Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ҠЫҘЫМ-ҠЫҘЫМ, ҠЫҘ КЕШЕ...
Untitled document

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Хикәйә

Өлкән ҡыҙының, үҙе инде бер ырыуға өләсәй булған Зәлифәһенең, төҫөн айырмаһа ла, тауышын таный Заһир ҡарт. Ошоноһо, үҙенең әсәһе мәрхүмә кеүек саңҡыу һөйләшә. Әсәһе затын «торналар» тип тә шул сағыу тауыштары өсөн әйткәндәр бит. Ике торна һөйләшкәне, ун биренең талашыуынан яман, ти торғайны атаһы балдыҙҙарын мәрәкәләп. Үҙенең араһы «биреләр» ине...

—Атай! Һурпысеп алайыҡ тиһәм... әллә нимәһен бөгөн сәпсим башыңды ла күтәрмәйһең дә һаң.

Зәлифә итләс көслө беләктәрен атаһының елкә аҫтына тығып ебәреп, уны бала шикелле итеп ҡалҡытып ултыртты. Һулып кипкән аяҡтары иҙәнгә етмәгәс, табан аҫтына терәү һалып, шул ыңғайы арҡаһына ла кескәй яҫтыҡ ҡыҫтырып өлгөрҙө. Ян-яғына ҡоламаһын өсөн дә түшәк-мендәрен өйҙө.

—Мына... атай, ҡармап ҡуйҙыҡ һине хәҙер, бер ҡайҙа ла ҡасалмаҫың,—тип көлә әле үҙе. Уның был һүҙенән ҡартҡа ла күңелле, тик ауыҙҙың йырылыр хәле юҡ, яҙылмай. Күҙҙәрен дә шәбе япҡан, яҡтылыҡты ла шәүләне генә сырамыта.

Ауыҙ ҡыуышына ҡалаҡлап һалынған йылҡы һурпаһының тәмен белә әле ул. Э-эй, был ризыҡҡа еткәне бармы!? Тыуғандан шул тәмде белеп-татып, шуның көсөндә ғүмер итеп, һуңғы көндәрендә лә әлеге татҡа ымһынып ята.

03.02.2017
ҺӨНӘР БЕЛГӘН ҺЫНАТМАҪ
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһының «Ремстройцентр» йәмғиәтенең балта оҫтаһы Рәмил Булат улы Дәүләтов (һүрәттә) үҙенең тырыш хеҙмәте менән коллегалары араһында абруй ҡаҙанған. Ул йыл йомғаҡтары буйынса ҡала Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

 

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән егетте етмеш төрлө һөнәргә эйә тиһәң дә хата булмаҫ. Сибай педагогия колледжын, юғары уҡыу йортон тамамлаған. Себер тарафтарында эшләп алғандан һуң, 2013 йылда «Ремстройцентр» йәмғиәтенә килә.

03.02.2017
ТЫРЫШ ИНСПЕКТОР
Untitled document

Ҡалабыҙ урамдарын таҙалыҡ һәм тәртиптә тотоу өсөн әллә күпме кеше тир түгә. Сибай ҡалаһы торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығының төҙөкләндереү буйынса инспекторы Әнис Венер улы Насыров (һүрәттә) бик тә кәрәкле һәм изгелекле эш башҡара, тип әйтергә була.

Әнис Төйәләҫ ҡасабаһында тыуған. Мәктәптә уҡыған сағында биология фәне менән мауыға, медицина юлынан китергә уйлай.

КЕМ ҠАЙҘА, Ә БЕҘ—МУЗЕЙҒА
Untitled document

XXI быуат—ул прогресс һәм мәғлүмәти технологиялар быуаты. Ул кешеләргә яңы талаптар ҡуя һәм һәр ваҡыт алға ынтылырға, камиллашырға өндәй. Замандан артта ҡалмайым тиһәң, эшләргә лә, ял итергә лә өлгөрөү зарур. Театрҙарға йөрөргә, тәбиғәт ҡосағында булырға, музейға барырға кәрәк.

 

Тыуған яҡтың тарихы, үткәне һәм хәҙергеһе һәр кешене ҡыҙыҡһындыра. Сибайҙың тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейы республикабыҙҙа иң яҡшыларҙың береһе булып һанала. Уның фондында 10 меңдән ашыу экспонат тупланған һәм йөкмәткеле экспозиция залдары төҙөлгән.

03.02.2017
ҘУР ЙӨРӘКЛЕ ТАБИП
Untitled document

Сибай ҡалаһы поликлиникаһының хужалыҡ иҫәбе бүлегендә һәр ваҡыт кеше күп була. Бындағы белгестәр көн дауамында эшкә урынлашырға, дауаланырға теләүселәрҙе медицина тикшеренеүе үткәрә. Бүлектә башлыса төп мәшәҡәт табип-профпатолог Р.Р.Айытҡолов өлөшөнә төшә.

 

Рәмил Рәхмәт улы пациенттарҙың сәләмәтлеген ентекләп тикшерә, кәңәштәрен дә бирә. Табипҡа шәфҡәт туташтары Алһыу Япарова, Гүзәл Фазылова, Альбина Булатова, Зәкиә Санаева, Айгөл Сабитдинова ярҙам итә. Өлкән шәфҡәт туташы Гүзәл Боҫҡонова коллегаһы Р.Р.Айытҡолов тураһында тик яҡшы фекерҙә. Бүлек мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Тәлғәт Әхтәм улы Солтанов та уның эшенән ҡәнәғәт булыуын йәшермәй, Р.Р.Айытҡоловты намыҫлы, бик грамоталы, үҙ эшенә үтә яуаплы ҡараған белгес тип иҫәпләй.

03.02.2017
ЙӘШ МОДЕЛЬЕРҘАР МӘКТӘБЕ
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Сибай ҡалаһының Төҙөлөш һәм сервис колледжы һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Тынғыһыҙ, энергияһы ташып торған етәксе Fайса Әхмәҙулла улының тырышлығы менән уҡыу йортоноң эшмәкәрлегенә бик күп яңылыҡтар индерелде. Заман талабына ярашлы, бында эшсе һөнәрҙәрен арттырыу һәм үҫтереү өсөн күп көс һалалар, йәштәргә сифатлы һөнәри белем биреү өҫтөндә маҡсатлы эш алып баралар.

 

2016 йылдың февралендә колледжда барлыҡҡа килгән Мода театры ла ошо яңырыуҙың бер емеше. Бында кейем бесеүсе һәм тегенсе һөнәрен үҙләштереүсе ҡыҙҙар үҙҙәрен модельер ролендә һынап ҡарай, береһенән-береһе матур коллекциялар булдыра. Йәш модельерҙарҙың уңыштары ла байтаҡ. 2016 йылда улар халҡыбыҙҙың милли кейемдәренә арналған «Ирәндек ынйылары» коллекцияһы менән Өфөлә В.Зайцевтың Мода йорто тарафынан уҙғарылған Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып «Этно» номинацияһының еңеүсеһе булалар. Силәбелә үткәрелгән «Көмөш еп» Бөтә Рәсәй фестивалендә һәм Магнитогорск ҡалаһында уҙған «Ташҡын» Халыҡ-ара бәйгеһендә лә сибайҙар 1-се урындарҙы яулай. Әле студенттар Өфөлә һәм Мәскәүҙә буласаҡ ярыштарға әҙерләнә башлаған.

03.02.2017
ӘКИӘТ БИТ УЛ ТИМӘГЕҘ...
Untitled document

Сағыу декорация, иҫ киткес матур костюмдар, хис-тойғоларҙы ҡуйыртып ебәрерҙәй көй-моң... А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһенә сығарылған «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосы беҙҙе әкиәт донъяһына илтте. Әммә уны әкиәт тип әйтә күрмәгеҙ! Эйе, әҫәрҙең төп персонажы булған һыуһылыуҙар юҡ, ләкин унда күтәрелгән проблемалар бөгөн дә бик актуаль.

 

Билдәле булыуынса, «Заятүләк менән Һыуһылыу» XIX быуат башында В.И.Даль тарафынан яҙып алына һәм ул  «Башкирская русалка» исеме аҫтында «Москвитянин» журналында (1848, №1) баҫылып сыға. Эпостың варианттарын Л.В.Суходольский (1858 йыл, «Башкирская легенда о Туляке»), Р.Г.Игнатьев (1875, «Сказка о сыне Абдрахмана Хары Сахипе»), С.F.Сол-танов (1902, «Заятүләк менән Һыу-һылыу»), М.Fафури (1910, «Заятүләк менән Һыуһылыу») һәм башҡалар баҫтыра. Уның «Заятүләк», «Түләк», «Балҡантау» исемлеләре лә бар.

АҠЫЛ ӨЙРӘТМӘ, ӨЛГӨ БУЛ!
Untitled document

Эшем, һөнәрем аяныслы яҙмышлылар менән осраштырып ҡына ҡалманы, күп кенә фажиғәләрҙең шаһиты итте... Шуларҙың береһенә туҡталып киткем килә.

 

Төн уртаһында полиция хеҙмәткәрҙәре менән бер ауылға юлландыҡ. Ҡурҡыныс ҡына өйгә барып индек. Иң беренсе карауатта баҫып торған 2-3 йәшлек бәләкәс кенә ҡыҙ күҙгә ташланды. Ятһырамай ҙа, ҡурҡмай ҙа, ике күҙе мөлдөрәп беҙгә ҡарай. Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙ эштәрен башланы, мин балаҡай янына килдем. Өҫтөндә бысраҡ ҡына еңһеҙ бер эске күлдәк, уныһына ла тамсы-тамсы булып ҡан сәсрәгән. Аҫтына бөтөнләй бер нәмә лә кейелмәгән... Яҡынайыуым булды, бәләкәс «Мәм-мәм, мәм-мәм»,—тип ҡулын һуҙҙы миңә. Иий, батыр ғына ҡыҙыҡай! Ошо мәл йөрәгемдең һыҙлауын, әрнеүен белһәгеҙ икән?! Иҫерек атай ҡанға батып иҙәндә ята, сәсе-башы туҙған һуҡмыш әсә шарылдап илай, ни килеп сыҡҡанын аңлатырға маташа... Ә бер гонаһһыҙ сабый ошо мәхшәр араһында көлә-йылмая, беҙгә хәбәр ҡуша.

31.01.2017
«ЯРАТҠАН ЭШ—ҮҘЕ БӘХЕТ»
Untitled document

Линара ҠЫРЫМҒУЖИНА

Балалар баҡсаһына килеп ингәндә бәләкәстәр тәрбиәселәрен уратып алған ине. Апайҙары уларға ҡыҙыҡлы дәрес алып бара. Кескәйҙәр, аптыраулы ҡараштарын төбәп, тын да алмай тыңлай.

—Был беҙҙең Гөлсара Салауат ҡыҙы,—тип таныштырҙы тәрбиәсе менән «Аленушка» балалар баҡсаһы мөдире Сажиҙә Рәйес ҡыҙы Хоҙайбирҙина.

 

Гөлсара Мөхәмәтйәнова сығышы менән Әбйәлил районының Таштимер ауылынан. Балаларҙы яратҡан ҡыҙ мәктәпте тамамлағас та Сибай педагогия институтының «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү» факультетына уҡырға килә. Йылдар үтеү менән ул һөнәр һайлағанда яңылышмауына нығыраҡ инана бара. Гөлсара Салауат ҡыҙы үҙ эшен яратып башҡара. Тәрбиәсе бәләкәстәр менән генә түгел, уларҙың ата-әсәләре менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған. Сөнки балаларҙы тәрбиәләү эше ҙур ҙа, ауыр ҙа, яуаплы ла. Уны бергәләп атҡарғанда ғына уңыштарын күрергә мөмкин. Ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар, кәрәк саҡта кәңәштәр биреп кенә ҡалмай, улар менән берлектә төрлө саралар ҙа үткәрә.

ЯҢЫ ПРОЕКТ ТӘҠДИМ ИТЕЛДЕ
Untitled document

Урындағы инициативаларҙы тормошҡа ашырыу республика проектында Сибай ҡалаһы әүҙем ҡатнаша. Пионер урамының 60-сы йортонда йәшәүселәр ҙә уға ҡушылып, быйыл үҙ тәҡдимен индерҙе.

 

Был йортта көн итеүселәр үткән аҙнала ҡаланың 1-се мәктәбенә кәңәшләшергә йыйылды. Барлығы 75 кеше килгән ине. Планға ярашлы рәүештә тәүҙә йыйылыштың рәйесе, сәркәтибе, ағзалары һайланды. Күпселек тауыш менән ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова рәйес итеп һайланды, сәркәтип эше мәктәп директоры Р.Н.Дияровҡа йөкмәтелде. Гүзәл Әхмәт ҡыҙы йыйылыусыларҙы республика проекты менән таныштырып, уның төп йүнәлештәре хаҡында бәйән итте.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap