаһы башлығының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәләрендә иҡтисадты күтәреүгә, яңы эш урындары булдырыуға, инвестициялар йәлеп итеүгә айырым иғтибар бирелә. Наил Fилмихан улы үҙенең сығышында 2016 йылда ҡала предприятиелары һәм ойошмалары тотороҡло, килемле эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сибайҙарҙың хатта республика күрһәткестәренән яҡшыраҡ һөҙөмтәләре бар. Сәнәғәт производствоһы индексы һуңғы биш йылда тотороҡло юғары планкала тороуын дауам итә. Төбәктә 11 производство майҙансығына инвестициялар йәлеп ителгән.

ЕР ҺӨРӨҮСЕЛӘР ЯРЫША
Untitled document

2017 йылдың 25 июненән алып 1 июлгә ҡәҙәр Башҡортостандың Өфө районы биләмәһендә ер һөрөү буйынса VI асыҡ Рәсәй чемпионаты үтәсәк. Мәртәбәле сараны ойоштороусылар—«Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

 

Рәсәй Бөтә донъя ер һөрөү хәрәкәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып иҫәпләнә. Донъяла ерҙе эшкәртеү оҫталығы буйынса механизаторҙар ярышы уҙғарыуҙың тәжрибәһе бик ҙур. Бындай саралар 60 йылдан ашыу ойошторола.

04.04.2017
ЭШ ТАБЫРҒА ЯРҘАМ ИТӘБЕҘ
Untitled document

Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса Сибай ҡалаһында 5 меңдән ашыу инвалид йәшәй. Урында физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу бурысы Урал аръяғының халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә йөкмәтелгән. Үҙәктә инвалидтар менән эшләү буйынса бүлек булдырылған.

 

Бүлек белгестәре эшмәкәрлектәрендә Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Кодексына, «Рәсәй Федерацияһында халыҡ мәшғүллеге тураһында»ғы, «Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында»ғы Федераль закондарға, административ регламенттарға һәм башҡа документтарға таяна.

04.04.2017
УЙЛАМАЙ БАҪҠАН—ҠАЙҒЫҒА БАТҠАН
Untitled document

Миллионлаған кешеләрҙең өмөттәрен селпәрәмә килтергән, төпһөҙ финанс көрсөгөнә терәгән «МММ», «Древпром»дың эре күләмле мутлыҡтары әле лә халыҡ хәтерендә. Финанс пирамидаларын ойоштороусылар язаға тарттырылды тарттырылыуын. Әммә дейеү башын сабып ташлап торған һайын, урынына яңыһы үҫеп торған шикелле тиҙ байығыуҙы маҡсат итеп ҡуйыусылар яңы проекттар уйлап табып тора.

 

Интернет селтәрендә «Древпром»дың ауаздаш ойошмалары халыҡҡа бөтә төр кредиттарын ябыуға ярҙам тәҡдим итеп, телефон һандары һәм компания сайтын күрһәтеп, смс-хәбәрҙәр ебәрә башланы.

04.04.2017
«ЗАМАН» МАГАЗИНЫН БЕЛМӘГӘНДӘР ҺИРӘКТЕР
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Таштимер Хабрахман улы Фәхрисламов бынан 15 йыл элек һатыу эшенә тотонған. Тәүҙә урамда, баҙарҙа көнкүреш тауарҙары менән сауҙа итеүсе ир-егет оҙаҡламай ҡаланың ҡап уртаһында киоск аса. Эше уңышлы ғына барғас, магазин төҙөргә ҡарар итә. Был сауҙа нөктәһенә бик яңғырауыҡлы «Заман» тигән исем бирә. Тырыш эшҡыуар Баймаҡ районының Йомаш ауылында ла «Заман» тигән магазин асып, ауыл халҡын һәм эргә-тирәлә йәшәүселәрҙе ҡыуандырған. Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ урамында (ял баҙары эргәһендә)  асылған «Замана» магазины ла һатып алыусыларҙың һөйөүен яулап алды.

 

Йорт һәм көнкүреш өсөн бик тә кәрәкле тауарҙар тәҡдим итеүсе «Заман» һәм «Замана» магазиндары Урал аръяғы халҡына  яҡшы таныштыр, моғайын. Әгәр ҙә уны белмәгәндәр булһа, ашығығыҙ. Был сауҙа нөктәләрендә нимә генә юҡ! Төҙөлөш материалдары, баҡса өсөн кәрәк-яраҡтар, төрлө үлсәмдәге теплицалар, пластик һәм быяла һауыт-һабаларҙы арзан хаҡҡа һатып алырға була. Гардин-кәрниздәр, буяуҙар, сөйҙәр, өҫтәл ябыуҙары, обойҙар, фотообойҙар, йыуыныу бүлмәһе өсөн кәштәләр—һәммәһе лә бар бында. Хаҡтары ла тешләшмәй.

04.04.2017
АУЫЛЫМДЫҢ ДӘРТЛЕ КИСТӘРЕ
Untitled document

Баймаҡ районының Байыш ауылы халҡы эшһөйәр һәм дәртле. Мәҙәни тормоштоң мөһимлеген аңлаған ауылдаштарым урындағы инициативаларға ярҙам программаһына әүҙем ҡушылды.

 

Байыштар клубты капиталь ремонтлауҙы алғы планға ҡуя. Мәғлүм булыуынса, республика, район бюджетынан аҡса тәүге иғәнәне халыҡ үҙе йыйғанда ғына бүленә. Ауылдаштарым аҡса йыя ла башланы. Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Fәйнулла Әблүзин барыһына ла үрнәк күрһәтеп биш мең һум бирҙе. Яҡташыбыҙ, Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәүсе уҡытыусы Миңзәлә Хәлилова ла ярҙам йөҙөнән биш мең һум ебәргән. Клубтың баяны булмағас, музыкаль инструмент алыуға мин дә үҙ өлөшөмдө индерҙем.

04.04.2017
НАУРЫЗ БАЙРАМЫ ГӨРЛӘП ҮТТЕ
Untitled document

Бөтә тәбиғәт уянған мәлдә, ойоп ятҡан йөрәктәребеҙҙе елкендереп яҙ килгәндә, Маҡан ауылы ағинәйҙәре Мәмбәт ауылы ағинәйҙәрен Наурыз байрамына саҡырып, тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡты. Рәмзиә Әҡсән ҡыҙы Дагирова халыҡты сәләмләп, сараны башлап ебәрҙе. Ҡунаҡтар менән бергә йомаҡ ҡойоу, мәҡәлдәр, һынамыштар әйтешеү бик ҡыҙыҡлы булды. «Наза», «Косилка-молотилка», «Сылбыр» уйындары, йыр-бейеүҙәр гөрләп торҙо. «Ләйсән» халыҡ ансамбле һәм Мәмбәт ауылы ағинәйҙәре башҡарыуындағы йырҙар, баянсы Рәйес Йосоп улы Атановтың сығышы алҡыштарға күмелде. Балалар ҙа ситтә тороп ҡалманы, үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Рәзилә Ҡәйепова менән Мәликә Байғускарова матур итеп бейеһә, Нияз Ҡәйеповтың ши-ғырҙы тасуири һөйләне.

Маҡан ауылы ағинәйҙәре ҡул эштәренә лә оҫта. Улар тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә бик бай ине. Наурыз байрамына килеүселәр уны оло ҡыҙыҡһыныу һәм иғтибар менән ҡарап сыҡты.

Сәриә Ҡәйепова,

Маҡан ауыл китапханасыһы.

 

Хәйбулла районы.

04.04.2017
КҮМӘКЛӘШЕП—ЯРЫШҠА!
Untitled document

Үткән аҙнала Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тәүге тапҡыр үҙенсәлекле «Ҡышҡы ауыл уйындары» үтте. Был ярыш «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» маҡсатлы федераль программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылды. Уның төп инициаторы булып урындағы үҙидаралыҡ һәм депутаттар сығыш яһаны.

Был ярыш депутаттар һәм халыҡтың бәйләнешен, уларҙың эшмәкәрлеген күрһәтеү өсөн дә йүнәлтелде. Юлдыбай ауылы һигеҙ депутат округына бүленгән. Һәр депутат һигеҙ кешенән торған команда тупланы.

 

Ауыл биләмәһе башлығы Юлай Fәйнетдин улы Иҫәкәев ҡатнашыусыларҙың барыһына ла күңелле ял, күтәренке кәйеф, был ярыштың киңерәк ҡолас йәйеп, матур традицияға әйләнеүен теләп, үҙенсәлекле тантананы асып ебәрҙе. Уйын шарттары менән төп судья Венер Ҡоҙашев таныштырҙы.

04.04.2017
СӘХНӘГӘ ҒАШИҠТАР
Untitled document

Театр сәхнәһендәге тормош беҙҙе уйландыра ла, илһамландыра ла, моңландыра ла, моңһоуландыра ла. Артистарҙың бар күңелен биреп образды һынландырыуҙарына һоҡланмау мөмкин түгел! Әгәр ролде башҡарыусы профессиональ булмай, ябай һөнәр эйәһе икән—был инде икеләтә ғәжәпләндерә.

 

Йылайыр районының Матрай ауылында эшләп килгән «Илһам» халыҡ театры даны тирә-яҡҡа таралған. Уның етәксеһе, режиссеры Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы Заманова был өлкәлә 1990 йылдан алып эшләй. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу училищеһының театр бүлеген тамамлап килгән ҡыҙ хеҙмәт юлын Матрай мәҙәниәт йортонда башлай. Ике йыл эшләгәндән һуң, беренсе спектаклен сәхнәләштереп ҡарарға йөрьәт итә. Оло тәүәккәллек менән Туфан Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр»  исемле ауыр әҫәренә тотона. Оҙаҡ ҡына әҙерләнгәндән һуң, был спектаклде тамашасы хөкөмөнә сығара. Премьера шәп үтә. Уны күрше ауылдар халҡы яратып ҡарай. Шул мәлдән алып Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы режиссерлыҡ эшенә ылығып китә. Йылдан-йыл төрлө пьесаларҙы сәхнәгә сығарып тора.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap