Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
КЕШЕЛЕККӘ ТОҒРОЛОҠ
Untitled document

Хикәйә

Мөнир Ҡунафин

—Ул һин буласаҡһың, һин… Башҡа булып та. Һине генә тоясаҡмын, һине генә уйлаясаҡмын. Һәм беҙ мәңге бергә буласаҡбыҙ. Тик берҙе генә ирек бир. Кем икәнен һорама, белә ҡалһаң… атайлыҡ хисең булмаясаҡ,—һуңғы һүҙҙәрен ҡатын күңеленән көскә һөйрәп сығарҙы.

—Ә былай шул тормошҡа, шул һаләткә күнеп йәшәргәме?—яңынан ҡатыны янына ултырҙы.

—Күнеү кәрәкмәй, аңла, һин—атай. Нисек аңламаҫҡа мөмкин шуны. Мин бит һиңә күңелем, йөрәгем, йәнем, теләгем менән хыянат итмәйем,—тигәс, ауыҙына борос ҡапҡандай йөҙөн һытып ҡуйҙы. —Бөтөнләй итмәйем, мин һиңә тоғро!

—Тәнең менән… Мин хатта һине башҡа менән күҙ алдына килтерә алмайым. Отеллоға әйләнәм хәҙер.

 

—Рөхсәт юҡ, тимәк. Яныңда шәмдәй иреп һүнермен, ярай, шулай. Һин дә һулыясаҡһың,—ҡатындың илағыһы килде, түҙҙе, баяғы сәскәне усына һалды ла, битен ҡапланы. Тынлыҡ тағы оҙаҡҡа һуҙылды.

10.03.2017
ЯРҘАМ МОХТАЖДАРҒА ҒЫНА
Untitled document

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бала тыуғанда 300 мең һум күләмендәге социаль түләүгә ниндәй йәш ғаиләләрҙең иҫәп тота алыуын аңлатты.

 

—Льготалы торлаҡ алыуға сиратта торған йәш ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн матди дәртләндереү сараһы хаҡында ҡарар ҡабул иттек. Сиратта торған бындай йәш ғаиләләр 300 мең һумға ҡәҙәр аҡса аласаҡ,—тип хәбәр итте төбәк етәксеһе.—Был ярҙамды тәүге балаһы тыуған бөтәһе лә түгел, ә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратта торған мохтаждарға ғына биреләсәк. Республикала ошондай ике мең самаһы ғаилә иҫәпләнә. Ике мең ғаиләгә балалары тыуғанда торлаҡ һатып алыуға йәки ҡатмарлы кредит килешеүҙәренең бурысын кәметеүгә ярҙам итә алһаҡ, бик яҡшы буласаҡ.

ТЫНМАҺЫН ҒЫНА ҠУРАЙЫҢ...
Untitled document

Рөстәм Шәрипов—2013 йылдың июнендә бик иртә донъя ҡуйған талантлы йәш ҡурайсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты.

Ҡурайсының яҡты иҫтәлегенә Республика ҡурайсылар конкурсы тәүҙә уның тыуған районында—Йылайырҙа ойошторолдо, Өфөлә тәү тапҡыр 2016 йылда уҙҙы. Ул саҡта музыкаль бәйгелә 80-дән ашыу башҡарыусы ҡатнашты. Проекттың ойоштороусылары—Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, республиканың Ҡурайсылар союзы.

Күптән түгел үткән Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика ҡурайсылар конкурсында бөтә республиканан йәмғеһе 110 башҡарыусы сығыш яһаны. Бәйгелә Сибай ҡалаһының Балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Fайсар Нәҙерғолов 12 йәштәгеләр араһында I урын яуланы. Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 6-сы класс уҡыусыһын ҡурай уҡытыусыһы Илдар Хәсәнов (һүрәттә) әҙерләгән.

—Конкурста «Ашҡаҙар» һәм «Ҡара тауыҡ» көйҙәрен уйнаным. Быға тиклем төбәк бәйгеләрендә генә сығыш яһаһам, әле республика күләмендәге ярышта үҙ көсөмдө һынап ҡарауҙы үҫеш тип ҡабул итәм,—ти Fайсар ҡыуанып.

ҠУЛЛАНЫУСЫ ҮҘ ХОҠУҒЫН БЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ
Untitled document

Бөтә донъя ҡулланыусылар көнө Берләшкән Милләттәр ойошмаһы тарафынан булдырылған һәм ул Рәсәйҙә 1994 йылдан алып билдәләнә. Һәр йыл һайын был дата ниндәйҙер исем аҫтында үтә. Быйыл ул «Цифрлы ҡорамалдар заманында ҡулланыусылар хоҡуғы» девизы аҫтында уҙғарыла.

Хәҙерге заманда тауар һатыуҙы ойоштороу буйынса «электрон коммерция» индустрияһы һәм Интернет селтәре аша төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү үҫеш ала. Рәсәй Федерацияһында онлайн-һатыуҙарҙың күләме артыуға бәйле, шулай уҡ Интернет менән файҙаланыусылар һанының күбәйеүе закон менән көйләнмәгән бәйләнештәр тыуҙыра. Һөҙөмтәлә, намыҫһыҙ һатыусылар килем ала, ә ҡулланыусылар хоҡуҡи һәм иҡтисади яҡтан зыян күрә.

 

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Сибай территори-аль бүлеге баш идаралыҡ менән берлектә Бөтә донъя ҡулланыусылар көнө айҡанлы уҙғарыласаҡ тематик сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

ҒАИЛӘ—ИЛҺАМ СЫҒАНАҒЫ
Untitled document

Fаиләнең социаль статусын, ҡиммәттәрен һәм традицицияларын нығытыу саралары сиктәрендә Сибай ҡалаһында ғаилә ижады конкурсы ойоштороу һәм уҙғарыу тураһында положение ҡабул ителде.

 

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге башланғысы менән үткәреләсәк конкурстың төп маҡсаты—сәнғәттең төрлө өлкәһендә ғаилә ижады традицияларын тергеҙеү аша уның социаль һәм ижади әүҙемлеген күтәреү. Был сара ялдың яңы формаларын булдырырға, һәләтлеләрҙе үҫтереүгә уңайлы шарттар тыуҙырырға, ғаиләнең берҙәм һәм гармонияла йәшәүенә булышлыҡ итәсәк.

БИЛАЛДА ЦЕХ АСЫЛДЫ
Untitled document

Колхоз-совхоздар тарҡалғандан һуң, башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк Билал ауылында йәшәүселәрҙең дә күбеһе эшһеҙ ҡалды. Мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙең берҙән-бер юлы—инвесторҙар йәлеп итеү. Был йәһәттән Урал аръяғы райондарында боҙ урынынан ҡуҙғалды. Билал ауылында «Колибри» йәмғиәтенең тегеү цехы (һүрәттә) асылыуы быға асыҡ дәлил.

Цех 50 кешене хеҙмәт менән тәьмин итәсәк. Эш ваҡыты ла, урыны ла уңайлы. Йылы, яҡты бинала ике сменала эшләйҙәр. Әле балалар өсөн йылы салбарҙар тегә башланылар, тиҙҙән йәйге комбинезондар етештерәсәктәр.

 

Быға тиклем Зәйнәб Нурғәлина һәм Айгөл Кульчикова Ҡолсора ауылындағы «Колибри» тегеү цехында тәжрибә тупланы.

10.03.2017
СИБАЙҘА—ЯРЫМ МАРАФОН
Untitled document

23 апрелдә Сибай ҡалаһында тәүге тапҡыр Аструм Сибай ярым марафоны үтәсәк. Ул Bashrun йүгереү ярыштары серияһы сиктәрендә уҙғарыла. Башҡортостанда был эстафетаны Сибай беренселәрҙән булып ҡабул итеп ала. Ошо уңайҙан ярышты ойоштороусылар менән матбуғат конференцияһы үткәрелде.

 

Бында ике йыл рәттән Өфө ҡалаһында уҙғарылған ярыштарҙың төп ойоштороусыһы, «Өфө марафоны» коммерциялы булмаған автономлы ойошма вәкиле Владислав Литвинчук сығыш яһаны.

10.03.2017
ОЛО ЮБИЛЕЙҒА ӘҘЕРЛӘНӘБЕҘ
Untitled document

Темәс—Башҡортостан Автономияһының бишеге. Тап 2019 йылда ошо тарихи ваҡиғаның иғлан ителеүенә теүәл 100 йыл тула. Билдәле, юбилейға төрлө яҡтарҙан дәрәжәле, алдынғы ҡарашлы күп һанлы ҡунаҡтар ашҡынып киләсәк. Улар алдында йөҙөбөҙ ҡыҙармаһын өсөн нимәләр эшләргә? Йорттарыбыҙҙы, урамдарҙы, ауылыбыҙҙы, тирә-яҡ мөхитте нисек итеп үҙгәртергә, бөтә ауыл халҡын нисек итеп изге эшкә ылыҡтырырға?.. Дөрөҫ, яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, хужаларҙың ҡушыуы буйынса бөтә пландар ҙа тиҙ генә тормошҡа ашып бармай шул. Бөтә ауыл халҡы ихласлап тотонғанда ғына эштәр уңышлы буласаҡ!

10.03.2017
«БАЯНҒА ҺӨЙӨҮ ТЕАТРҒА ИЛТТЕ»
Untitled document

Ошо көндәрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры аҡһаҡалы, хеҙмәт ветераны, артист М.Ә.Хоҙайғолов үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Марсель Әмин улы илле йылдан ашыу инде Сибай театры сәхнәһендә йөҙләгән сағыу образдар тыуҙырып, тамашасы һөйөүен яулап, һаман да ижади пландар менән янып йәшәй.

—Марсель Әмин улы, һеҙҙе бөгөн ниндәй уй-кисерештәр солғай?

 

—Иң беренсе мин Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт һүҙҙәремде әйтер инем. Юлдарымда тик яҡшы кешеләр менән осраштырғаны, ниндәй ауырыуҙар, ниндәй ҡазалар, авариялар аша мине йолоп алып ҡалғаны өсөн. Хәҙер инде олпат йәшкә етеп, бына инде илле йылдан ашыу Сибай театрында эшләп йөрөүем менән сикһеҙ бәхетлемен. Янымда йәштән һөйгән йәрем—Рәмиләм бар, балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә шатланып ғүмер итәм.

10.03.2017
АРАЛАРҘЫ ЯҠЫНАЙТЫУСЫ
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Илдә барған оптимизация шауҡымы почта хеҙмәтенә лә ҡағылмай ҡалманы. Элек һәр бер ауылға берәр, хатта 2-3-әр почтальон беркетелгән булһа, хәҙер 3-4 ауылды бер кеше хеҙмәтләндерә. Улар-ҙың кемеһе ат егеп, кемеһе үҙенең техникаһында, бәғзеләре саңғы, велосипед менән ауылдан-ауылға йөрөп гәзит-журналдар тарата.

Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы почта бүлексәһендә эшләүсе Хәлит Шәриф улы Такалов та яңғыҙы Мәҡсүт, Ишбулды, Ҡашҡар һәм Исҡужа ауылдарын хеҙмәтләндерә. Үҙе Мәҡсүт ауылында йәшәгәнлектән, юлында машиналар тап булмаған осраҡта, 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан почта бүлексәһенә аҙнаһына өс тапҡыр йәйәү бара. Артабан почта ташый. Уны дүрт ауылға илтә икән, тимәк 30-35 саҡрым араны урап сыға тигән һүҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap