Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
04.04.2017
ӘСӘЙЕМ ҠЫҘЫҠТАРЫ
Untitled document

Баймаҡ районының Моҡас ауылында йәшәгән ҡәҙерле әсәйем Fилминиса Дәминдәр ҡыҙы Иҙрисоваға мартта 80 йәш тулды. Ул тәбиғәте менән йор һүҙле, шаян, телгә оҫта. Таҡмаҡ ҡоя башлаһа, туҡтай алмай. Һигеҙенсе тиҫтәһен тултырһа ла, ауылда яңғыҙы йәшәй, кәртә тултырып мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Оло йәштәге әсәйемдең ҡыҙыҡтарын гәзит уҡыусыларға тәҡдим итмәксемен.

Улай-былай ғына кеше түгелмен!

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында әсәйемдең ике балаһы (беҙ бөтәбеҙ етәү) йәшәй—мин һәм Әҡсән ағайым. Бер көн ағайым миңә шылтыратты ла: «Беҙҙә сумочкаң ятып ҡалған»,—тине.

—Ә нишләп минеке тип уйлаһың?—тием, һуңғы арала уларға барғанымды хәтер-ләмәгәнгә.

 

—Бер остоҡай ғына кешенең сумочкаһы инде. Эсендә косметичкаһы бар. Көҙгө, кершәне, хушбуйы бар, помада ята. Тырнаҡ таҙалағысы, ҡаш йолҡҡосо ла күренә,—ти.

ҠУЯМ ҺҮРӘТ—ТАПҠЫРЛЫҠ КҮРҺӘТ
Untitled document

1 апрель—Көлкө көнө уңайынан гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә (https://vk.com/ataysalgazeta) «Ҡуям һүрәт—тапҡырлыҡ күрһәт» тигән конкурс иғлан иткән инек. Исеме үк әйтеп тора: ҡатнашыусыларҙан тапҡырлыҡ талап ителә. Бирелгән һүрәткә иң ҡыҙыҡлы шиғри яуап ҡайтарыусыға бағыусыбыҙ милли биҙәүестәр һәм кейеҙҙән төрлө аксессуарҙар етештереүсе «Этно-МАРКЕТ» төркөмө (https://vk.com/etnomarket_ufa) телефон өсөн сағыу тышлыҡ (чехол) бүләк итәсәк тип тә вәғәҙәләнек. Шулай итеп, ике аҙна дауамында барған конкурсыбыҙҙа биш кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе. Һәр кемеһе оҫта һәм тапҡыр итеп яуап ҡайтарырға тырышты. Шулай ҙа иң күп лайктарҙы Фәнис Сирбаевтың шиғыры йыйҙы. Еңеүсене ҡотлайбыҙ! Бөтә ҡатнашыусыларға ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Артабан да беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!

04.04.2017
ҺӨЙҘӨРГӘН ДӘ, КӨЙҘӨРГӘН ДӘ ТӘҮГЕ МӨХӘББӘТ
Untitled document

Беҙҙең поезд бер станцияла туҡтаны. Вагон тәҙрәһенән ҡарап ултырам.

—Кәрзинде өҫтәлгә ҡуйһам нисек булыр?—тигәнгә әйләнеп ҡараһам, гөлләмә тулы кәрзин тотҡан бер ир миңә өндәшә икән.

—Әйҙә, улайһа.

Кәрзиндәге рауза сәскәләре күҙҙең яуын ала.

—Ҡустым, сәскә һатаһыңмы әллә?—тип һораным.

—Юҡ, үҙем әле генә һатып алдым.

Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кеше ине юлдашым. Ул да мин йәшәгән нефтселәр ҡалаһына ҡайтып бара икән.

—Был тиклем сәскәне ҡайҙа алып бараһығыҙ?

—Ҡатыныма бүләк—45 рауза гөлө тыуған көнөнә.

—Бәхетле ҡатын. Нисә йыл бергә йәшәйһегеҙ?

—Өс ай торабыҙ, ә уны белгәнемә—26 йыл.

Оҙон юлға сыҡһа, кеше ниңәлер осраҡлы ғына тап булған юлдашына бер кемгә лә әйтмәгән ҡайғыһын да, шатлығын да һөйләп ташлай ҡайһы саҡта. Шулай итеп Фәрит исемле был ир асылып китеп, үҙенең тормошон бәйән итте.

КЕШЕЛЕККӘ ТОҒРОЛОҠ
Untitled document

Мөнир ҠУНАФИН

Хикәйә

Дауамы. Башы 10-сы, 11-се, 12-се һандарҙа.

 

Төн уртаһында төшәнеп уянды ҡатын. Ире бик ҡәнәғәт төҫтә, ҡулдарын киреп рәхәтләнеп йоҡлап ята. Төшөндә мөгөҙлө затты күрҙе ул, Шайтан булды, шикелле, тип күргән йән эйәһен күҙ алдына килтерҙе. Шул шайтан уны күтәреп тау башына алып менеп китте. Үҙе көлә, үҙе, әйҙә кети-кети тигән ҡытыҡлашыу уйыны уйнайыҡ, ти. Нәфисәгә рәхәт, ул да көлә. Шул саҡ Иҙрис балта күтәреп килеп сыҡты ла шайтандың мөгөҙөн һындыра бәрҙе лә ҡуйҙы. Мөгөҙ эсенән күктәге йондоҙҙар, «Астрономия» китабындағы һүрәттәге кеүек Ҡояш тирәләй планеталар ағып килеп сыҡты, улар артынса кешеләр сыға башланы… Нәфисә уларҙы күрә, тик кешеләр ағымын туҡтата алмай, улар сығалар ҙа сығалар. Туҡтағыҙ, тип ҡарай, кешеләр туҡтамай. Тертләп ҡысҡырып уянып китте.

29.03.2017
ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!
Untitled document

У печально известной финансовой пирамиды «Древпром» появился «преемник». Компания «Древпром-онлайн», как и ее предшественник, предлагает жителям республики погасить кредиты. В основной группе риска — бывшие клиенты «Древпрома». На их телефоны приходят смс-сообщения с обещанием возместить все убытки и вернуть старые долги.

О том, как распознать финансовую пирамиду, какие уловки чаще всего используют злоумышленники и к кому обращаться за помощью, если вас обманули, читайте в материале ИА «Башинформ».

http://www.bashinform.ru/m/news/977326-v-bashkirii-poyavilas-ocherednaya-finansovaya-piramida/.

29.03.2017
ХАЛЫҠ МӘҒЛҮМӘТТЕ ҠАЙҘАН АЛА?
Untitled document

Читающие люди знают – в России зарегистрировано 62 тысячи периодических изданий. Из них 368 печатных и 227 электронных – выходит в Башкирии.

В 2011 году научный журнал «Science» опубликовал очень любопытные результаты исследования ученых из Калифорнии, которые посчитали – сегодня обычный человек получает ежедневно в пять раз больше информации, чем в конце 20 века. За шесть лет, прошедших с момента публикации, объемы нужных и ненужных знаний возросли в разы. Конкуренция за читателя в бесконечном потоке букв и картинок среди СМИ растет каждый день. Главные соперники традиционных СМИ – онлайн издания и социальные сети.

Мы решили разобраться, смотрит ли кто-нибудь еще телевидение, читает ли бумажные газеты? Или в мире, где интернет есть даже в холодильниках, честному человеку скоро уже и селедку почистить будет не на чем.

http://www.bashinform.ru/longread/smi2017/

20.03.2017
УЛАР АЛДЫНҒЫЛАР РӘТЕНДӘ
Untitled document

«Эш менән генә кеше донъяла шат һәм шәп тора, эш кешенең кешелеген дә, дәрәжәһен дә арттыра», тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Fафури. Хаҡ һүҙҙәр. Ысынлап та, яратҡан эш—ярты бәхет һәм эшләгән кешенең генә донъяһы алға бара. Оҙаҡ йылдар торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында эшләп, абруй ҡаҙанған Хәмиҙә Игишева менән Йәноҙаҡ Ҡорбанғоловтарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

ҺАУЫНСЫ ЭШЕ МАҠТАУЛЫ
Untitled document

Рустарҙа шундай бер мәҡәл бар: «Где родился, там и пригодился». Был һүҙҙәр мәҡәләм геройы Фәнүзә Әхмәт ҡыҙы Байегетоваға (һүрәттә) тап килеп тора.


Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһының һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Түбә ҡасабаһының тегеү фабрикаһында башлай. Дүрт йыл үҙ һөнәре буйынса уңышлы ғына эшләп йөрөгән Фәнүзәгә яҙмыш ҡушыуы буйынса кире тыуған ауылына ҡайтып төпләнергә тура килә. Ул 1989 йылда үҙенең ауылдашы, класташы булған Ришатҡа кейәүгә сыға. Шул уҡ йылда ул Таулыҡай фермаһына эшкә төшә һәм бөгөнгәсә ең һыҙғанып хеҙмәт итә. Алсаҡ, мөләйем ҡатын бергә эшләгән иптәштәре менән дә уртаҡ тел таба, үҙенең ҡарамағында булған һәүкәштәргә лә тиҙ өйрәнә. Тырышып эшләгәс, уңыш та көттөрмәй. Йылдар үтеү менән Фәнүзә алдынғы һауынсылар рәтенә сыға. 2003 йылдан алып уның йыл һайын тиерлек «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип билдәләнеүе күпте һөйләй. Был ҡыҙыл таҫмалар һәм бихисап  Почет грамоталары Фәнүзә апайҙың өй түренән урын алған.

ЭШЕ БАРҘЫҢ АШЫ ЛА БАР
Untitled document

Баймаҡ районының иң эре һәм алдынғы ауыл хужалығы һаналған «Ленин» исемендәге кооперативта малсылыҡ тармағына етди иғтибар бүленә. Таулыҡай, Сыңғыҙ һәм Буранбай фермаларында йыл әйләнәһенә эштәр гөрләй. Әле кооператив эшселәре өсөн бик яуаплы осор. Һыйырҙар күпләп быҙаулай, һауым арта, малсылар һәм ветеринарҙар хайуандарҙы йәйләүгә сығарырға әҙерләй.

 

Таулыҡай фермаһында 365 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Ферма мөдире Йәмил Фирғәт улы Үҙәнбаев әйтеүенсә, улар 2016 йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлаған. Һөт һәм ит етештереү буйынса күрһәткестәр юғары булған. Былтыр бөтәһе 350,  быйылғы йылдың 2 ай ярымынында 107 баш быҙау алынған.

20.03.2017
БЫЛ ДОНЪЯЛАРҘАН КИТЕРГӘ, ҺИН, АШЫҠМА
Untitled document

Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейында «Атайсал» гәзите ойошторған сираттағы «түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеү заман  афәттәренең береһе булған суицидҡа арналды. Ҡабул итеүгә ҡыйын булған, шул ваҡытта инҡар итергә лә ярамаған темаға һөйләшеүҙә Сибай ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, уҡыу йорттары уҡытыусылары, студенттар, өлкән класс уҡыусылары  ҡатнашты.

Дамир Сәйғәфәр улы Ҡаһарманов, БДУ-ның Сибай институты директорының фән буйынса урынбаҫары, философия фәндәре кандидаты:

 

—Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек суицид темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Fилми эшемде социология буйынса башланым. Бурысым ошо тәңгәлдә Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы буйынса мәғлүмәт туплау ине. Был эште ҡала моргында үткәрҙем. Унда көн һайын йөрөп тигәндәй, 10 йыл ваҡыт ара-уығына статистика йыйҙым. Fилми эшемә туплаған белешмәләр, ҡыҙғанысҡа күрә, иҫкерҙе, әммә улар актуаллеген юғалтманы. Үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың ғаиләләренә йөрөп, һәр фактты ныҡлы өйрәнеү, суицид ҡылырға маташып ҡараған кешеләр менән уның сәбәптәрен асыҡлау кеүек эштәр ваҡытты ла, хәлде лә күп алғас, ҡатмарлы бурыстан баш тарттым. Аҙаҡ был юҫыҡта башланған  ғилми эште философия йүнәлеше буйынса тамамлап ҡуйҙым. Философия буйынса башҡаса маҡсат ҡуйылды. Нишләп суицид барлыҡҡа килә? Уның сәбәптәре нимәлә?

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap