Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
10.03.2017
ҺӘЙКӘЛ ҠУЙЫЛАСАҠ
Untitled document

Белеүебеҙсә, 2013 йылда БР Хөкүмәте Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводының 100 йыллығын үткәреү буйынса саралар планын раҫларға әҙерләнгәндә район йәмәғәтселеге Бөрйән ырыуының күренекле шәхесе, яугир һәм полководец, мәғрифәтсе һәм дипломат, халҡыбыҙҙың милли геройы Алдар Иҫәнгилдин хөрмәтенә ҡала уртаһында монументаль һәйкәл асыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәйне. Алдар батыр, билдәле булыуынса, Нуғай даруғаһы Бөрйән олоҫында (хәҙерге Баймаҡ районы) тыуған, тархан,  башҡорт ихтилалдары башлығы. 17-се быуат аҙағында урыҫ армияһының Ҡырым һәм Аҙау (Азов) походтарында ҡатнаша. 1696 йылда Петр I уға вариҫи тарханлыҡ ярлығы (грамота) һәм алтын яҙыулы көмөш ҡынлы ҡылыс бүләк итә.

КЕШЕЛЕККӘ ТОҒРОЛОҠ
Untitled document

Хикәйә

Дарить себя—не значит продавать.

И рядом спать—не значит переспать.

Не отомстить—не значит все простить.

Не рядом быть—не значит не любить!

Омар Хайям.

—Иҙрис, бер тапҡыр ғына хыянат итергә ирек бир,—Нәфисә төшкө аш мәлендә ҡапыл иренә ҡараны.—Түҙерлек әмәлем ҡалманы. Рөхсәт ит, зинһар.

Ашыҡмай ғына ашап ултырған ир был хәбәрҙәнме, әллә эргәһендә осоп йөрөгән һағыҙаҡтан ҡотолоу өсөнмө, тәүҙә ҡалағын өҫтәлгә ҡуйҙы, шунан ҡулдары менән һелтәнеп бөжәкте ҡыуҙы. Яңынан ҡалағына теймәне. Ҡалҡынды. Ярһыманы. Ҡатынына мөлдөрәп ҡараны. Был ҡараштан Нәфисә лә ҡалҡынды:

—Мин балаһыҙ йәшәй алмайым, аңла,—тип шыбырҙаны уныһы нишләптер.—Башҡаса бауырыма баҫыр хәсрәтем юҡ минең.

Иҙрис, оҙаҡ ҡарап торғандан һуң, сығыр өсөн ишек тотҡаһына тотондо ла ҡатынына боролдо:

—Һинең тормошоңдан китергә кәрәктер миңә, Нәфисә?

 

—Юҡ, юҡ, китмә, мәңге китмә!—тип ҡатыны уның янына йүгереп килде. Уның был һүҙҙәренә иғтибар ҙа бирмәй ир ишекте һаҡ ҡына ябып тышҡа сыҡты.

03.03.2017
ӨС МӨҒЖИЗӘ МИНЕ ӘСИР АЛДЫ—ЕР, ЙӘНӘ, КҮК, ЙӘНӘ ҠАТЫН КЕШЕ...
Untitled document

Донъябыҙҙың биҙәге булған гүзәл заттар Мостай Кәрим ише әҙиптәрҙе шулай әсир итеп, ижадҡа илһамландырған, әле лә ҡанатландыра. Хәйер, күҙҙәре янып, йөҙҙәренән нур балҡыған ҡатын-ҡыҙға шағирҙар ғына түгел, башҡалар ҙа табыналыр. Шундай һоҡланғыс, һылыу, уңған, тырыш, мөләйем ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Сибай ҡалаһында йәшәй. Ул—Лилиә Байсыуаҡова.

 

Урал аръяғында үткән күп кенә туйҙар, юбилейҙар, балалар байрамдарын үткәреүсе Лилиәнең һөнәре буйынса математика уҡытыусыһы булыуына ышаныуы ла ҡыйын. Бәләкәй саҡтан сәхнәнән төшмәгән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас та теүәл фәндәр йүнәлешен һайлай. Сибай институтына уҡырға инә. Студент сағында ла әүҙем була. Байрамдар, радиола эстрада тураһында башҡорт телендә тапшырыуҙар алып бара ул. Уҡыуын яҡшы ғына тамамлаған ҡыҙ күңеленең ижадҡа тартылыуын тойомлай һәм артабан күңел ҡушыуы буйынса эшләргә ҡарар итә.

03.03.2017
ЙОМАРТ ҠУЛҒА МАЛ КЕРЕР
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

 

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылының «Бикбау» сауҙа үҙәге ҙур ҡалаларҙыҡынан бер ҙә ҡалышмай. Бында йәнең теләгән әйбер, йыһаз бар, ризыҡтарҙың төрлөлөгөнән кәштәләр һығыла. Район үҙәгендә йәшәүселәр ҙә, ауылдарҙан килеүселәр ҙә айырыуса «Бүләктәр. Һауыт-һаба. Картиналар» бүлеген үҙ итә. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки бында хаҡтар арзан, әйберҙәр төрлө һәм үҙенсәлекле. Иң мөһиме—бүлектең хужабикәһе Рәфиә Рафиҡ ҡыҙы Үзбәкова һәр һатып алыусыны яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, теләгән әйберҙәрен һайлаша.

03.03.2017
УПҠЫНҒА ИЛТКӘН АҘЫМ
Untitled document

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн илебеҙҙә йәшәгән һәр унынсы уҡыусы наркотик татырға өлгөргән. Ә колледждарҙа һәм техникумдарҙа хәлдәр бигерәк тә киҫкен. Университет, институттарҙа, айырыуса абруйлы тип һаналғандарында, студенттарҙың 30 проценты—ошо илерткес матдәнең ҡоло.

—Наркомания Рәсәй халҡын юҡҡа сығарыу менән янай. Наркотик һатыусыларға ҡаршы көрәшеүҙән тыш, уға ихтыяжды кәметеү, яңы быуын наркомандарының барлыҡҡа килеүен иҫкәртеү йүнәлешендә лә әүҙем эшләргә кәрәк,—тип мөрәжәғәт итте Сибай ҡалаһының медицина колледжында наркоманияға ҡаршы үткән сарала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш идаралығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлек начальнигы Д.Б.Үзбәков.

03.03.2017
ҺӘР ЙӘШТЕҢ ҮҘ МАТУРЛЫҒЫ
Untitled document

Хаҡлы ялға сығыусыларҙың күбеһе үҙен өй мәшәҡәттәренә, ғаиләһенә бағышларға тырыша. Әммә араларында әүҙем тормош  алып барыусылар ҙа осрай. Сибай ҡалаһында йәшәүсе мәғариф ветераны, 37 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Нурбикә Әсхәт ҡыҙы Хөснуллинаны заман менән бергә атлаусы ханымдар рәтенә индерергә була. Йөҙөнән нур һәм йылмайыу китмәгән әңгәмәсем үҙ шөғөлөн табып, бәхетле йәшәй. Барлыҡ уңыш-ҡаҙаныштары өсөн ул яратҡан ғаиләһенә—иренә, балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә рәхмәтле.

 

—Нурбикә Әсхәт ҡыҙы, ағас тамыры менән, ә кеше нәҫеле менән көслө. Үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине?

03.03.2017
КӨМӨШ ЙӨҘӨК, ҠУШ БЕЛӘҘЕК...
Untitled document

Һуңғы арала стилләштерелгән милли биҙәүестәр, этно-стилдә эшләнгән төрлө аксессуарҙар замана зауығына әйләнде. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар милли биҙәгебеҙҙе сағылдырған матур-матур алҡа-балдаҡтарға, беләҙек-муйынсаҡтарға, сәсүрмескә, селтәрҙәргә өҫтөнлөк бирә.

Сығышы менән Хәйбулла районының Аҡназар ауылынан булған Фидан Сәғитов Өфөлә ярты йыл инде ошондай матурлыҡты тыуҙырыу менән булыша башлай.

—Көндәрҙең береһендә сәй табыны артында ҡайнымдар менән Алтай крайына булған сәйәхәтебеҙ тураһында фекер алышып ултырҙыҡ. Туристар өсөн иҫтәлеккә ул яҡта нимә генә һатмайҙар: сувенирҙар, Алтай үләндәре, этностилдә эшләнгән биҙәүестәр, орнаменттар төшөрөлгән әйберҙәр. Беҙҙең Башҡортостанға ла бик күп туристар килә. Улар күберәк билдәле мәмерйәләргә, ҡурсаулыҡтарға бара. Шул маршрут буйлап үҙебеҙ ҙә йөрөп сыҡтыҡ. Беҙҙә иҫтәлек өсөн шул ерҙең тәбиғәте төшөрөлгән примитив магниттар, төрлө яҙыуҙар төшөрөлгән футболка-бейсболкалар ғына һатыла. Шул турала уйланып ултырғанда ҡайным: «Үҙебеҙҙең этностилдә эшләнгән сувенирҙар булһа яҡшы булыр ине.

03.03.2017
ГӨЛДӘР ХУШ ЕҪ ТАРАТА
Untitled document

Өй тултырып гөлдәр үҫтереүсе хужабикәләргә мин һәр ваҡыт бер аҙ көнләшеп ҡарайым. Сөнки тәҙрә төптәрен биҙәп ултырыусы аллы-гөллө сәскәләрҙе тәрбиәләү өсөн күпме наҙ, дәрт кәрәк.

Баймаҡ районының Билал ауылында йәшәүсе Фатима Fайсина ла сәскәләр донъяһына ғашиҡ.

—Бала саҡтан төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерергә хыялландым. Йәштән фермала һауынсы булып эшләгәс, яратҡан шөғөлөмә ваҡыт ҡалмай торғайны. Хаҡлы ялға сыҡҡас та быға иркенләп тотондом. Урамдағы баҡсаны киңәйтеп сәскәләр ултырттым. Ҡайҙалыр уларҙың яңы төрөн күреп ҡалһам, мотлаҡ үҙемә алып ҡайтыр булдым. Йорт гөлдәрен бер япраҡтан да үҫтереп була бит. Тик уларҙы бала кеүек ҡарарға кәрәк,—ти Фатима Хәләф ҡыҙы.

Сәскәселек менән шөғөлләнеүсе ханымдың өйөндә 70 төрлө бүлмә гөлө иҫәпләнә. Мәҫәлән, Әҙрәс исемлеһенең (Бегония) 22 төрө бар икән. Әлеге мәлдә уларҙың күбеһе сәскә ата башлаған. Миләүшәләрҙең—9, кактустарҙың 3 төрө шау сәскәгә күмелгән. Фатима апайҙың иң яратҡаны—тамсы гөлө. Уның уттай янып торған ҡыҙыл сәскәләре өйгә айырыуса йәм бирә.

 

Уңған хужабикәнең тәҙрә төбөндә хатта лимон-мандариндар ҙа емеш биреп ултыра.

03.03.2017
СОСТАР ҺӘР ЕРГӘ ӨЛГӨРӘ
Untitled document

Наҙгөл Байғужина—Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылы ҡыҙы. Ул 9-сы класҡа тиклем тыуған ауылында уҡыһа, 10-11 кластарҙа Баймаҡ лицейында белем ала. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән уҡыусы спортты үҙ итә, волейбол секцияһында шөғөлләнә. 2012 йылда лицейҙы тамамлағас, Орск гуманитар-технология университетына уҡырға инеп, программист һөнәрен үҙләштерә. Бакалавр дипломы алған ҡыҙ артабан Мәскәү машина төҙөү университетының магистратураһына бара. Әле ул информатика һәм идара итеү системаһы факультетында уҡый.

03.03.2017
ҮҘ ЭШЕҢ БУЛЫУЫ—ҘУР БӘХЕТ!
Untitled document

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тегеү цехы асылыуға бер йыл тула. Урындағы халыҡҡа бик кәрәкле хеҙмәт күрһәтеүсе Рәфиә Солтановаға ауылдаштары рәхмәт әйтеп бөтә алмай.

 

Сибай педагогия колледжының технология бүлеген тамамлағас, Рәфиә 4 йыл ҡаланың «Интерьер» ателье-магазинында эшләп тәжрибә ала. Дизайн, тегеү-нағышлау серҙәренә төшөнгән ҡыҙҙың күңелендә үҙ эшен асыу теләге тыуа. Тыуған ауылына ҡайтып, ата-әсәһенең фатихаһын алғас, яратҡан эшенә тотона ул. Район хакимиәте булышлығы менән 218 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамын алыуға өлгәшә. Был аҡсаға ул сит илдә етештерелгән теген машиналары һатып ала. Дауахананың икенсе ҡатында буш торған бүлмәне ҡуртымға алғас, эш яйға һалына. Йәш эшҡыуар яңы эш урындары булдыра. Оҫта тегенселәр Гөлсирә Саптарова менән Гөлдәр Дәүләтсурина ең һыҙғанып эшкә тотона.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap