Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ЫШАНЫСЛЫ АҘЫМДАР МЕНӘН АЛҒА
Untitled document

«Атайсал» гәзитенең сираттағы һаны сыҡҡан көндө телефон тынмай шылтырай: «Һаман гәзит алып килмәйҙәр!», «Атайсал» юҡсы!»,—тип иртә менән баҫма таптыра халыҡ. Ысынлап та, Урал аръяғында 1990 йылдан алып донъя күргән «Атайсал» гәзите һуңғы йылдарҙа таптырып алып уҡырлыҡҡа әйләнде. Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәп тә гәзитебеҙҙең электрон вариантын алдырып уҡыусылар бар.

Уҙған йыл уңыштарға бай булды. Рәсәйҙең матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы социаль темаға иғлан иткән конкурста ҡатнашып, патриотик рух тәрбиәләү проектында еңеп сыҡтыҡ һәм 100 мең һумлыҡ грантҡа эйә булдыҡ.

УҢЫШТАР КИЛӘСӘККӘ ӨМӨТ УЯТА
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһында тарихҡа тағы бер сағыу бит өҫтәгән 2016 йылға йомғаҡ яһалды. Сараның рәсми өлөшөндә ҡала Советының  6-сы ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе И.А.Тажетдинов, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов, ҡала Советы рәйесе урынбаҫары F.Ә.Хәсәнов, депутаттар, учреждение, ойошма-предприятиелар вәкилдәре ҡатнашты.

 

Ултырыштың көн тәртибендә бер нисә һорау ҡаралды. Fайса Әхмәҙулла улы ҡала Советының һәм депутаттар корпусының эшмәкәрлегенә айырым туҡталды. Хәлит Хәмзә улы 2016 йылға ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһаны, 2017-2018 йылға пландар билдәләне, хакимиәттең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

ЙӘШЛЕК ДӘРТЕ УРҒЫЛА
Untitled document

Йыл йомғаҡтарында талантлы, белемгә, фәнгә ынтылған йәштәргә Сибай ҡала хакимиәтенең гранттары тапшырылды. Улар араһында Сибай сәнғәт колледжының халыҡ инструменттары бүлегенең III курс студенты Динислам Сафин да бар. Ҡурай серҙәренә өйрәнеүсе егет, һуңғы йылдарҙа үҙен эстрадала ла һынап ҡарай. Уҙған йылда ул «Йәшлек моңо-2016» республика конкурсында ҡатнашып, «Замана һулышы» номинацияһында билдәләнде.

ИЖАДЫ ТОРМОШОБОҘҘО БИҘӘЙ
Untitled document

Ижадты булмышы менән аңлаған, уны яратҡан кешеләр арабыҙҙа һирәк. Кемдәр уны аңлай—улар бәхетле. Тап әҙәби әҫәрҙәр, шиғырҙар, йырҙар тормошобоҙҙо сағыу төҫтәргә мансый. Бөгөнгө ҡатмарлы тормошта рухи аҙыҡ бигерәк тә кәрәк.

 

Билдәле булыуынса, Сибай ҡала хакимиәтенең Р.Өмөтбаев премияһына был юлы ижад менән шөғөлләнгән 5 кеше дәғүә итте. Йыл йомғаҡтарында премияға лайыҡ булыусының исеме яңғыраны, ул—Фәнис Сирбаев. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы берлеге ағзаһы, йырсы ла булып танылған шағирҙың ижады үҙенсәлеклелеге менән башҡаларҙан айырылып тора. Һуңғы йылдарҙа уның уңыштары ла байтаҡ. Шуларҙың иң-иңдәренә туҡталғанда, 2015 йылда сыҡҡан Р.Динәхмәтовтың «Кеше» китабына Фәнистең ижады    индерелеүен билдәләп үтмәү яҙыҡ булыр. Йыйынтыҡҡа Башҡортостандың һәм Татарстандың иң күренекле 16 шағирының—Fабдулла Туҡай, Шәйехзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Шәриф Бикҡол, Әнғәм Атнабаев, Роберт Миңнуллин, Ринат Харис, Салауат Әбүзәр, Фәнис Сирбаев, Эльмира Шәрифуллинаның шиғырҙары ингән.

ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ КҮРГӘҘМӘЛӘР ЭШЛӘЙ
Untitled document

Элек йыл ҡаҙаныштары күргәҙмәһе йыл йомғаҡтары буйынса кисә уҙған бина фойеларында ғына ойошторолоп, уны шунда ҡатнашыусылар ғына күрә, баһалай ине. Был юлы хеҙмәт, спорт, ижадта яуланған уңыштар ҡаланың үҙәк урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләренең һәм учреждениеларҙың витриналарына теҙелде.

10.02.2017
ҠОТЛАЙБЫҘ!
Untitled document

Йыл йомғаҡтарында түбәндәге алдынғылар билдәләнде:

Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» знагы менән Сибай үҙәк дауаханаһының офтальмология бүлеге мөдире А.Х.Моталлапов;

Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән Сибай үҙәк дауаханаһының акушер-гинекологы М.Х.Күсәпова, табип-невролог Г.Р.Fәликәйева, дауахана лабораторияһы мөдире М.Б.Шәрипова;

 

Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы һәм Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе И.А.Тажетдиновтың Рәхмәт хаты менән «Урал аръяғы шифаханаһы» йәмғиәте директоры Р.А.Fөбәйҙуллин;

10.02.2017
ҺАҠМАР БУЙЫНА—ӨМӘГӘ!
Untitled document

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Экология йылы иғлан ителде. Әгәр ошо юҫыҡта, йәғни тәбиғәтте һаҡлау, тирә-яҡ мөхитте таҙартыу йүнәлешендә аныҡ эштәр башҡарылһа, йыл үҙ исемен аҡлаясаҡ.

Экология һәм махсус һаҡланған биләмәләр йылы уңайынан минең дә тәҡдимем бар. Бөтәбеҙгә лә мәғлүм: һуңғы йылдарҙа Һаҡмарыбыҙ күҙгә күренеп һайыҡты, бысранды. Уны һаҡлап ҡалыу йәһәтенән дөйөм өмә үткәреү мотлаҡ тип иҫәпләйем.

10.02.2017
КИЛӘҺЕ БЫУЫНДЫ ҠАЙҒЫРТЫП
Untitled document

Илебеҙҙә Экология йылы икенсегә үткәрелә. Беренсе тапҡыр ул 2013 йылда булғайны. Минеңсә, эш дөрөҫ йүнәлештә бара, сөнки йылдар буйы бысратҡан еребеҙҙе, һыуыбыҙҙы, һулар һауабыҙҙы бер йыл эсендә генә таҙарта алмайбыҙ.

Экология мәсьәләһен хәл итеүҙән бер кем дә ситтә тороп ҡалырға тейеш түгел.

 

Күп осраҡта ауыл биләмәләре, ҡала хакимиәте етәкселәре был юҫыҡта эште башлап ебәрергә бюджетта аҡса юҡлыҡҡа һылтана. Быға бер генә миҫал килтерәм. Баймаҡ районының Казанка ауылы Сибай ҡалаһынан 5 саҡрым алыҫлыҡта ята. Әгәр ауыл биләмәһе башлығы Сибай ҡалаһының «Полигон» предприятиеһы етәкселеге менән килешеү төҙөп, аҙнаһына бер мәртәбә ҡый түгеү машинаһын ауылға саҡыртһа, ул саҡта сүп-сар ялан тултырып туҙып ятмаҫ ине. Быны эшләр өсөн тик инициатива ғына кәрәк.

КҮҢЕЛДӘРҘӘ МӘҢГЕ ЙӘШӘР...
Untitled document

«Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ

Ояңдан осоп сыҡ»...

Кескәй ейәнем Тимур Рәми ағайҙың 85 йәшлек юбилейына арналған республикала үткәрелгән видеоконкурсҡа әҙерләнә. Унан ҡалышмай 3 йәшлек Камил ҡустыһы ла шиғырҙы дауам итеп ятлап маташа.

«Оҡшаһа был өйөң

Түгелһен мон-көйөң».

 

Моң тигән һүҙҙе әле ул үҙенсә мон тип әйтә. Сабыйҙарыбыҙ шиғырҙы ятлай алғандарына ҡыуанып беҙгә ҡат-ҡат ятлап күрһәтә. Ҡартатайҙарының  күңеле йомшарып уларҙың күптән хыялланған машиналарын да алып бирҙе. Бөтә республика ошо көндәрҙә Рәми Fарипов атлы ҡаһарман шәхес исеме менән  йәшәй кеүек. Уның тураһында иҫтәлектәр һөйләнелә, шиғырҙары яңғырай, теле-радио тапшырыуҙар эфирға сыға. Әхиәр Хәкимов әйтмешләй, донъялар үҙгәргәс «дуҫ-ише» лә күбәйеп китте.

КИЛӘСӘГЕМ! АС ҺИН ИШЕГЕҢДЕ!.. МИН ҠАЙТТЫМ БИТ!..
Untitled document

Халҡыбыҙҙың яратҡан шағиры, талантлы һүҙ оҫтаһы Рәми Fарипов киләһе быуындарға етерлек бай ижад ҡалдырҙы. Уның шиғриәтенең ҡыйыулығын, тормошсан, тәрән йөкмәткеле булыуын, бөгөнгө проблемаларҙы ла киң яҡтыртыуын беҙ әле нығыраҡ аңлайбыҙ. Әҙиптең бай рухи донъяһы, тормошҡа киң ҡарашы, принципиаллеге һәм тура һүҙлелеге—ысын ижад мәктәбе. Шағирҙың күп әҫәрҙәре үҙе иҫән саҡта баҫылып сыҡманы. Йылдар үткәс кенә донъя күрҙе. 1988 йылда Р.Fариповҡа Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы, 1992 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.

 

Рәми Йәғәфәр улы Fарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем алғас, 1946 йылда Өфөгә килеп 9-сы башҡорт интернат-мәктәбендә уҡый. Рәми ижад ҡомары менән яна, көндәлеген шиғырҙар менән тултыра. Яҙыусылар менән осрашыуҙар уны тағы ла дәртләндерә. Ул аяҡтары менән ерҙә йөрөй, хыялы менән күктә оса. Эргәлә генә аэроклуб. Тиҙҙән Рәми курсант булыуға өлгәшә. Мәктәп, аэроклуб, дәрестәр... Ниһайәт, Ул самолет штурвалын тота, һауала оса. Тырыш, зирәк егеткә осоусылар училищеһына барырға тәҡдим итәләр. Ләкин йәш шағирҙың ижад һәм әҙәбиәт иң изге маҡсаты була. Урта мәктәпте тамамлау аттестаты алғас, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы тәҡдиме буйынса, 1950 йылда Мәскәүгә барып, А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap