Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
22.02.2017
КӨСЛӨ—КӨСӨН, ҺӨНӘРЛЕ ЭШЕН КҮРҺӘТЕР
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры 85-се ижад миҙгелен асҡанда мәҙәниәт усағының автотранспорт цехы начальнигы Радик Рәүеф улы Fәбитов (һүрәттә) ғүмеренең һикһәненсе үрен аша атланы. Түңәрәк дата уңайынан театр һулышы хаҡында мәҡәләләр әҙерләгәндә, хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе: «Ана, Радик ағай тураһында яҙығыҙ. Йәше театрҙыҡынан 5 йылға ғына ҡалышһа ла, эшендә уға тиңдәр юҡ»,—тине.

Начальникты автобус, автомобилдәрҙең торошон ентекле тикшереп йөрөгән мәлендә тап иттек. Ысынлап та, ҡойоп ҡуйған етәксе икән: ыҫпай кейенгән, кәүҙәһен тура ғына тота, ҡул аҫтындағылар менән йылмайып, матур итеп мөғәләмә итә. Редакциянан икәнемде, фото төшөрәсәгемде әйткәс: «Егеттәр, тараҡ, көҙгө килтерегеҙ әле!»—тип бойорҙо.  Улары кеҫәләрен ҡапшап ҡаранылар ҙа, баштарын һелкте. «Үҙемдекен сығарырға тура килә инде»,—тине лә Радик ағай, башҡа машиналар араһында ялтлап ултырған үҙ «Волга»һына ыңғайланы. Тулҡынланып торған сәстәрен тараны, өҫтөндәге костюм-салбарын ҡаҡты ла яныма һалдаттарса дәртләнеп килеп баҫты.

22.02.2017
ДОНЪЯ МАТУР ЙӘШӘЙ БЕЛГӘНДӘРГӘ
Untitled document

Мөхәббәттең ҡәҙерҙәрен һәр саҡ татыу

Башланалыр булыуҙарҙан һәр саҡ татыу…

Шағир Рауил Ниғмәтуллиндың был шиғыр юлдарын юҡҡа ғына эпиграф итеп алманым. Сөнки татыу ғаиләләрҙә һәр саҡ тыныслыҡ, үҙ-ара килешеп йәшәү мөхите хөкөм һөрә, улар йәшәгән йорттан тирә-йүнгә мөхәббәт нуры, инсафлыҡ, башҡаларға ҡарата изге теләк бөркөлгәндәй тойола. Сибай концерт-театр берекмәһендә бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем Мираҫбаевтар ғаиләһенә төбәп әйтелгән кеүек миңә был һүҙҙәр. Fаилә парының бер-береһенә булған мөнәсәбәтенән, донъяларын бер табандан алып барыуҙарынан, үҙ-ара килешеп йәшәүҙәренән үк тойомларға була икәү араһындағы мөхәббәт хистәрен.

 

Fаилә башлығы Самат Салауат улы Башҡортостаныбыҙ тарихына үҙенең данлы үткәне менән ингән, бөгөн килеп күптәр уны республикабыҙҙың беренсе баш ҡалаһы итеп иҫәпләгән Темәс ауылында дүрт балалы Мираҫбаевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Ветеринар белемле атаһы Салауат ағай ғүмере буйына совхоз тимерлегендә тимерсе булып эшләй, ә әсәһе Земфира апай ауыл Советында секретарь, хәҙергесә әйтһәк, идарасы булып, хаҡлы ялға сыға. Әле лә ҡул ҡаушырып, кем әйтмешләй, «пенсия ашап» ҡына ултырмай Земфира апай—халыҡ иҫәбен алыу, һайлауҙар һ.б. мәлендә ауылдаштары уны оҫта өгөт-нәсихәтсе, иҫәп алыусы булараҡ күреп ҡыуана. Йәл, тормош иптәше генә уны йәшләй тол ҡалдыра…

22.02.2017
«САЛАУАТ»—ПЛЕЙ-ОФФТА!
Untitled document

«Салауат Юлаев» чемпионаттың һуңғы уйынын үҙ боҙонда Тольяттиҙың «Лада»һы менән үткәрҙе. «Лада» көслө команда түгел, хатта иң көслө һигеҙ иҫәбенә лә ингәне юҡ, шулай ҙа беҙҙекеләр өсөн бик уңайһыҙ команда. Быйыл өс уйында ла «Салауат» өҫтөнән еңеүгә өлгәште. Күршеләр ҡапҡаға һирәк, ләкин төҙ һәм көслө һуға. Шуға өҫтәп, уларҙың ҡапҡасылары Илья Ежов алмаштырғыһыҙ уйынсы. Юҡҡа ғына, яҡшы голкипер—ярты команда, тимәйҙәр бит.

22.02.2017
БОҘ ӨҪТӨНДӘ БАЛЫҠСЫ
Untitled document

Балыҡсылар ҡыш көнө лә яратҡан шөғөлдәренә тоғро ҡала һәм мәке уйып балыҡ тота. Уларҙың ҡышҡы һыуыҡта һәм боҙ өҫтөндә эш итеүҙәре хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә һаҡланыу сараларын алдан хәстәрләү зарур.

 

Мәке уйыласаҡ боҙҙоң ҡатламын ныҡлы ҡарағыҙ. Уның ҡатылығы ҡалынлығына, һауа температураһына, һыу ятҡылығының билдәле шарттарына бәйле. Һауа температураһы 00С булғанда боҙ ҡатламы 500С һыуыҡҡа ҡарағанда 10-12 тапҡырға йоҡа була. 5 сантиметр ҡалынлығындағы боҙ—бер, 8 сантиметрлығы—бергә торған ике, 12 сантиметрлығы 7 кешене күтәрә ала. Айырыуса көҙгө һәм яҙғы боҙ ҡурҡыныс, улар ҡышҡынан күпкә нескә. Йылға ағыны көслө, ҡыуаҡ, ҡамыш, ағас үҫкән урындарҙа, шишмә урғылған, мәке уйылған ерҙәрҙә боҙ ҡатламы йоҡа булыусан.

ЯТЫП ҠАЛҒАНСЫ, АТЫП ҠАЛАЙЫҠ
Untitled document

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ ҡала-ауылдары урындағы инициативаларға ярҙам программаһы сиктәрендә күҙгә күренеп төҙөкләнде, матурланды. Быйылдан уға Сибай ҡалаҺы халҡы ла әүҙем ҡушылды.

Ҡаланың Ҡамышлы-Үҙәк ҡасабаһында йәшәүселәр 8-се мәктәптә йыйылды. Сарала ҡатнашыусыларға Сибай ҡала хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова, территориаль үҙидара берекмәҺе рәйесе Х.С.Мөрсәлимов программаны, уның үтәлеш шарттарын аңлатты. Халыҡ бер тауыштан унда ҡатнашасағын белдергәс, урында хәл итеүҙе талап иткән мөҺим мәсьәләләр яңғыраны. Күптәр спорт-уйын майҙанын төҙөкләндереүҙе талап итә, Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге, Тыныслыҡ урамдарында йәшәүселәргә тротуар кәрәк. Йыйылышта ҡатнашыусылар ҡасаба халҡы балаларының башлыса 8-се мәктәптә белем алыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, белем усағының тәҙрәләрен алыштырыуҙы иң мөһим бурыс тип тапты.

21.02.2017
ҒИЛЕМЕ БАРҘЫҢ—ТЕЛЕМЕ БАР
Untitled document

Башҡортостанда һәләтле йәштәргә ярҙам күрһәтеү системаһы булдырылған. Йыл һайын Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһы, Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы, докторанттар, аспиранттар һәм студенттарға   Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиялары тапшырыла. Был республиканың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше уның тәбиғи потенциалына ғына түгел, ә фәндең яңынан-яңы ҡаҙаныштарына ла бәйлелеген аңлауҙы сағылдыра.

Рәсәй фәне көнөндә Хөкүмәт йортонда йәш ғалимдарҙы тәбрикләнеләр. Fилми эштәр конкурстарында еңеүсе 20 кешегә—республика гранттары тапшырылды. Быйыл аҡсалата бирелгән бүләктең күләме 90 мең һум тәшкил итте.

 

Грантҡа эйә булыусы Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының иҡтисад факультеты уҡытыусыһы, иҡтисад фәндәре кандидаты Гөлшат Илдар ҡыҙы Яҡшымбәтова сертификаттың йәш ғалимдар өсөн бик яҡшы дәртләндереү сараһы, үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙең көнүҙәклеген раҫлаған мәртәбәле дәүләт ярҙамы булыуын билдәләй:

21.02.2017
ҮҘЕБЕҘҘЕ ҮҘЕБЕҘ КҮТӘРМӘҺӘК, БЕҘҘЕ КЕМ КҮТӘРЕР?
Untitled document

Мәктәп йылдарынан уҡ, «Урал батыр» эпосы менән танышҡандан һуң, ниңә ошо мәшһүр әҫәргә бағышлап кино йә йәнһүрәт төшөрмәйҙәр икән, тип уйлана торғайным. Ысынлап та, донъяға, киң халыҡҡа сығарып танытырлыҡ бына тигән фильм булыр ине бит! Кесеһенән олоһона тиклем ҡарап, барыһы ла башҡорт халҡын таныу ғына түгел, ә тормош мәғәнәһе, асылы, ғүмер ҡәҙере, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында ихлас уйланыр, дөрөҫ һығымталар яһар ине. Тик халҡыбыҙ эпосты китап итеп сығарыуҙан ары китә алманы...

 

Һәм, ниһайәт, баш ҡалабыҙ Өфөлә «Урал батыр» эпосына бағышланған һәйкәл барлыҡҡа киләсәк тигән оло ышаныста ҡалабыҙ. Уның проектын Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, скульптор Хәйҙәр Хәлиҙәр улы Fарипов тәҡдим итте. Үҙе әйтеүенсә, был тема менән ул студент сағынан уҡ шөғөлләнә.

21.02.2017
МӨХӘББӘТҺЕҘ ЙӘШӘҮ МӨМКИН ТҮГЕЛ МӨХӘББӘТЛЕ ОШО ДОНЪЯЛА
Untitled document

«Мөхәббәт тарихы» конкурсына ебәрелгән һөйөү тарихтары береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ булыуы менән йәлеп итте. Улар менән ҡыҫҡаса таныштырып үтәбеҙ.

Сейф урынына—кәләш

Fүмәровтарҙың мөхәббәт тарихы бынан 15 йыл элек ябай ғына телефон аша һөйләшеүҙән башланып китә. Ул ваҡытта Юлиә «Түбә тимер ҡоролмалары» йәмғиәтендә кадрҙар бүлеге начальнигы булып эшләй. Бер мәл Икенсе Этҡол ауыл хакимиәте башлығы Урал сейф эшләтеү теләге менән шылтырата. Күп тә үтмәй заказ бирергә тип килеп тә етә. Шулай итеп, эш мәлендә беренсе тапҡыр осраша йәштәр. Дүрт айҙан гөрләтеп туй үткәрәләр. Әле Баймаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр, 3 ул, 1 ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Бына шулай: Урал Түбәнән сейф түгел, кәләш ала.

Ҡунаҡ ҡыҙ һәм күрше малай

Рәмилә һәм Фәрит Моратовтарҙың мөхәббәт тарихы үҙенсәлекле. 12 йәшлек Рәмилә Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән туғандарына ҡунаҡҡа бара. Ят ҡыҙға 13 йәшлек күрше малай шунда уҡ күҙ һала.

21.02.2017
МӨХӘББӘТҺЕҘ ЙӘШӘҮ МӨМКИН ТҮГЕЛ МӨХӘББӘТЛЕ ОШО ДОНЪЯЛА
Untitled document

Линара ҠЫРЫМҒУЖИНА

 

Календарға 14 февраль Fашиҡтар көнө булараҡ индерелгән. Европанан килгән был байрамды Изге Валентин көнө тип тә йөрөтәләр. Әлбиттә, беҙ, мосолмандар, уны байрам итмәйбеҙ, әммә яратыуҙың, һөйөүҙең бер ниндәй хилафлығы ла булмауын, киреһенсә нәҡ ошо изге төшөнсә донъябыҙға йәм, йән биреүен аңлап, ғашиҡ йәндәр араһында ярыш иғлан иткәйнек. Гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» (https://vk.com/ataysalgazeta) селтәрендәге төркөмөндә «Иң матур пар» тип аталған фотоконкурсҡа төрлө тарафтарҙан фотоһүрәттәр ағылһа, «Мөхәббәт тарихы» тип исемләнгәнендә дуҫтарыбыҙ танышҡан, ҡауышҡан мәлдәрен бик ҡыҙыҡлы итеп хикәйәләне.

21.02.2017
ПАР АҠҠОШТАР БУЛЫП...
Untitled document

Бәғзе яҡындарыңдың тормош юлын бала саҡтан уҡ күҙәтеп, уны йөкмәткеле, ғәйәт ҡыҙыҡлы, ниндәйҙер бер оҙон фильм ҡараған һымаҡ хәтереңдә лә ҡалдыраһың. Иң яратҡан кешеләреңдең сағыу тормошо ғына ана шулай иҫтә ҡалалыр. Быйыл, Сибай ҡалаһында йәшәүсе Һөйөндөков Fайса ағайым менән Фәриғә еңгәмдең бер-береһенә ышаныслы терәк булып ғүмер итеүҙәренә, иншаллаһ, 50 йыл тула. Сирек быуат тирәһе хәрби гарнизондарҙа йәшәп, унан Тыуған илгә ҡайтып, тағы шуныса бергә ғүмер итеп килгән ошо татыу ғаилә хаҡында яратҡан гәзитебеҙгә яҙыуҙы кәрәк таптым.

 

Fайса ағайым Ҡазан хәрби училищеһына уҡырға киткәндә, миңә ни бары өс йәш кенә булған. Уның йылына бер тапҡыр отпускыға ҡайтҡан мәлдәрен генә хәтерләйем. Шунлыҡтандыр ағайымдың «гражданский» кеше булыуын бер ваҡытта ла күҙ алдына килтерә алмай торғайным. Мин бер аҙ үҫеүгә, ағайым, лейтенант званиеһында училищены тамамлап, Свердлов өлкәһенә хеҙмәт итергә тәғәйенләнә. Бер аҙҙан өлкән лейтенант дәрәжәһенә лә етә.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap